НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Бай ҡатын эҙләйем
Әҙәбиәт / Юмор // Вчера, 07:00


Бай ҡатын  эҙләйем
Яратҡан ҡатыным менән килешеп, татыу йәшәй алманыҡ. Өс бүлмәле фатирымдан мине ҡыуып сығарҙы. Әле ул йәш кенә ир менән тормош көтә.
Ҡулыма алып гәзит уҡып ултыра инем, бер белдереү күҙемә салынды. Мәҙәниәт йортонда өсөнсө быуын – пенсионерҙар өсөн бейеү түңәрәге асыла икән. Бик тә шәп! Урамда танышыу беҙҙең йәштә нисектер хупланмай. Былай, бәлки, үҙемә иш табып алырмын. Өйләнһәм, донъя көтөүе еңелерәк тә, күңеллерәк тә булыр.
Үҙемсә, шундай аҡыллы уйҙар менән кәрәкле урынға йүнәлдем.
Күңелде күтәреп, музыка уйнай, ҡатын-ҡыҙ быуа быуырлыҡ, ә ир-ат бармаҡ менән генә һанарлыҡ....

Үәт, ҡыҙыҡ! (3.08.2018)
Әҙәбиәт / Юмор // 6-08-2018, 05:30


Үәт, ҡыҙыҡ! (3.08.2018)
* * *
Ике дуҫ һөйләшә.
– Бер хәбәрҙе тиҙ арала таратырға ине. Ниндәй ысулды тәҡдим итәһең?
– Һе, уның өс юлы бар инде: телеграмма, телефон һәм ҡатын-ҡыҙ....

Монафиҡ (Хикәйә)
Әҙәбиәт / Проза // 5-08-2018, 05:30


Монафиҡ (Хикәйә)
Сәлимә Сафа ҡыҙы иртән телефон тауышына иләҫләнеп уянды. Тумбочкала ятҡан кеҫә телефоны, мине алығыҙ инде, тигәндәй, бер туҡтауһыҙ шылтырай ҙа шылтырай. Күҙен тырнап асты ла, сәғәткә ҡараны, әле иртәнге ете лә тулмаған.
– Бәй, таң тишеге менән кем борсой икән мине? Нимәгә кәрәгем бар икән? Бөгөн ял көнө лә баһа, исмаһам, рәхәтләнеп йоҡларға бирмәнеләр...
Сәлимә Сафа ҡыҙы башҡорт теле уҡытыусыһы, баш ҡала гимназияһында уҡыта, шул үҙенекен иттеме, бәлки, ата-әсәләр борсойҙор, тип ҡабалана-ҡабалана телефонын алырға китте.
– Эйе, тыңлайым. Хәйерле иртә......

Үәт, ҡыҙыҡ! (27.07.2018)
Әҙәбиәт / Юмор // 30-07-2018, 10:21


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.07.2018)
* * *
Теш табибы – пациентҡа:
– Тешегеҙҙе дауалап бөттөм. Ике сәғәт тирәһе ашамай тороғоҙ!
– Ике сәғәт ти... Һеҙҙәге хаҡтар менән ярты йыл ашамай йөрөйәсәкмен әле.
* * *...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.07.2018)
Әҙәбиәт / Юмор // 27-07-2018, 20:32


Үәт, ҡыҙыҡ! (20.07.2018)
* * *
Ике кеше лифттан менгәндә ул туҡтап ҡала. Үҙҙәрен сығарғандарын көткәндә һөйләшеп китәләр.
– Күҙ алдығыҙға килтерәһегеҙме, – ти береһе. – Һалым полицияһы хеҙмәткәрҙәре бөтөнләй оят­һыҙланды. Өсөнсө көн сит илгә сығарманылар. Кисә бөтә карталарымды япҡандар. Әммә мине белмәйҙәр әле! Түләрмен мин уларға! Шунда кабиналағы динамиктан тауыш ишетелә:
– Лифттан сыҡҡың килһә, түләрһең......

Үәт, ҡыҙыҡ! (13.07.2018)
Әҙәбиәт / Юмор // 17-07-2018, 06:00


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.07.2018)
* * *
Бер ҡатын полицияға килеп, иренең инде дүрт көн өйгә ҡайтмауын әйтә.
– Ә ирегеҙҙең ниндәй дә булһа үҙенсәлекле билдәләре бар инеме һуң? – тип һорайҙар унан.
– Әлегә ҡәҙәр юҡ ине, – ти ҡатын, – тик өйгә ҡайтһын әле, ундай билдәләре буласаҡ!
* * *...

Үәт, ҡыҙыҡ! (06.07.2018)
Әҙәбиәт / Юмор // 9-07-2018, 15:51


Үәт, ҡыҙыҡ! (06.07.2018)
* * *
Малай әсәһенән һорай:
– Әсәй, мин сәғәт нисәлә тыуҙым?
– Иртәнге алтынсы яртыла.
– Эй, бигерәк иртә булған икән. Сәй эсергә лә өлгөрмәгәнһеңдер инде....

Ул һәр саҡ беҙҙең менән
Әҙәбиәт / Шиғырҙар // 9-07-2018, 12:02


Ул һәр саҡ беҙҙең менән
2018 йылдың 2 июлендә Башҡортостандың халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаевҡа 88 йәш тулған булыр ине. Ике йыл инде беҙ уның тыуған көнөн ҡыҙым менән икәү генә ҡаршылайбыҙ. Йылдар буйы йәшәп килгән йола онотолдо. Уның тыуған көнө алдынан беҙ сәскә ала инек (өсөбөҙ ҙә аҡ сәскә яратабыҙ), уны вазаға ултыртабыҙ ҙа күренмәгәнерәк урынға ҡуябыҙ, пакетта – бүләк. Тыуған көнөндә иртән торабыҙ ҙа ваза менән сәскәне, бүләк һалынған пакетты алып:
Трата там, трата там,
Мин бит һине яратам, – тип һамаҡлай-һамаҡлай ул ятҡан бүлмәгә йүнәләбеҙ. Беҙҙең тауышҡа ул һикереп тороп баҫа. Беҙ, матур теләктәр теләп, сәскәле вазаны, пакетты бирәбеҙ ҙә үҙен ҡосаҡлап, үпәсләп, арҡаһынан һөйөп, ҡыҙым менән кухняға сәй әҙерләргә сығып китәбеҙ, ул бала һымаҡ пакеттағы бүләктәрҙе ҡарап ҡала.
Беҙ сәй табыны әҙерләүгә йыуынып, кейенеп-яһанып, йылмайып кухняға килеп инә. Ошолай ҡаршы ала инек һәр беребеҙҙең тыуған көнөн. Хәҙер уны һағынып, юҡһынып, уны һөйләй-һөйләй ҡыҙым менән икәү генә сәй эсергә ултырабыҙ.
Абдулхаҡтың тыуған көнө алдынан гәзиткә нимә бирергә икән, тип уйландыҡ. Йәшлек, ғүмер хаҡында шиғри шәлкем әҙерләргә уйлағайныҡ та, икенсе фекергә килдек. Халыҡ шағирының рухын сафландырыу, яңыртыу, ҡараңғы гүрҙәре яҡтырып китһен тигән ниәт менән уны хөрмәт иткән, яҡын күреп ҡотлаған ҡәләмдәштәренең, дуҫтарының йөрәк һүҙен бирергә булдыҡ....

Кәзә мажаралары
Әҙәбиәт / Юмор // 5-07-2018, 09:51


Кәзә мажаралары
Һикереп төштөм баҡсаға,
Кишер-мишер ашарға.
Өс бисәгә тура килдем,
Башты ҡайҙа ташларға!?
Күңелдәрен күрәйем тип,
Мин бейергә тотондом.
Хәйләм булды бер мәрәкә,
Иҫән-аман ҡотолдом.

Хәлиҙә апай...

Һин генә... (Хикәйә)
Әҙәбиәт / Проза // 2-07-2018, 07:00


Һин генә... (Хикәйә) Сабиры ҡунаҡтарҙы оҙатып киткәс, һауыт-һабаһын йыйыштырҙы, бүлмәләрен бөхтәләп сыҡты Гөлкәй: донъяһы ялт итеп тора! Бәй, нишләп оҙаҡланы һуң әле ире? Ҡунаҡтарҙы өйөнә тиклем оҙатҡан хәлдә лә бығаса ҡайтыр ине. Ауыл ҙур түгел, иң алыҫ тигәне лә эргәлә генә йәшәй инде уның. Гөлкәй, яурынына селтәр шәлен генә һалып, ишек алдына сыҡты. Ниндәй сихри матурлыҡ! Төн уртаһы етеп килә, күктә әкиәти алтын алҡаға оҡшап ай эленеп тора. Айҙың йөҙөн бер ҡаплап, бер асып, болоттар йөҙә. Болоттарға оҙағыраҡ ҡараһаң, күк йөҙө диңгеҙҙе хәтерләтә... Ана, ҡайһылай ирмәк бер болот. Хас балыҡ. Күрсе, күрсе!...


Борьба с коррупцией

[/aviable]

  • Ҡолаҡ һал!
  • Организм нимә хаҡында иҫкәртә?
  • Монафиҡ (Хикәйә)
  • Тыуған ауылына рәхмәтле йырсы
  • Оҙаҡ йәшәүҙең туғыҙ сере
  • Үткәндәргә илаулап, бөгөнгөһөн юғалта күрмәгеҙ
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.08.2018)
  • Вниманию зарегестрированнх кандидатов, избирательных объединений, на выборах депутатов Государственного Собрания – Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (20.07.2018)
  • Ҡартлыҡ бәхеттәре кемгә насип?



  • Радио Юлдаш FM