НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Рухлы ла ул, маҡсатлы ла
Новости / Мәғариф // Вчера, 10:09


Рухлы ла ул, маҡсатлы ла
Уҡыу алдынғыһы, сәсән телле егет, башҡорт вайнеры Ислам Төхвәтуллиндың киләсәктә ҙур шәхес булып китеренә ышаныс ҙур

Һәр шиғри юлды йөрәге аша үткәргән Ислам Төхвәтуллин күптән түгел уҙған Бөтә Рәсәй сәсәндәр фестивалендә беренсе урын яуланы. М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультетының ғәрәп - башҡорт бүлеге студенты, сығышы менән Ишембай районының Сәлих ауылы егете мәктәп йылдарынан уҡ республиканың ауыҙ-тел ижады бәйгеләре еңеүсеһе булып танылды.
– Минең күңелемә тәүге рухи орлоҡ һалыусылар – әсәйем Рәсимә Шәм­сет­динова һәм өләсәйем Мәрйәм Маннанова. Яҡын кешеләремдең һа­баҡтары, ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәре, тарихтары бер ҡасан да иҫемдән сыҡмай, һәр ваҡыт йөрәгем түрендә һаҡлана. Бала сағымда уҡ өләсәйем «Урал батыр» эпосы менән таныштыр­ған. Төп герой – көслө ихтыярлы, изгелекле, яуызлыҡҡа ҡаршы көрәшеүсе һәм еңеүсе Урал батыр иң һу­ңында үлеп ҡала. Кескәй күңелем был хәлде ҡабул итә алмаған, ғәҙелһеҙлеккә тиңләгән, күрәһең. Өләсә­йемдән: «Ни өсөн үлде инде?» – тип тетрәнеп һорағанмын.
Ғөмүмән, Урал батыр мине әлегәсә оҙатып йөрөй. Ишембай кадет мәктәбенә уҡырға ингәс, Фаягөл Тимербай ҡыҙы Әмирханова менән осраштырғаны өсөн яҙмышыма рәхмәтлемен. Уҡытыусым мине йыл һайын эпосты һөйләүселәр конкурсына әҙерләне. Бала саҡта был ҡобайырҙы әкиәт кеүек ҡабул итһәм, аҡыл инә башлағас, Урал батыр образы бөгөнгө заман өсөн дә үтә әһәмиәтле икәнен, бында кешелектең йәшәү мәғәнәһе, ер тормошо, тыныслыҡ проблемаһы сағылдырылғанын аңланым. Был поэтик ҡомартҡы йәш быуында тарихи һәм милли үҙаңды үҫтереүҙә айырыуса әһәмиәтле, – тип һөйләй егет....

Тәм-томдо тыйығыҙ!
Новости / Мәғариф // 16-11-2018, 07:00


Тәм-томдо тыйығыҙ!
Бала менән тәү тапҡыр теш табибына тикшереүгә барҙыҡ. Сиратта ултырғанда йәш кенә балаларҙың теш ауырыуҙарына дусар булыуына таң ҡалдым. Мәҫәлән, 14 йәшлек бер үҫмерҙең тештәре яраҡһыҙ булғанлыҡтан, бөтәһен дә һурырға, тине табип.
—Бына һеҙ тәүге тикшереүгә 4 йәштә килгәнһегеҙ. Ә был малайҙы әсәһе тәү тапҡыр 14 йәшендә килтергән. Уға тик 16 йәштә генә яһалма тештәрҙе ҡуйыу мөмкин буласаҡ. Үҫмерҙең ни бары алғы дүрт теше ҡаласаҡ. Ике йыл буйы ошо килеш ниндәй хәлдәргә осрамаҫ? Был йәш осоронда улар хәл-ваҡиғаларҙы күңеленә ныҡ яҡын ала, ә тиҫтерҙәре мыҫҡыл итһә, йәберләһә?! — тип борсола ине табип беҙ ингәндә лә. «Бынан 20 йыл элек булған тештәр сифаты менән бөгөнгө араһында — ер менән күк айырмаһы. Замана балалары шәкәрҙе бигерәк күп ҡуллана. Ата-әсәләр балаларына күпме шәкәр ашатыуҙарына иҫтибар ҙа итмәй. Туҡланыуҙа тәм-том күп булырға тейеш түгел. Бына һеҙ яратҡан «Чупа-чупс» ныҡ зыян килтерә», — тине ул, баланың ҡулындағы кәнфиткә күрһәтеп. Табипҡа барғанда әүрәтеү өсөн һатып алып тотторғайным шул....

