НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Уф, себен!
Экономика / Үҙ эшеңде башла! // 25-04-2017, 14:21


Уф, себен!
Баҡсасыларҙы һуған себене бик йонсота, ҡайһы саҡ унан ҡотолоу юлы ла табылмаҫ кеүек тойола. Һуған сәскән ваҡытта иң мөһиме – ваҡытты дөрөҫ һайлау. Был ҡоротҡос сейә һәм муйыл сәскә атҡанда күренә башлай. Шуға ла һуғанды иртә сәсеү талап ителә, себен сыҡҡанда ул ныҡлап тамырланып, ҡыяҡланып ултырырға тейеш. Баҡса тирәһендә сирень, сейә, бәпембә булмаһа, бик яҡшы ла бит, ләкин был тормошҡа ашмаҫтай ысул – ҡағиҙә булараҡ, бер хужалыҡта бөтә төрлө емеш-еләк тә, йәшелсә лә үҫтерелә. Себен йомортҡаһын һуған эргәһендәге тупраҡҡа һала. Улары үрсей ҙә, һарымһаҡ менән һуғанды ҡыра башлай. 2 – 3 аҙна үткәндән һуң, нығынып, һуғандың эсенән ергә килеп сығалар ҙа, тоҡомон дауам итеү эшен ҡайтанан башлайҙар. Бер миҙгелдә һуған себене ике тоҡом бирә. Тәүгеһе, билдәләп үтеүебеҙсә, муйыл сәскә атҡан ваҡытта, ә инде икенсеһе – июлдә. Уның һөжүменән ҡотолор­ға һуғанды иртә сәсеү генә ярҙам итә ала. Ҡарышлауыҡтар һуғандың башын ғына түгел, ҡыяҡтарын да теткеләп бөтә. Улары ҡорой, ә инде башлы һуған йомшай һәм серей. Һуған себене ҡышын 5 сантиметр тәрәнлектә ҡасып ята.
...

Ер еләген үҫтереү
Экономика / Үҙ эшеңде башла! // 23-04-2017, 14:18


Ер еләген үҫтереү
Ер еләген ултыртыр алдынан урынды дөрөҫ һайлау талап ителә. Онотмағыҙ – был үҫемлек тура төшкән ҡояш нурҙарын ярата, ҡырҙа ла тау битләүҙәрендә генә шәп уңа. Тимәк, баҡсаның иң сағыу ҡояшлы урынын ер еләге өсөн бүлергә тура киләсәк. Еләкте бер осор ғына ашау ҡыҙыҡ түгел, йәй буйына етерлек итеп үҫтерергә кәрәк. Бының өсөн бер баҡсала кәмендә биш төрлө сорт үҫтерәләр. Үрсетмәләрҙе һатып алырға ла, үҙеңә үҫтерергә лә була. Баҡсала еләк уңа икән, мыйыҡсаларын ҡулланыу ҙа етә. Мыйыҡсаларҙың беренсе һәм икенсе япраҡтарын алырға кәрәк, сөнки улар генетик яҡтан көслөрәк. Еләкте ултыртыу алдынан сирҙәрҙән арындырыу өсөн “Корневин” һәм “Превикур” иретмәләрендә тотоп алыу ярҙам итер. Үрсетмәләрҙе асыҡ тупраҡҡа ултыртҡан ваҡытта артыҡ япраҡтарын өҙөп ташлайҙар, 2 – 3 бөртөгө лә етә. Тамырҙы ла ҡыҫҡартырға мөмкин, шулай уңайлыраҡ....

Аҡ сирень, күк сирень…
Экономика / Үҙ эшеңде башла! // 21-04-2017, 14:16


Аҡ сирень,  күк сирень…Әлбиттә, сирень – әрһеҙ ҡыуаҡтар­ҙың береһе. Ләкин ул да ҡайһы саҡ мул итеп сәскә атмай, йә бөтөнләй буш ултыра. Тимәк, уны тәрбиәләргә кәрәк. Сәскәһе ҡойолоу менән ботағын ҡырҡып таш­лай­ҙар. Был сиренгә ял итергә, яңы орлоҡтар сығарып мәшәҡәтләнмәҫкә ярҙам итә. Шу­лай уҡ ҡыуаҡты күпкә матурыраҡ та итә. Сәскәһен ҡойған сиренде составында фосфор һәм калий булған ашламалар менән туҡландыралар. Был киләһе йылда сәскәләрҙең тағы ла матурыраҡ күренәсәгенә булышлыҡ итә. Шулай уҡ ҡышты яҡшыраҡ сығырға ла ярҙам. Ағас көлөнөң бер генә грамын да әрәм итеү юҡ – уны сирень төбөнә лә һибергә була. Ул тупраҡты яҡшырта, микроэлементтар менән туҡландыра. Бынан тыш, ҡыуаҡ минераль һәм биологик ашламаларҙы ла яҡшы ҡабул итә.
Ә бына ҡыштан сыҡҡан ғына сирендең тупрағына составында азот булған ашлама ла етә. Органик ашламаларҙы файҙаланмағыҙ. Яңы ғына ултыртылған сирендәргә мул итеп һыу ҡоялар. Ғөмүмән алғанда, ҡыуаҡ нығынып киткәнсе тамырҙары тирәһендәге тупраҡ гел дымлы булырға тейеш....

Теплицаны нисек ҡуйырға?
Экономика / Үҙ эшеңде башла! // 19-04-2017, 13:00


Теплицаны нисек ҡуйырға?Ҡағиҙә бу­лараҡ, баҡ­са­сылар теплицаны һәр ваҡыт ҡояш йылытып то­рор тип өмөт итә. Тимәк, көнсығыштан көнбайышҡа та­бан ҡаратып ҡу­йырға кә­рәк. Был ҡояш иң ныҡ ҡыҙ­ҙырған ваҡытта то­тош теплицалағы майҙанды йылытыу мөмкинлеге бирә. Әгәр ҡояш көн оҙоно ҡыҙҙырырлыҡ урынға ҡуя алмайһығыҙ икән, исмаһам, көндөң беренсе яртыһында йылынырлыҡ итеп урынлаштырығыҙ. Өсөнсө вариантты тәҡдим итеү дөрөҫ түгел, сөнки ҡояш төштән һуң ғына төшкән урында торған теплицалар етерлек кимәлдә йылынмай. Үҫемлектәр төндә өшөмәҫлек итеп йылы тупларға өлгөрмәйәсәк. Шул арҡала уларға икенсе көндә эҫе тейеүе лә ихтимал....

Артыҡ оҙондар. Нимә эшләргә?
Экономика / Үҙ эшеңде башла! // 18-04-2017, 14:12


Артыҡ оҙондар. Нимә эшләргә?Үрсетмәләрҙе үҫтергән ваҡытта төрлө проблемалар сығып ҡына тора. Көҙгө уңыш яҡшы булһын тиһәгеҙ, тәҙрә төптәрен күмеп ултырған үҫентеләргә ныҡлы иғтибар бирегеҙ. Әгәр помидор оҙонлоҡҡа артыҡ үҫә икән, тимәк, яҡтылыҡ етмәй. Тәҙрә төбө баҫыу түгел, шулай булғас, унда урын наҡыҫ. Үҫемлектәр бер-береһенә ныҡ яҡын урынлаша. Һөҙөмтәлә улар күршеләренең яҡтылыҡ менән туҡланыуына ҡамасаулай. Икенсе сәбәп тә бар – һауа температураһының артыҡ юғары булыуы. Йылы урында үҫкән үрсетмәләр наҙлы була, артабан асыҡ тупраҡҡа яраҡлаша алмай, сирләй башлай....

Быймаңды йәй әҙерлә
Экономика / Үҙ эшеңде башла! // 28-03-2017, 15:31


Быймаңды  йәй әҙерлә Ейәнсура оҫтаһы Әмирхан Йылҡыбаев тәжрибә уртаҡлаша

Ниһайәт, кешелекте, бар тәбиғәтте йылы йәйгә яҡынайтҡан яҙ миҙгеленә лә аяҡ баҫтыҡ. Селлә һыуыҡтары, ыжғыр бурандары менән ялҡыта төшкән быйылғы ҡыш та тарих булып үткәндәрҙә ҡалды. Ә һыуыҡтарҙан беҙҙең тәнде генә түгел, күңелдәрҙе лә, тун, пальто менән бер рәттән, мамыҡ шәл, бәйләнгән ойоҡбаш-бейәләй һәм баҫылған быйма йылы килеш һаҡлап ҡалды. Кемдеңдер ҡул һәм күңел йылыһы һеңгән был әйберҙәр айырыуса бер матурлыҡҡа эйә бит ул. Уны аңлай белеү өсөн дә һиҙгерлек һәм нескә тойомлау кәрәк....

Сәскәле кәбеҫтәне нисек үҫтерергә?
Экономика // 6-02-2017, 10:00


Сәскәле кәбеҫтәне нисек үҫтерергә?Йәшелсә өсөн махсус түтәл әҙерләнә – 1 квадрат метрына 1 стакан ағас көлө, 1 ҡалаҡ суперфосфат, 2 кило органик ашлама, мәҫәлән, тиреҫ индерергә кәрәк. Түтәлде әллә ни тәрән ҡаҙымайҙар, 10 сантиметр самаһы булһа – еткән.
...

Баклажан сәсергә ваҡыт
Экономика // 4-02-2017, 10:30


Баклажан сәсергә ваҡытБаклажан үрсетмәләрен сәсеү ваҡытын ябай ғына формула буйынса һанап сығарырға була. Уңайлыҡ өсөн уларҙы теплицаға 1 майҙа сығарырға тип күҙ алдына килтерергә тәҡдим итәм. Баклажанды асыҡ тупраҡҡа шытып сыҡҡандан һуң 70 – 80 көн үткәс күсерәләр. Йәғни 1 майҙан 70 көндө алып ташларға. 15 февраль килеп сыға. 5 – 10 көн эсендә шыта, тимәк, 15 февралдән тағы ла 10 көн самаһы артҡа күсергә тура килә. Шулай итеп, был йәшелсәне өлгөртөр өсөн, яҡынса алғанда, 5 февраль тирәһендә сәсергә кәрәк....

Ҡыш – орлоҡ һайлау осоро
Экономика // 3-02-2017, 12:57


Ҡыш – орлоҡ һайлау осороҠыш – буласаҡ үрсетмәләр өсөн сорттар һәм гибридтарҙы һайлап алыу осоро. Әйткәндәй, күп кенә баҡсасы гибрид менән сорттың айырмаһын аңламай. Гибридты орлоҡ ҡабында “F1” тип билдәләйҙәр. Күптәр был һүҙҙе күреү менән орлоҡто ситкә ырғытып ҡуя, сөнки ниндәйҙер тәбиғи булмаған нәмә кеүек ҡабул итә. Ҡайһы берәүҙәр фекеренсә, “F1” тип билдәләнгән ҡаптар эсендә һатылыусы орлоҡтар һыуыҡҡа бирешмәй, кемдер, төрлө сирҙән һаҡланған, тип уйлай. Эшен башлап ҡына торған баҡсасылар өсөн ошоно белеү етә – сорттарҙың уңышы һуңыраҡ өлгөрә. Сорттан үҫеп сыҡҡан йәшелсәләрҙең орлоҡтарын алып, артабан да ҡулланырға мөмкин. Ә бына гибридтар тиҙерәк өлгөрә, ләкин орлоғон алып, һаҡлап, икенсе йыл ҡулланыу насар уңышҡа килтерә. F1 орлоҡтарын селекционерҙар йылдар дауамында барлыҡҡа килтерә, тикшерә. Әлбиттә, һайлап алынып, сәсеп тикшерелеп, һуңынан һатыуға сығарылған гибридтар уңышты ла яҡшыраҡ бирә, сирҙәргә лә бирешеп бармай. Ҡыҫҡаһы, улар һауа температураһындағы үҙгәрештәргә, ҡоротҡос бөжәктәргә лә ҡаршы тора ала....

Әле лә йәштәр кеүек
Экономика / Үҙ эшеңде башла! // 12-01-2017, 11:44


Әле лә йәштәр кеүек
85 йәшлек Ғибәт Аллабирҙин һаман да йылҡы тота
Оло быуын кешеләренең сыҙамлы, йәштәрсә етеҙ һәм сос булыуына иҫең китер. Миңә ундай “йәш“ өлкән кешеләрҙе йыш осратырға тура килә, улар оҙаҡ йәшәү һәм йәштәрсә рухта ҡалыуҙы, хеҙмәткә һөйөүҙән, ҡәнәғәтлектән һәм ғаилә бәхетенән, тип аңлата. Бөгөнгө геройым да нәҡ ошо фекерҙә.
Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында йәшәүсе Ғибәт Зәйнулла улы Аллабирҙин 1931 йылдың 19 ноябрендә Йылайыр районының (ул ваҡытта Хәйбулла) Үрге Сәлим ауылында икенсе бала булып донъяға килә....


  • Аҙашҡан хыял (тулыһынса)
  • Ҡайтыу (хикәйә) тулыһынса
  • “Ҡыҙлы кеше бәхетле...”
  • Йондоҙнамә (22-28 май)
  • “Үҙебеҙҙеке йәл”
  • Рамаҙанды ураҙа, изгелек эшләүебеҙ менән биҙәйек!
  • Юрамал ҡағыҙ (булған хәл)
  • Йома ни өсөн изге көн?
  • Быйылғы ярыш тамам! Алда - киләһе ярыш!
  • «Самауыр янында» йыйылайыҡ



  • Радио Юлдаш FM