«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Хәүефләнергә урын бармы?



02.05.2014 Хәүефләнергә урын бармы?

“Һаумыһығыҙ! Һеҙгә Баймаҡ районының Темәс ауылынан ҙур проблема менән мөрәжәғәт итәбеҙ. Темәс ауылында урынлашҡан психоневрология интернатына кәңәш­һеҙ, ауыл халҡына әйтмәй генә тиф менән ауырыған, Күмертау дауаханаһының инфекция бүлегенән 1976 йылдан бирле ятҡан ауырыуҙарҙы килтергәндәр. Ауыл халҡы белмәй ҙә ҡалды… Ул интернаттан канализация һыуҙарының Һаҡмар йылғаһына ағып төшөүе мөмкин. Интернат үҙе лә ауылға яҡын урынлашҡан. Халыҡ кемгә өндәшергә белмәй, интернатта эшләүселәр эш урыны өсөн ҡурҡа, өндәшмәй­ҙәр. Беҙҙең проблеманы асыҡларға ярҙам итһәгеҙ ине?!. Уйлауыбыҙса, ундай ҙур эш ауыл халҡы менән кәңәшләшмәйенсә эшләнергә тейеш түгел”.
“Бәйләнештә” сайты аша “Йәшлек”кә тәғәйенләнеп килгән хат уйланырға мәжбүр итә. Иң беренсе, әлеге заманда ла был ҡурҡыныс сир бармы ни ул, тигән һорау тыуа. Икенсенән, 1976 йылдан алып ул ауырыуҙарҙың сирен дауалап бөтә алмағандармы ни? Темәс психоневрология интернатына Күмертауҙан тиф менән ауырыусыларҙы күсереү тураһындағы хә­бәргә аныҡлыҡ индерергә тырышып, интернатҡа бер нисә тапҡыр шылтыратып ҡараныҡ, әммә етәкселекте урынында тап итә алманыҡ.
Әлеге ваҡытта “Бәйлә­нештә” сайтында был мәсьәлә буйынса бик ҡыҙыу фекер алышыу бара. Айырыуса йәштәр әүҙемлек күрһәтә. Улар хатта ҡаршылыҡ акцияһы үткәрергә әҙер.
Халыҡтың борсолоуы урынлымы, тиф ауырыуы ниндәй юл менән тарала һәм ниндәй эҙемтәләргә килтереүе ихтимал? Яҡын арала хәбәрсебеҙ барып, урында барыһын да асыҡлар.

Т. АМАНОВ.

Белешмә. Ҡорһаҡ тифы –киҫкен инфекция ауырыуы. Уның таралыу сығанағы – ауырыу кеше һәм бактерия таратыусы. Ҡорһаҡ тифы таяҡсаларының бысраҡ ҡулдан, себендәрҙән, ағым һыуҙан күсеүе ихтимал. Инфекциялы аҙыҡ-түлекте ҡулланыуҙан күскән сир хәүефле. Инкубация осоро 1 – 3 аҙна дауам итә. Ғәҙәттә, ауырыу әкренләп башлана. Сир йоҡтороусылар хәлһеҙлеккә, баш ауыртыуына, тиҙ арыуға зарлана. 7 –­ 8-се көнөнә ҡорһаҡтың өҫкө өлөшөндәрәк ҡыҙыл сабыртма барлыҡҡа килә. Йөрәк тибеше һирәгәйә, ҡан баҫымы төшә. Бауыр менән талаҡтың ҙурайыуы күҙәтелә. Сирҙе ваҡытында асыҡлап, дөрөҫ итеп дауалағанда дүртенсе аҙнала ауырыуҙың хәле яҡшыра башлай.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға