«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Интуицияң үҫешкәнме?



18.07.2014 Интуицияң үҫешкәнме?

Тормоштағы ҡайһы бер хәлдәр­ҙе алдан тойомларға ярҙам иткән «алтынсы хис»тең барлығын фән иҫбатланы.
Ләкин һәр осраҡта ла уға ышанырға яраймы һуң? Психологтар был хаҡта бына нимә ти. Бөтә нәмәнән дә һығымта эшләү өсөн аныҡ дәлилдәр килтерә алмаусы ир-аттың интуицияһы, йәғни алдан һиҙемләүе бер ҙә маҡтанырлыҡ түгел икән. Юҡҡа ғына, ҡатынының хыянат итеүен ире иң һуңынан белә, тип әйтмәйҙәрҙер инде. Ә бына ҡатын-ҡыҙ көндәше барлыҡҡа килеүен шунда уҡ һиҙә. Ир-атта алдан һиҙемләү һәләте иһә экстремаль хәлдәрҙә яҡшы эшләй икән. Мәҫәлән, улар әҙ генә ҡыштырлауҙы ла, һиҙелер-һиҙелмәҫ булған хәрәкәтте лә айыра һәм сәбәләнмәй генә дөрөҫ ҡарар ҙа ҡабул итә. Ә ғөмүмән алғанда, психологтар алдан һиҙемләү һәләте, нисек кенә сәйер яңғырамаһын, ашарға бешерергә яратҡан кешеләрҙә ныҡ үҫешкән тип һанай. Эйе, эйе, нәҡ бына көн һайын ризыҡ әҙерләгәндә ошо һәләтебеҙҙе үҫтерәбеҙ икән. Нисекме?! Ашҡа күпме тоҙ һалыр­ға, ҡамырға күпме май өҫтәргә, артыҡ бешмәһен йәки көйөп китмәһен өсөн утты ҡасан һүндерергә кәрәклеген самалап.

Рәмилә ТАЙСЫНОВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға