08.05.2019 Ниһайәт, Мәғнит баһадиры Ваня Фокин өйөнә ҡайтты!
Бер йәше лә тулмаған сабый Иван Фокин тураһында былтыр Яңы йыл алдынан бар Рәсәй белде. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ - 31 декабрь иртәһендә Магнитогорск ҡалаһының Карл Маркс урамындағы күп ҡатлы йорттоң етенсе подъезы емерелде. 39 кеше һәләк булды, күптәр йәрәхәтләнде. Ҡотҡарыусылар емереклектәр аҫтынан бер йәше лә тулмаған Ваняны табып алды - сабый 20 градус һыуыҡта тәүлектән ашыу ваҡыт үткәргән.
Баланы илдең иң яҡшы табиптары тәүҙә Мәскәүҙә, һуңынан Силәбелә дауаланы. Ошо көндәрҙә Ваняны Силәбе өлкә клиник дауаханаһының реабилитация бүлегенән һуң өйгә ҡайтарҙылар.
Табиптар сабыйҙың йәрәхәтләнгән аяғын дауалау өсөн менән массаж, ЛФК күнекмәләре, рефлексотерапия кеүек алымдар яһаған. Фажиғәгә тиклем Ваня йөрөргә өйрәнгән булған, тик аҙаҡтан Рошаль клиникаһында үткәрелгән ҡатмарлы операциянан һуң быны онотҡан. Хәҙер ул ата-әсәһе ҡулынан йәки диван ситенән тотоноп, тәпәй баҫа. Бала теремек, уйынсыҡтар менән уйнай, шыуыша, тубыҡҡа баҫа, аяҡтарында баҫып тора. Уның аяғына көн дә бер нисә сәғәткә аяғына ортез тигән ҡулайлама кейҙерәләр.
Киләһе реабилитация курсы июнь айында үтәсәк.