НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

«Bashkort 2.0» китабы донъя күрҙе
Новости / Мәҙәниәт // 20-10-2018, 07:00


«Bashkort 2.0» китабы донъя күрҙе
Интернет киңлектәрендә «Bashkort 2.0» проектын башлап ебәреүсе Эльвира Моталова сығышы менән Баймаҡ районынан. Ул бөгөн Санкт -Петербургта юрист булып уңышлы эшләп йөрөй. Шул уҡ ваҡытта төньяҡ баш ҡалалағы «Аманат» башҡорт йәштәре ассоциацияһына нигеҙ һалыусы, Санкт-Петербург ҡалаһы һәм Ленинград өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы учредителе һәм рәйес урынбаҫары....

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Мәхмүт НӘҘЕРШИН: “Самай йәшәр саҡ ҡына!”
Новости / Мәҙәниәт // 10-10-2018, 11:13


Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Мәхмүт НӘҘЕРШИН: “Самай йәшәр саҡ ҡына!”
Талантлы, төҫкә матур, мөләйем, тыйнаҡ һәм көләс был егет күп ҡатын-ҡыҙҙы йоҡоһонан яҙҙырған, тиһәм, һис тә хата булмаҫ. Башҡорт эстрадаһына алтын хәрефтәр менән яҙылыр “Каруанһарай” төркөмөнә нигеҙ һалыусы, рухлы йырҙар ижад итеүсе Мәхмүт НӘҘЕРШИН үҙ тормошона фотоһүрәттәр менән бер аҙ байҡау яһай.
...

«Бер һүнерҙән алда, төңөлмәйсә мең янырға яҙһын киренән!»
Новости / Мәҙәниәт // 10-10-2018, 06:00


«Бер һүнерҙән алда, төңөлмәйсә  мең янырға яҙһын киренән!»
Кем хәҙерге заманда китап уҡып ултырһын, шиғыр уҡыусылар ҙа юҡ ул, тиһәләр, ҡырҡа ҡаршы төшәм: “Ә мин?! Мин “юҡ”тар иҫәбендәме ни? Ә минең ише гүзәл әҙәби әҫәр уҡыуҙан хыялыйланып, йоҡонан ҡалып йөрөгәндәр әҙме? Уларҙы нисек иҫәптән һыҙып ташлайһың?!” Элекке дәүер­ҙәгесә барса халыҡ китапҡа ҡапланып ятмаһа ла, әҙәбиәттең һоҡлан­ғыс өлгөләре үҙ уҡыусыларын таба, тимәк, һүҙ ҡәҙерен, һүҙ тәмен белеүселәр арабыҙҙа етерлек. Уйлы кешегә рухи аҙыҡһыҙ йәшәүе мөмкин дә түгел. Рухиәтең бөйөклөккә сарсағанда, һыуһыныңды ҡандырырлыҡ ауаздаш тылсымлы юлдарға юлыҡһаң, оло хазина тапҡандай ҡыуанаһың, үҙеңде бәхеттең етенсе күгенә күтәрелгәндәй тояһың. Һәм шул рухи байлыҡты булдырған, мөғжизә-тылсымды тыуҙырған кешеләр арабыҙҙа йәшәй, эшләй, ижад итә. Һүҙ ҡеүәһен йәне менән тойоп, шиғри мәрйендәргә теҙеүселәрҙең береһе – Айгөл Йәмилева тормошома “Атайһыҙҙар” шиғыры менән килеп инде:
Уларҙың бит донъялары теүәл,
Ҡараштары ғәмһеҙ, ҡайғыһыҙҙар.
Беҙҙең күҙҙәр моңһоу,
Беҙ баҫалҡы.
Яҙмыш беҙҙе баҫҡан.
Атайһыҙҙар...
Йәнде әрнетеп, әсе һағыш менән күңел ишеген туҡылдатҡан Айгөл булды ул. Ҡояш, ай, йондоҙ нурҙары түгелгән шиғырҙарында берсә диңгеҙ шауы, берсә күк күкрәүе, берсә ҡыҙ баланың көлгәне ишетелә, улар­ҙан ҡай саҡ әллә йүкә балы тәме килгәндәй, әллә – әрем, һәм бөркөт саңҡылдауы урынына аҡсарлаҡтар­ҙың өҙгөләнеп ҡысҡырыуы йөрәкте урынынан ҡуҙғытып, болоҡһота... Диңгеҙҙе һөйгән, киң даръяға туҡтау­һыҙ мәҙхиә йырлаған Айгөл Илгиз ҡыҙы Йәмилева (Ғәбитова) диңгеҙ буйында түгел, үҙебеҙҙә, Ағиҙел яры буйында, Бөрйән районының Янһары (Яңы Собханғол) ауылында тыуған. Башҡортса ла, русса ла берҙәй шиғыр ижад иткән, мәҡәләләр яҙған, тәржемәлә, йырҙа көсөн һынап ҡараған йәш шағирә 2014 йылда “Ҡош юлы” башҡорт бард фестивалендә шиғри бәйгелә еңеү яулап, һуңынан “Төнгө ултырыш” проектында сағыу сығыш яһап, шиғриәттә үҙенең осраҡлы кеше түгеллеген раҫланы....

Бейеүҙе йәнле иткән Ләлә
Новости / Мәҙәниәт // 3-10-2018, 06:00


Бейеүҙе йәнле иткән Ләлә
Алты йәштән сәхнәгә сыҡҡан талантлы Әбйәлил ҡыҙы заманында Фәйзи Ғәскәров ансамбленә барыуҙан баш тартып, тыуған яғына ҡайтып, өс тиҫтә йылдан ашыу инде балаларҙы серле бейеү донъяһына ылыҡтыра...

Тәрән тамырлы ағас оҙаҡ йәшәй
Новости / Мәҙәниәт // 2-10-2018, 15:16


Тәрән тамырлы ағас оҙаҡ йәшәй
йәки Силәбе өлкәһенең Магнитогорск ҡалаһында йәшәүсе Әминевтарҙың татыу ғаилә сере ниҙә?

Минең менән барыһы ла килешер – ғаилә һәм бәхет һүҙҙәре синонимдар. Кеше үҙенең ғаиләһен телгә алғанда, йөрәгендә яғымлы, йылы хистәр уянырға тейеш. Эйе, ер йөҙөндә һәр кемдең быға хаҡы бар. Бөгөнгө геройҙарым – Гөлсәсәк һәм Хәйбулла Әминевтар ҙа бәхетлеләр иҫәбендә. Ғөмүмән, уларҙы ғәҙәти ғаилә тип әйтмәҫ инем. Бер-береһенә ҡарата мөнәсәбәттәре, тормош фәлсәфәләре үҙенсәлекле. Булдыҡлы, тырыш, ғүмер буйы сит өлкәлә йәшәүҙәренә ҡарамаҫтан, балаларында милли рух тәрбиәләй белгән, туғандары өсөн өҙөлөп торған үрнәк ғаилә менән һеҙҙе лә таныштырып үтмәксемен....

Тормош нигеҙе – ижад
Новости / Мәҙәниәт // 26-09-2018, 15:42


Тормош нигеҙе – ижад
Башҡорт телендә йырҙар ижад итеп, уларҙы үҙе башҡарған ҡаҙаҡ егете Ким Жубатов, тыуған ауылым Иҙелбәктә үҙенән-үҙе йыр тыуа, ти

Көн һайын эргәбеҙҙән тиҫтәләрсә, йөҙҙәрсә кеше үтеп китә. Уларҙың күбеһе беҙҙең өсөн асылмаған сер булып ҡала. Ә бит һәр кем – айырым бер донъя, тотош йыһан кеүек. Уйлап ҡараһаң, хатта ғүмер буйы яныңда йәшәүсе күршеңде, улай ғынамы, ҡан ҡәрҙәшеңде лә тулыһынса белеп бөтөп, асып булмай. Шуға ла берәй талантлы, уңған, матур, бай күңелле кеше менән таныш­ҡас та, уның менән йәһәтерәк һеҙҙе лә, гәзит уҡыусыларыбыҙҙы, таныштырғы килә. Һеҙ ҙә ҡыуанһын, илһамлан­һын, өлгө алһын өсөн.
Бөгөн “беҙҙең асыш”та – Ейәнсура райо­нының Иҙелбәк ауылы егете Ким Жубатов.
Башҡорт телендә йырҙар ижад итеп, улар­ҙы үҙе башҡарған Ким Рим улы милләте буйынса ҡаҙаҡ. Ләкин, миңә гүзәл башҡорт теле, моңло башҡорт йырҙары ныҡ оҡшай, тигән һүҙҙәре менән яҡын туғанға әйләнде лә ҡуйҙы. Беҙҙең телдә иркен һөйләшкән, йырҙарыбыҙҙы өйрәнгән, тыуған еребеҙҙе үҙ иткән Ким бәләкәй сағынан уҡ йыр-моңға ғашиҡ. Тәүге тапҡыр сәхнәгә “Әсәйемдең тыуған көнө” йыры менән ун йәшендә сыҡҡан.
...

Телеканал БСТ увидят в нескольких странах мира
Новости / Мәҙәниәт // 14-09-2018, 16:20


В Китае состоялось подписание соглашения об обмене видеоконтентом между 12 телекомпаниями России, Казахстана, Таджикистана и Белоруссии. Участником международного консорциума стал и телеканал БСТ. Стороны договорились создать единую систему обмена программами для трансляции в своем эфире. Подписание соглашения и торжественная церемония запуска нового проекта состоялось в городе Сиань - древней столице Китая в рамках международного медиасаммита «Один пояс - один путь»....

“Мин – ер кешеһе, ауыл малайы!”
Новости / Мәҙәниәт // 14-09-2018, 07:00


“Мин – ер кешеһе,  ауыл малайы!”
йәки Халыҡ артисы ни өсөн һунарға йөрөмәй?

Был юлы рубрика исеме есеменә бер аҙ тура килмәне, әлбиттә. Әңгәмәләшкән шәхес редакцияға түгел, ә киреһенсә, беҙ уға ҡунаҡҡа барҙыҡ. Күгәрсен районының Тәүәкән ауылында йәшәүсе билдәле йырсы, Башҡортостандың халыҡ артисы Ғәзим ИЛЬЯСОВ ҡатыны Әнисә ханым менән ихлас күңел, яҡты йөҙ менән ҡаршы алды. Сәскәләргә күмелгән ишек алдында, буҙа, ҡымыҙ тәмләй-тәмләй ижад тураһында әңгәмә ҡорҙоҡ....

«Матурлыҡ– ул бөйөк көс, Тыуҙыралыр изге хис...»
Новости / Мәҙәниәт // 9-09-2018, 06:30


«Матурлыҡ– ул бөйөк көс, Тыуҙыралыр изге хис...»
9 сентябрь – Бөтә донъя матурлыҡ көнө

Матурлыҡ төшөнсәһе башлыса ҡатын-ҡыҙ менән бәйле. Тәбиғәт тарафынан һәр гүзәл затҡа ниндәйҙер кимәлдә һылыулыҡ, сибәрлек бирелгән. Бөгөн, заманса технологиялар алға киткән мәлдә, матурлыҡты арттырыу өсөн бөтә мөмкинлек тә бар. Махсус магазиндарҙа косметика тулып ята, матурлыҡ салондары аҙым һайын, килешле кейем тәҡдим иткән дизайнерҙар тылсым эйәләре кеүек: йыуандарҙы – һомғол, бәләкәй буйлыларҙы оҙон итеп күрһәтә ала.
Нисек кенә булмаһын, тәбиғәт тарафынан бирелгән бүләкте һаҡлау, көсәйтеү өсөн беҙҙең тарафтан да ниндәйҙер ғәмәлдәр кәрәк.
Бөгөн үҙҙәренең матур булыу серҙәре менән бер төркөм билдәле ҡатын-ҡыҙ бүлешә....

В Башкирии массовый праздник объединит людей всех возрастов
Новости / Мәҙәниәт // 6-09-2018, 12:59


В Башкирии массовый праздник объединит людей всех возрастов
В воскресенье, 9 сентября, в учреждениях образования, культуры, здравоохранения и спорта по всей Башкирии пройдут Дни открытых дверей.

Жители самых разных населенных пунктов республики смогут интересно провести досуг: посетить мастер-классы по кулинарии, косметологии, декоративно-прикладному творчеству, занятия по йоге, попробовать себя в роли художников и музыкантов. На встречах горожанам и сельчанам артисты Домов культуры и воспитанники Дворцов детского творчества представят концертные программы. Также в повестке семейного дня — выставки, презентации, экскурсии, спортивные соревнования, конкурсы и викторины, ярмарки....


Борьба с коррупцией

[/aviable]

  • Аҡ күлдәк (Хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (21.09.2018)
  • Министром молодежной политики и спорта Республики Башкортостан назначен Руслан Хабибов
  • Радий Хәбиров бөгөн Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимов менән осрашты
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (28.09.2018)
  • Үткәндәрҙе ебәрергә өйрәнегеҙ
  • Совет Башҡортостанына бағышланған значок: "Башкирия"
  • Ралина БУРАНҒОЛОВА
  • РЕСПУБЛИКА КӨНӨ МЕНӘН, ВАТАНДАШТАР!!!
  • Әрем – бик көслө дауа



  • Радио Юлдаш FM