“Тәү сиратта – мин уҡытыусы”
Новости / Мәғариф // 9-11-2018, 07:00


“Тәү сиратта –  мин уҡытыусы”
йәки Ейәнсураға күңелен бүләк итеүсе шағирә

Шағирә, журналист, Рәсәй Федерацияһының “Иң яҡшы уҡытыусы” конкурсы еңеүсеһе, мәғариф алдынғыһы Земфира АҠБУТИНА Бөрйән районының Тимер ауылында тыуып үҫһә лә, өс тиҫтә йылға яҡын ғүмерен Ейәнсура ере менән бәйләгән. Юғары категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы әленән-әле ваҡытлы матбуғат биттәрендә өр-яңы шиғырҙарын, проза әҫәрҙәрен баҫтырып тора.
Бөгөн Земфира Хәкимйән ҡыҙы менән әҙәбиәт һәм тормош тураһында әңгәмә ҡорҙоҡ....

Бергәләп – киләсәккә
Новости / Мәғариф // 8-11-2018, 06:00


Бергәләп – киләсәккә
Кисә ошондай хәлгә юлыҡтым. Бер бала мәктәптән күлдәксән генә сығып сапты! Ҡаршыма килгән уҡытыусы һораулы ҡарашын миңә төбәне. Мин дә, аңғармағас, әллә тигән һымағыраҡ яурын һелкеттем. Шулай ҙа уҡытыусы ханым килеп етеп, был малай илап сығып китте, тине. Артынан оло класс уҡыусыһы менән тәрбиәсе йүгерҙе. Ун минуттан тәрбиәсе менән малай миндә ине. “Ә һеҙгә исем таҡһалар, яҡшы булыр инеме? Ә һеҙҙең башығыҙҙы тубыҡҡа бәрҙертһәләр, ә, нисек булыр ине? Бөтә класс алдында исем тағып, һүкһәләр, һеҙ нимә эшләр инегеҙ? Ә һеҙҙең ап-аҡ күлдәгегеҙҙе ошо хәлгә төшөрһәләр, һеҙ нимә эшләр инегеҙ, тием мин һеҙҙән!” Ҡапыл ябырылған һорауҙарҙан албырғап, ауыҙымды асыр­ға ла өлгөрмәнем, малайҙың: “Ҡулымда кирбес булһа, башын иҙә һуғыр инем! Атыр инем... ә бысаҡ эләкһәме....!” – тигән янауҙары күңелгә шом һалды. Уны яныма ултыртып, ҡосаҡлап, тынысландырырға тырыштым. Бындай көрсөк мәлендә баланы дәрескә кире индермәйһең бит, ҡайтарып та булмай, шуға күрә аралашып ултырҙыҡ. Киләсәккә хыялдарын, маҡсаттарын һөйләне, кем булырға теләүен белдерҙе. Ипләп кенә күҙ йәштәре лә кипте, ҡараштары ла үҙгәрҙе – килеп ингәндәге ҡаты, ҡурҡыныс бүре кеүек түгел ине. Һөйләшеү барышында, һис шикһеҙ, киләсәктә яҡшы йәшәү өсөн бына бөгөн нимә эшләргә кәрәк һуң, тигән һорауға ла бергәләп яуап эҙләнек. Шулай ҙа, уҡыу тураһында һүҙ сыҡһа, ҡараштары йылт итеп ҡаты ғына баҙлап киткәнен шәйләнем. Дәрес бөтөүгә, өс-дүрт малай килеп инеп, бынан ғәфү үтенеп, етәкләп алып сығып китте. Мәктәп етәкселегенә әлеге хәл тәфсирләп еткерелде, балаларға дуҫлыҡ, бер – береңде хөрмәт итеү, ҡанундар ту­раһында профилактик һөйләшеүҙәр үткәрергә тәҡдим ителде. Иң мөһиме, психолог был класта хәүефлелек, ойош­ҡанлыҡ, агрессия кимәленә диагностика үткәрергә тейеш. Ошо алған мәғлүмәттәргә таянып, класта психолог эшләһә, өйҙә атайҙар һәм әсәй­ҙәр үҙ балалары менән тәрбиәүи эштәр башҡарһа, һөҙөмтәһе яҡшы булырға тейеш....

«Һүҙҙең атаһы – аҡыл, әсәһе –тел»
Новости / Мәғариф // 7-11-2018, 07:00


«Һүҙҙең атаһы – аҡыл, әсәһе –тел»
Шулай ти Сибай ҡалаһының педагогия колледжы уҡытыусылары Гөлнара Мөхәррәм ҡыҙы Шакирова менән Гәүһәриә Исмәғил ҡыҙы Солтанова. Күптән түгел улар икеһе лә «Иң яҡшы башҡорт һәм рус телдәре уҡытыусылары» республика конкурсында еңеү яулап, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең аҡсалата премияһына лайыҡ булды. Бындай дәртләндереү сараһы белем усағында дәүләт телдәрен уҡытыуға күп көс һалғандары өсөн бирелде.
Мәғарифҡа 30 йылға яҡын ғүмерен бағышлаған Гәүһәриә Исмәғил ҡыҙы хеҙмәт юлын Баймаҡ районының Билал ауылында башлаған. Әбйәлилдең Таштуй ауылында балаларға һабаҡ биргән, юғары категориялы уҡытыусы 2005 йылдан алып Сибай педагогия колледжында эшләй. Рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡытыуҙан тыш, мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы тәрбиәләү бүлеге мөдире вазифаһын да башҡара....

Яҡшы кәйеф һеҙгә!
Новости / Мәғариф // 25-10-2018, 06:00


Яҡшы кәйеф һеҙгә!
«Көҙгө депрессия» йәки «Көҙгө күңел төшөнкөлөгө» тигән төшөнсәне хәҙер ололар ғына түгел, балалар ҙа йыш ҡабатлай. Ысынлап та, йылыға һаран, ямғырлы, елле көндәр кәйефһеҙләнеүгә килтерә. Балалар өсөн мәктәптә мәшәҡәттәр артыуы ла өҫтәлә. Уларҙың бер ни менән дә шөғөлләнгеһе килмәй, энергия, көс юҡлыҡҡа зарлана, тиҙ генә ҡыҙып китә, йыш илай башлай. Ә ата-әсә, ғәҙәттә, баланы ялҡаулыҡта ғәйепләй, уҡырға теләмәгәнлектән, тип уйлай. Психологтар әйтеүенсә, был мәлдә бала өлкәндәрҙең ярҙамына мохтаж. Иң тәүҙә йоҡоһон контролдә тотоғоҙ. Ул етерлек йоҡларға тейеш. Үҙеңде насар тойоу сәбәбе – тап йоҡо туймауҙа....

Балаға һүҙегеҙҙе йәлләмәгеҙ
Новости / Мәғариф // 19-10-2018, 07:00


Балаға һүҙегеҙҙе йәлләмәгеҙ
Кешенең һүҙлек байлығы ни тиклем тәрәнерәк, ул шул тиклем тормошта күберәк уңышҡа өлгәшә. Психологтар ошондай һығымтаға килгән. Баланың теле асылғас та телмәрен үҫтерә башларға кәрәк. Америка педиатры Сюзен Канизарес, бала ни тиклем күп һүҙ белә, шул тиклем иртәрәк һөйләшә башлай һәм яҙырға өйрәнә, тип иҫәпләй. Тимәк, уға мәктәптә уҡыуы һәм тиҫтерҙәре менән аралашыуы ла еңелерәк буласаҡ. Был иһә үҙ сиратында унан юғары интеллектлы кеше үҫеп сығыр тигән ышаныс уята....

Бала тәрбиәләүҙең алтын ҡағиҙәләре
Новости / Мәғариф // 16-10-2018, 06:00


Бала тәрбиәләүҙең алтын ҡағиҙәләре
Бала үҫкәс, уның холҡон үҙгәртеү ауыр. Иң яҡшыһы – бала сағында дөрөҫ йүнәлеш биреү. Бының өсөн совет педагогы Симон Соловейчик түбәндәге дүрт ҡағиҙәне иҫтә тоторға ҡушҡан.
1. Ирек. Тик бала нимә теләй, шуны эшләргә рөхсәт итеү күҙ алдында тотолмай. Ирек – тәртипһеҙлек тигән һүҙ түгел. Баланы фекерләргә өйрәтеү, уның уй-фекере менән ҡыҙыҡһынып тороу, һорауҙар бирергә рөхсәт итеү. Ҡыҫҡаһы, баланы үҙ фекере булған шәхес итеп тәрбиәләү.
2. Донъяны аңлатыу. «Донъя матур, тик ул һинең тирәләй генә әйләнмәй». Соловейчик, балаға ошо фекерҙе һеңдерергә кәрәк, тигән. Мәҫәлән, бала әсәһен таптырып илай, ти. Әсә кеше бер ниндәй ҙә хәүеф янамауын, баланың бары тик холоҡһоҙланып күҙ йәше түгеүен белә икән, эшен тамамлағас ҡына бәләкәс янына килә. Тыныс тауыш менән: «Нимә булды?» – тип һорай.
3. Үҙаллылыҡ. Баланы кесе йәштән үк оло тормошҡа әҙерләй башларға кәрәк. Бала әлегә эште урын-еренә еткереп башҡара алмай икән: «Һинән булмай!» – тип эшен тартып алмағыҙ. Ул эшләй-эшләй өйрәнә. «Бына ошолай итеп эшлә», – тип ипле итеп төҙәтеп, өйрәтеп тороғоҙ.
4. Үҫеш мөмкинлеге. Бала физик яҡтан да, аҡыл яғынан да үҫергә тейеш. Ә үҫкәндә төрлө хәл була. Ҡысҡырып көлгән йәки салбарын бысратҡан өсөн асыуланмағыҙ. Бәләкәсегеҙҙе төрлө түңәрәккә йөрөтөгөҙ, ҡыҙыҡһындыра белегеҙ, әүҙемлеген, энергияһын файҙалы юҫыҡҡа бороғоҙ....

Оло хөрмәт һиңә, уҡытыусы!
Новости / Мәғариф // 5-10-2018, 10:35


Оло хөрмәт һиңә, уҡытыусы!
Сибай ҡалаһындағы «Ирәндек лицейының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлнара Рафаэль ҡыҙы Әйүпова – уҡыусыларҙа телгә һөйөү, хөрмәт тәрбиәләүгә күп көс түккән педагог

– Ҡайҙа барһағыҙ ҙа, үҙегеҙҙе матур тотоғоҙ, башҡортмон, тип танышығыҙ, тип өйрәтәм уҡыусыларға. Исемегеҙҙе хәтерләп ҡалмаһалар ҙа, милләтегеҙҙе иҫтә тоторҙар. Был тәртипле, аҡыллы кеше башҡорт булды бит, тип һоҡланып һөйләрлек, халҡыбыҙҙың йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәҫлек булһын, тим, – Гөлнара Рафаэль ҡыҙы белем биреүсе генә түгел, ә иң тәүҙә тормошто һәм кешеләрҙе яратырға өйрәтеүсе һәм балаларҙың күңеленә матур ғәҙәт орлоҡтарын сәсеүсе тәрбиәсе....

«Төнгө ябалаҡтар»
Новости / Мәғариф // 2-10-2018, 07:00


«Төнгө ябалаҡтар»
Уйынды алып барыусы «Төн!» тип ҡысҡырыуға ҡатнашыусылар тегеләй-былай йүгерә башлай. Бер кем дә хәрәкәтһеҙ торорға тейеш түгел. Алып барыусы «Көн!» тиһә, «ябалаҡтар» «өйҙәренә» йүгерә. «Өй» – һәр береһенең аҡбур менән һыҙылған йәки таш, ағас менән билдәләп ҡуйылған ере. Алып барыусы ҡасып өлгөрмәгәндәрҙе ҡыуып тота. Тотолған «ябалаҡ» уйындан сыға. Иң һуңғы тороп ҡалған бала еңеүсе була.
...


Борьба с коррупцией

[/aviable]

  • Логотибы яман, шыр хаталы булһа ла «Башҡортостан гүзәле-2018» матурлыҡ конкурсы тамамланды
  • Мең дә бер кисәнән кәм түгел (Булған хәл)
  • Ҡолаҡ һал! Дарыу урынына – һуттар
  • «Ғүмер буйы иремә рәнйеп йәшәйем»
  • Әлиә БАТРАЕВА, 19 йәш,
  • «Киндер - сюрприз» һораған Рамаҙанға — конструктор
  • Яңы йыл тамашаһына иң яҡшы сценарийҙы кем яҙыр?
  • Кәүсәриә
  • Ял итергә барһағыҙ
  • Рухлы ла ул, маҡсатлы ла



  • Радио Юлдаш FM