12.09.2019 Күҙегеҙ аҡайҙымы? Инәйҙең ҡаҡтарына иҫең китер!
Был һүрәт интернеттағы социаль селтәрҙәргә ныҡлап таралды. Баҡтиһәң ҡулына ҡаҡ тотҡан, уны күпләп бауға элгән инәй - Сажиҙә Чанышева Бүздәк районының Килем ауылында йәшәй икән.
Инәй алма ҡағы әҙерләү ысулы менән "Класташтар" селтәрендә уртаҡлашҡан:
"Рецепт бик ябай. Алмаларҙы дүрткә ҡырҡырға, үҙәген алып ташларға һәм кәстрүлдә бер аҙ һыу ҡойоп ҡайнатып, парҙа тотоп алырға. Унан һуң алма бутҡаһын иләк аша үткәрегеҙ. Килеп сыҡҡан пюрены фанераға, таҡталарға, табаларға тигеҙ итеп һыларға, уларҙы алдан ҡаҙ майы йәки малдың эс майын иретеп майларға кәрәк. Ҡаҡҡа шәкәр ҡушмайым, таба менән әҙерләгәндә уны ҡайнап торған кәстрүл өҫтөнә ултыртып киптерәм, 3-4 сәғәттә әҙер була. Таҡта-фанераларҙы ҡыйыҡҡа һалам, өҫтөнә марля менән тышлап, йәшниктар ҡаплайым.