«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Бутҡа бешерә беләһеңме, дуҫым?



29.08.2014 Бутҡа бешерә беләһеңме, дуҫым?

l Иң тәмле бутҡа духовкала, балсыҡ йәки суйын ҡаҙанда бешерелгәне.
l Кәстрүл төбөнә ултырған бутҡаны болғатмағыҙ. Уны, көйгән өлөшөн эләктермәҫкә тырышып, тиҙ генә икенсе һауытҡа бушатығыҙ.
l Бутҡағыҙ бешеп тә бөтмәгән килеш артыҡ ҡуйырҙымы? Бутай-бутай ҡайнар һөт йәки һыу ҡойоғоҙ, ул шыйығайыр.
l Һөтлө бутҡаны бешергән ваҡытта һөттө ярма тулыһынса тиерлек бешеп сыҡҡас ҡына ҡушығыҙ. Ҡайнар һөт һалып, бутҡаны һыу парында йәки духовкала бешереп бөтөгөҙ.
l Шәкәр һәм тоҙҙо һыуға ярманан алда һалырға кәрәк.
l Киптерелгән еләк-емеш, йәшелсә ҡушырға кәңәш ителә. Бешкән ваҡытта һыу өҫтәмәһәгеҙ, яҡшыраҡ. 1 л ҡайнап торған һыуға 1 ҡалаҡ лимон һуты ҡушһағыҙ, дөгө көймәйәсәк һәм ап-аҡ булып бешәсәк.
l Табынға сығарыр алдынан сәнске менән күпертелгән йомортҡа ағы ҡуш­һағыҙ, дөгө бутҡаһы тәмлерәк буласаҡ.
l Дөгөнө бешергән ваҡытта ҡалаҡ менән болғатмағыҙ, бары тик кәстрүлегеҙҙе ваҡыт-ваҡыт һелкеткеләп кенә алығыҙ.
l Бешергән ваҡытта арпа ярмаһы йыш ҡына тарала. Быға юл ҡуймаҫ өсөн кәстрүлгә һалыр алдынан йыуылған, бүрттерелгән ярмаға башта ҡайнар һыу бөркөргә кәрәк. Һыуҙы ҡайнап сығыуға түкһәгеҙ, аҙаҡ ярмаға тоҙ ҡушылған ҡайнар һыу һалһағыҙ һәм май өҫтәһәгеҙ, бутҡа иҫ киткес тәмле буласаҡ. ярманы 2 – 3 сәғәт һалҡын һыуға һалып торһағыҙ (1 кг арпа ярмаһына – 2,5 л һыу), ул тиҙерәк бешер.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға