«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Һәр кемдең һаулығы – үҙ ҡулында



04.04.2014 Һәр кемдең һаулығы – үҙ ҡулында

Һәр кем бәхетле һәм оҙон ғүмер кисереү тураһында хыяллана. Әммә бының өсөн беҙ нимә эшләйбеҙ һуң? Һаулығыбыҙ тураһында хәстәрлек күрәбеҙме? Әллә ауырый башлағас ҡына иҫебеҙгә төшөрәбеҙме? Медицина нисек кенә көслө булмаһын, кешене бөтә ауырыуҙарҙан да дауалап бөтә алмай. Һаулығы хаҡында һәр кем үҙе хәстәрлек күрергә, көрәшергә тейеш. Тәндең сәләмәтлеге иң беренсе сиратта йәшәү рәүешенә бәйле. Йәш саҡта, көс ташып торғанда, барлыҡ ауырыуҙар урап үтер, гел шулай һау-сәләмәт, йәш, көслө һәм матур булып ҡалырмын, тип уйлап яңылышабыҙ. Насар ғәҙәттәр, төрлө ауырыуҙар сәләмәтлекте ҡаҡшата. Ә һаулығыңды бер юғалтһаң, уны дарыуҙар менән генә кире ҡайтарырмын тимә. Иң яҡшыһы, йәштән үк әүҙем, сәләмәт тормош алып барырға, спорт менән шөғөлләнергә, физик күнегеүҙәр яһарға, гигиена ҡағиҙәләрен үтәргә кәрәк. Тап шул саҡта ғына оҙаҡ йылдар сәләмәтлекте һаҡлап ҡалып була.

Һуңғы ваҡытта сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалаусылар күбәйҙе. Йәштәребеҙ араһында ла спорт менән ҡыҙыҡһыныусылар, теләһә ниндәй клубтарҙа күңел асып йөрөүгә ҡарағанда, бассейнда йөҙөүҙе, конькиҙа, саңғыла шыуыуҙы, фитнес-клубтарҙа шөғөлләнеүҙе өҫтөн ҡуйыусы егет-ҡыҙҙар күбәй­ҙе. Ундай йәштәргә ҡарап һөйөнөргә генә ҡала. Улар сәләмәт тормош яҡлы. Ә бына тәмәке тартып, йәки һыра, алкоголле эсемлектәр эсеп йөрөүселәр иһә күрәләтә һаулығын бөтөрә. Тәмәке тартыу һис кенә лә яҡшылыҡҡа алып килмәй, аҙағы барыһы өсөн дә бер төрлө тамамлана – астма, ашҡаҙан йәрәхәте, йөрәк-ҡан тамыр­ҙары системаһы эшмәкәрлегенең боҙолоуы, тын ҡыҫылыу, хәлһеҙлек һ.б. Алкоголь дә организмға шулай уҡ емергес йоғонто яһай. Спиртлы эсемлектәр нервы системаһын, психиканы ҡаҡшата, бауырҙы бөтөрә.

Был насар ғәҙәттәрҙән тыш, дөрөҫ туҡланыу ҙа һаулыҡты нығытыуҙа төп роль уйнай. Юҡҡа ғына табиптар йыш ҡына тулы кәүҙәле кешеләргә, һеҙгә кәүҙә ауырлығын кәметергә кәрәк, тип кәңәш бирмәй. Сөнки артыҡ кәүҙә ауырлығы ҡайһы бер ауырыу­ҙарҙың төп сәбәбе булып тора. Улар араһында гипертониктар, йөрәк сирлеләр һәм ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙары менән интегеүселәр күпселекте тәшкил итә.

Йыш ҡына теге йәки был ауырыу­ҙың барлыҡҡа килеүендә экологияны ла ғәйепләйҙәр. Әлбиттә, уның да йоғонтоһо булыуы ихтимал. Әммә барыһын да экологияға ғына һылтап та булмай. Шулай уҡ сирҙең төп сәбәбе – стресс, тигәнде лә йыш ишетәбеҙ. Әммә стресҡа ҡаршы тороу – һәр кемдең үҙ ҡулында. Уңышһыҙлыҡтарға бер аҙ еңелерәк ҡарар­ға өйрәнергә кәрәк. Сөнки тормош уларҙан ғына тормай. Бөгөндөң иртәгәһе бар, бөгөн эшегеҙ килеп сыҡманы икән, алдағы көндә мотлаҡ барыһы ла яйға һалыныр. Һәр ваҡиғаның, һәр нәмәнең ыңғай яғын күрергә, буштан ғына ла ҡыуаныс табырға өйрәнеү мөһим. Күңелегеҙҙә күңелле ваҡиғалар, ыңғай тәьҫораттар, шатлыҡ-ҡыуаныстар ғына өҫтөнлөк итһә, тәнегеҙ ҙә һау-сәләмәт булыр. Юҡҡа ғына, көлөү-йылмайыу кешегә һаулыҡ өҫтәй, тип әйтмәй­ҙәр бит. Шулай уҡ баштағы яҡшы уйҙар күңел сәләмәтлегенә килтерә. Күңеле сәләмәт кешенең физик һаулығы ла ныҡ була.
Бөгөн сәләмәт тормошто йәшәү рәүеше итеп алған кешеләр күп. Әйҙәгеҙ, уларға һүҙ бирәйек.

Әлфиә ЮЛСУРИНА, Башҡортос­тандың халыҡ артисы:
– Сәләмәт тормош алып барыу тураһында 2000 йылдар­ҙа уйлана башланым. Беренсенән, сәхнә кешеһенә үҙен һәр саҡ формала тоторға кәрәк булған өсөн, икенсенән, йыш ауырып йонсой инем. Дауаханаларға йөрөп-йөрөп тә, артыҡ файҙаһы булмағас, үҙем сәләмәтлегемде ҡайғыртырға булдым. Һәм, ысынлап та, ҡайһы бер ауырыуҙарға бирешмәҫкә өйрәндем. Киҙеү, тымау кеүек ваҡытлы ауырыуҙарҙан ҡотолоп була. Ғөмүмән, кеше һау-сәләмәт булырға һәм уның эске культураһы булырға тейеш, тигән фекергә килдем. Иртәнсәк зарядка эшләйем, организмымды төрлөсә сыныҡтырырға тырышам. Ашауымды бөтөнләй үҙгәрттем. Бе­ренсенән, күп ашарға ярамай, әҙ-әҙләп кенә туҡланып өйрәнергә кәрәк. Икенсенән, беҙҙең халыҡ ит менән картуф­ҡа шул тиклем баҫым яһап өйрәнгән, аяҡ аҫтында ғына үҫеп ултырған үләндәргә иғтибар ҙа итмәйҙәр. Ә эргәбеҙҙә генә шул тиклем файҙалы үләндәр, үҫемлектәр үҫә. Мин үләндәр менән ныҡ мауығам. Беренсенән, йәйгеһен уларҙы мөмкин тиклем күберәк йыйып ҡалырға, ашарға тырышам. Яңы ғына өҙөп алынған үлән­дәр­ҙән салаттар яһайым, аш бешерәм. Балтырғандан, дегәнәк япрағынан салаттар эшләйем. Улар шул тиклем файҙалы. Мәҫәлән, дегәнәк, балтырған, ҡарағат япрағынан, тәм өсөн бер йоморт­ҡа һәм ҡыяр турайым да, үҫемлек майы ҡойоп, бер көнгә етерлек салат эшләп ҡуям. Был салат ашҡаҙанға, эсәктәргә, сәскә шул тиклем файҙалы. Мин уны “Йәшлек салаты” тип атайым. Көн буйы шуны ашап йөрөйөм. Салатта төп урынды дегәнәк япрағы алып тора. Ғөмү­мән, шундай файҙалы үләнде һанламайбыҙ. Аяҡ һыҙлағанда, мастопатиянан япрағын файҙа­ланырға була. Ауыртҡан урынға йөнтәҫ яғын һалып йөрөһәң, бик тә килешә.

Үләндәрҙән ҡышҡылыҡҡа төрлө төнәтмәләр әҙерләйем. Рим Әхмәтовтың “Одо­лень – трава” тигән китабына таянам. Ул – минең өҫтәл китабым. Ҡара яҙҙан урманға сығып китәм, ҡасан ниндәй үләнде йыйыр­ға әйтелгән – шуның буйынса үләндәрҙе йыям. Тағы бер шөғөлөм – сәфәргә сыҡҡан ваҡытта үҙҙәренең ауыр сирҙәрен еңгән кешеләр менән осрашырға, һөйләшергә яратам. Уларҙан нисек итеп сирҙәрен еңеүе, файҙалы үҫемлектәр тураһында һорашам.

Шулай итеп, мин сәләмәт тормош алып барыу өсөн нимәләр эшләйем? Берен­сенән, туҡланыуға ныҡ иғтибар бирәм, файҙалы ризыҡтарҙы ғына ашар­ға тырышам. Икенсенән, күберәк хәрәкәт итәм. Өсөнсөнән, үләндәр менән организмымды нығытам. Бына шулай ябай ғына, иҫ киткес бер нәмә лә юҡ. Иң мөһиме, ашауға етди иғтибар бирәм. Элекке кеүек нимәне яратам, барыһын да ашарға тырышмайым. Мин дә торт, кәбеҫтә бәлеше, манты, билмән яратам, әммә уларҙы бешермәйем. Вегетариан да түгелмен, әммә итте бик һирәк һәм әҙ ашайым, күберәк үҫемлектәр, йәшелсәләр менән туҡланам. Һәм үҙемде бик еңел тоям. Бөтә серем шул.

Миндә бер генә тамсы ла көнләшеү юҡ. Бер ҡасан да, бер кемдән дә көнләшмәйем. Бының өсөн Хоҙайға һәм атай-әсәйемә рәхмәтлемен. Талантлы кешеләрҙе бик хөрмәт итәм, был йырсының тауышы шәп, тип бер ҡасан да көнләшеп ултырғаным юҡ, ҡыуанам ғына. Матур итеп кейенеп йөрөгән кешеләрҙе яратам, уларға ҡарап һоҡланам. Минең дошмандарым да юҡ. Әгәр ҙә кемдер миңә оҡшамай икән, уның менән аралашмайым да ҡуям. Уларға ҡарап, көйәләнеп йөрөмәйем. Янымда тик миңә оҡшаған, үҙем яратҡан кешеләр генә. Тамашасыларымды яратам, йырларға яратам – бөтә тормошом шул.

Ғәзиз ЙОСОПОВ, Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте хеҙмәткәре:
– Сәләмәтлек – йән, тән һәм рухи һаулыҡ. Чехов әйтмешләй: “Кешелә бөтә нәмә лә матур булырға тейеш”. Сәләмәт тормош өсөн күп нәмә кәрәкмәй: спорт кейеме һәм теләк.
Ятаҡта йәшәгәндә 10 минуттан 6 тула тигәндә уянып, дөйөм йыуыныу бүлмәһендә һалҡын һыу менән ҡойоноп, иртәмде башлай торғайным. Хәҙер фатирлы булғас, тағы ла анһатыраҡ. Иртән тороп, бер сәғәт йога менән шөғөлләнәм һәм душҡа инәм. Аҙнаһына бер-ике тапҡыр өсәр саҡрым йүгерәм. Тренажерҙар ҙа кәрәкмәй, сөнки маҡсатым – үҙемде рәхәт хис итеү, көн буйы энергиялы булыу һәм балаларыма сәләмәт тормош һабағын биреү. Йүге­реүҙең файҙаһы ифрат ҙур: кәйефте күтәрә, тынды аса, йөрәкте һәм ҡан тамырҙарын сыныҡтыра (беләһегеҙ – заманабыҙҙың иртә үлемдәре йөрәк-ҡан тамыр­ҙары системаһына бәйле). Шуға күрә тәү сиратта йүгереү булырға тейеш.

Тағы ла фитнес-йога (эзотерикаһыҙ күнекмәләр) менән шөғөлләнәм. Эшем офис эше менән бәйле булғаны өсөн умыртҡа һөйәге, ҡан тамырҙары системаһы һәм күҙҙәрем насарая башланы. Шул саҡта дүрт йыл элек төрлө фитнес күнекмәләрен һынап ҡараным – фитбо, стретчинг, пилатес. Иң шәп һөҙөмтәне йоганан алдым һәм өс йылдан ашыу күнекмәләр эшләүемде дауам итәм. Йүгерә һәм һалҡын һыу менән ҡойона башлауыма ун йылдан ашыу ваҡыт үткәндер. Күптән башланым. Берен­се тапҡыр һалҡын һыу менән Баймаҡ райо­нының Әмин ауылында ағайым ҡойондор­ҙо. Температура 10 градус һыуыҡ ине, тирә-яҡта – ҡар. “Нисауа, – тине ағайым, – ун градус һалҡын булыуы шәп әле, сөнки һалҡын һыуҙың температураһы 14 градус йылы. Киреһенсә, йылынырһың”. Беҙҙең ғаиләлә ололарҙы мотлаҡ тыңлайҙар. “Баҫ!” – тиеүе булды – барып баҫтым тупһа эргәһендәге ташҡа. Һәм, ысынлап та, өҫтөмә ҡойолған һалҡын һыуҙан йылынып киттем. Һүҙ ыңғайы, Шүлгәнташ шишмәһе лә һалҡын шишмә бит – унда ла сумып ҡараным. Бик шәп булды.

Төрлө клубтарҙы, дискотекаларҙы бөтөнләй ташлап булмаһа, кәметергә кәрәк. Ысынын әйткәндә, театр-кинотеатрҙарҙың да самаһын белеү шарт. Ғаиләң йәки дуҫтар менән аралашыу, сәй эсеү кисәләре ваҡыт уҙғарыу йәһәтенән күпкә файҙалы. Әлбиттә, тән сихәте менән зиһен, аҡыл һаулығы ла мөһим. Теле­визорҙы һирәгерәк ҡабыҙығыҙ. Беҙҙең ғаиләлә аҙнаһына бер-ике тапҡыр телевизор ҡарау ғәҙәткә ингән. Гәзит (“Йәшлек” һәм “Киске Өфө” гәзиттәре тәү сиратта) күпкә файҙалы, сөнки зиһенебеҙҙе эшләтә, мейебеҙгә хәбәрҙе яйлап һеңдереп, “сәйнәп” ҡабул итергә ирек бирә.
Һуңғы осорҙа йәштәр дингә ылыға башланы – был да бик шәп күренеш. Сөнки динебеҙ һәр яҡтан саф, сәләмәт, ныҡлы булыуҙы талап итә. “Әл муминуль ҡәүи хәйрум мин әл муминуль ҙәғиф” – көслө мосолман зәғиф мосолмандан хәйерлерәк, тиелә бер хәҙистә.

Мәйсәрә ХАФИЗОВА, пенсионер:
– Йәшәй-йәшәй тормоштоң ҡәҙерен беләһең. Йәш саҡта эш менән, балалар тип, үҙемә ваҡыт ҡалмаған. Бына әле, олоғайғас, инде әле бер ерем, әле икенсеһе борсой башлағас ҡына, үҙемдең һаулығымды ҡайғыртырға тотондом. Көн һайын иртән эргәләге паркта йәйәү йөрөп киләм. Иртәнсәк тыныс, артыҡ кеше юҡ, рәхәтләнеп саф һауа һулап, аяҡ-быуын­дар­ҙы яҙып, йөрөп әйләнәм. Тыным иркенәйеп, рәхәт булып ҡала. Ауырыһам да дарыу­ ҡулланырға ашыҡмайым, берҙән, уларҙы һатып ала башлаһаң, аҡса еткереп булмаҫ, икенсенән, файҙаһынан зыяны ла күберәктер әле. Мин халыҡ дауаһына өҫтөнлөк бирәм. Гәзит-журналдарҙа ба­ҫылып сыҡҡан төрлө мәҡәләләрҙе йыйып барам, үҙемә кәрәген ҡулланам. Йәйгеһен урманда, баҡсамдан мәтрүшкә, еләк, ҡарағат, сейә япрағы, һары мәтрүшкә, меңъ­япраҡ, юл япрағы, бәпембә, сирень, муйыл сәскәләрен һәм башҡа үлән­дәр­ҙе йыйып алам. Ҡышҡыһын иһә шуларҙың ҡайһыныһын төнәтеп, ҡайһыныһын сәйгә һалып эсәм. Сирень, муйыл сәскәләрен спиртҡа һалып ултыртып, быуындар һыҙлағанда ыуынам. Бына шулай үҙемсә, хәлдән килгәнсә, һаулығымды нығытырға, ғүмеремде оҙай­тыр­ға тырышам.

Тимур БАЙҒУЗИН, студент:
– Сәләмәт тормош минең өсөн – ул спорт. Көн һайын спорт залына йөрөйөм, тренажерҙарҙа шөғөлләнәм. Ҡышҡыһын саңғыла йүгерәм, конькиҙа шыуам. Йәйгеһен иһә йүгерәм һәм бик тә йөҙөргә яратам. Тәмәке тартмайым, араҡы эсмәйем. Башҡа насар ғәҙәттәрем дә юҡ шикелле.

Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға