«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Тәмәке компанияһы яуап тота



25.07.2014 Тәмәке компанияһы яуап тота

Беҙҙә булған хәл түгел. Американың Флорида штатындағы «Филип Моррис» тәмәке компанияһы суд тарафынан хөкөмгә тарттырылды. Пред­приятие үпкә яман шешенән вафат булыу­сы «ата» тәмәкесенең тол ҡатынына һигеҙ миллион доллар компенсация түләргә тейеш.

55 йәшлек ире ҡаты ауырыуҙан үлгәс, Илэйн Хэсс исемле ханым компанияны судҡа биреп, 130 миллион доллар түләүҙәрен талап итә. Хатта присяжныйҙар суды ла был сумманы үтә ҙур тип иҫәпләй. Суд тикшереүе бер нисә йылға һуҙыла. Һөҙөмтәлә шундай ҡарар сығарыла: тәмәке етештереүсе компания, нисәмә йыл буйына, тәмәкенең зыяны юҡ, тип белдереп, һатып алыусыларҙың башын әйләндергән. Медицина тикшереүҙәрен дә һанға һуҡмаған. Судья фекеренсә, етештереүсе халыҡ һаулығына зарар килтергән һәм яуап тоторға тейеш.

Шуныһы бар: әлеге ҡатын берҙән-бер судҡа биреүсе түгел, Флоридала ғына меңләгән эш ҡарала. Тик барыһы ла зыян күреүсе файҙаһына тамамланмай.
Йәл, беҙҙә тәмәкенең зарарын аңлаусылар булған хәлдә лә, компанияларҙы берәү ҙә судҡа бирә алмаясаҡ. Бирһә лә, моғайын, шундай яуап алыр ине: «Берәү ҙә көсләп ауыҙыңа тыҡмаған бит ул тәмәкене!» Бер яҡтан, дөрөҫ. Шулай ҙа никотин килтергән сирҙәр арҡаһында донъя менән хушлашыусылар һанының артыуы тертләтеп ҡуя.

Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса, ХХ быуатта тәмәке тартыу сәбәпле барлыҡҡа килгән сирҙәрҙән 100 миллион кеше ваҡытынан алда үлгән. Әлеге яңы быуатта иһә һандың бер миллиардҡа етеүе ихтимал. Белгестәр һығымта яһауынса, тәмәке тартыу ҡатын-ҡыҙҙың ғүмерен ун йылға ҡыҫҡарта. Тағы дауам итергәме?

Тәмәке тартыуҙы сикләүсе закон нисегерәк эшләр, шуны көтәбеҙ инде.

А. ЗИННУРОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға