«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Өләсәйҙеке шәберәк



27.06.2014 Өләсәйҙеке шәберәк

Өләсәйҙеке шәберәкӨләсәйемдән ҡалған суйын табалар бар. Ләкин улар ҡап-ҡара, ҡулланырлыҡ та түгел. Магазиндарҙа хәҙер бындай суйын һауыт-һаба бөтөнләй юҡ тиерлек. Өләсәйем ҡомартҡыларын таҙартып булмаҫмы икән?
Гөлшат ИШБУЛАТОВА.
Нуриман районы.

Суйын табалар һәм башҡа һауыт-һабаны таҙартып алыу мөмкинлеге бар. Уларға йәбешкән һәм ҡап-ҡара булған майҙы бөтөрөү мөмкинлеге ябай ғына. Бының өсөн ПВА елеме (125 грамлы бер банка) менән бер киҫәк кер һабыны кәрәк. Тәүҙә һабынды эре ҡырғыс аша үткәрергә. Бынан һуң ҙур һауытта һыу ҡайнатырға. Ҡайнар һыуға һабын менән елемде һалып, ныҡлап бутарға, һабын тулыһынса иреп бөтһөн. Ошо иретмәгә йылдар дауамында ҡарайған таба “сумдырыла”. Табаны ике сәғәт буйы ҡайнатығыҙ. Һыуы аҙайған һайын өҫтәп тороғоҙ. Ҡурҡмағыҙ – өйгә әллә ни еҫ таралмаясаҡ. Бынан һуң табаны һыуҙан алып, һыуытыр­ға ла, былай ҙа ваҡланып төшә башлаған майҙы ябай ғына тимер таба йыуғыс менән тиҙ арала ышҡып төшөрөргә ҡала.

Дуҫтар, яңылыҡтарығыҙ һәм фекерҙәрегеҙ менән www.ye02.ru сайтында йәки vk.com социаль селтәрендәге “Йәшлек” гәзите төркөмөндә (http://vk.com/blog.ye02) уртаҡлаша алаһығыҙ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға