«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Ни өсөн арыта?



28.03.2014 Ни өсөн арыта?

Яҙғы хәлһеҙлекте беҙ йыш ҡына авитаминозға һылтайбыҙ. Әммә невропатологтарҙың һуңғы тикшереүҙәре күрһәтеүенсә, сәбәбе бөтөнләй башҡа нәмәлә булыуы ихтимал.

1. Көн торошо йоғонтоһо
Көслө ел, атмосфера баҫымының үҙгәреп тороуы, яҙ башында көндәрҙең ҡапыл ғына йылытып ебәреүе һәм күп тә тормай, йәнә һыуытыуы нервы системаһын ҡаҡшата һәм хәлһеҙлек барлыҡҡа килә.
Нимә эшләргә?
Бармаҡтарға массаж эшләргә мөмкин. Уң ҡулдың сәтәкәй бармағын баш һәм һуҡ бармаҡ менән ҡыҫып, баш бармаҡтың осо менән сәтәкәй бармаҡтың уртаһына ныҡ итеп баҫығыҙ һәм кире яҙығыҙ. Бер нисә минуттан арыуығыҙ үтмәһә, бер сәғәт буйы ошо массажды ҡабатлап тороғоҙ.

2. Ҡаты диета һөҙөмтәһе
Яҙ етһә, күптәр ябығыу тураһында хыялланып, төрлө диеталарға ултыра башлай. Әммә түбән калориялы диета – организм өсөн стресс. Айырыуса бер генә төр ризыҡҡа (алма менән кефир) ҡоролған диеталар насар. Улар организмды туҡлыҡлы матдәләр менән тулыһынса тәьмин итә алмай һәм матдәләр алмашыныуы тотҡарлана. Бынан тыш, организмдағы май менән бергә һеҙ мускулдар массаһын да юғалтаһығыҙ, тимәк, тура мәғәнәһендә хәлһеҙләнәһегеҙ тигән һүҙ.
Нимә эшләргә?
Диетологтар тәҡдим иткән туҡлыҡлы матдәләр квотаһын тоторға кәрәк: көндәлек рациондың 60 проценты углевод, 24 проценты май һәм 16 проценты аҡһым булырға тейеш.

3. Иртәнге еңел аш
Иртәнсәк сәй йәиһә кофе менән йогурт ҡына һеҙгә көндәлек энергия бирә алмай. Ябығырға тырышып, майлы ризыҡ ашауҙан тыйылаһығыҙмы? Әммә организмға биологик яғыулыҡты ҡайҙан алыу мөһим түгел. Иң тәүге сиратта, ысынлап та, май ирей, һуңынан организм шәкәр менән фруктозаға күсә, шунан һуң ғына углеводтар һәм аҡһымдар китә башлай. Майһыҙ ризыҡ ашарға тырышып, алдағы бер нисә сәғәткә үҙегеҙҙе хәлһеҙләндерәсәкһегеҙ генә.
Нимә эшләргә?
Иртәнсәк май менән бутерброд, 2 – 3 киҫәк сыр, 5 – 6 сәтләүек, эремсек йә ҡаймаҡ менән ҡоймаҡ ашарға кәрәк.
4. Ас ҡарынға – тәмлекәс
Асыҡҡан саҡта кәнфит, шоколад кеүек тәмле-татлы менән тамаҡ ялғап алыу килешкән эш түгел. Ҡанда шәкәр кимәленең ҡапыл күтәрелеүе ашҡаҙан аҫты биҙен әүҙем рәүештә инсулин бүлеп сығарырға мәжбүр итә. Ул кәнфиттән алынған углеводтарҙы тиҙ генә эшкәртә лә, организмға башҡа туҡлыҡлы матдәләр инмәгәс, ҡандағы глюкозаны тейешле норманан төшөрә. Һөҙөмтәлә 20 – 30 минуттан баш әйләнеп, хәл бөтә башлай.
Нимә эшләргә?
Асыҡҡан саҡта банан, алма йә әфлисун ашарға мөмкин. Ябай ғына фруктоза менән глюкозанан тыш, унда пектин, күҙәнәкле туҡымалар, крахмал да бар. Улар, ҡанда тейешле шәкәр кимәлен һаҡлап, яйлап үҙләштерелә.

5. Аяҡ ҡан тамырҙарында ҡан әйләнешенең насарайыуы
Көнө буйы аяҡ өҫтө йөрөп, кис ҡайтыуға өҙҙөрөп һыҙлаған аяҡ дөйөм арығанлыҡты көсәйтә.
Нимә эшләргә?
4Тоҙ йәиһә 5 – 10 тамсы эвкалипт майы һалып, аяҡ өсөн йылы ванна әҙерләгеҙ.
4Тәпәш үксәле, уңайлы аяҡ кейеме һайларға тырышығыҙ. Ул саҡта аяғығыҙ ике тапҡырға әҙерәк арыр.
4Мөмкинлек булған һайын аяҡтарға һәм ҡулдарға таянып баҫығыҙ. Был поза аяҡтар­ҙы өҫкә күтәреп ятыуға ҡарағанда ла файҙалыраҡ.

6. Тренажерҙарҙа көсөргәнеп шөғөлләнеү
Йәйгелеккә үҙегеҙҙе формаға килтереү ниәтендә физик күнегеүҙәр менән шөғөлләнә башланығыҙмы? Тәүге көндәрҙә мускулдарҙың бик ныҡ ауыртыуын тойорһоғоҙ.
Нимә эшләргә?
Тәндең арыуын һыу баҫа. Мөмкинлек булһа, һыу менән ҡойоноғоҙ, төрлө хуш еҫле үләндәр ҡатнашмаһынан әҙерләнгән ваннала ятып алырға мөмкин.

7. Артыҡ кәүҙә ауырлығы
Артыҡ кәүҙә ауырлығы ла тиҙ арыуға, хәлһеҙлеккә килтерә. Тулы кәүҙәле ке­шеләр­ҙең, ғәҙәттә, эсе сығып тороу арҡаһында көс кәүҙәнең бер өлөшөнә күберәк төшә, шуға күрә улар тиҙ арый.
Нимә эшләргә?
Был осраҡта күберәк хәрәкәт итергә, йәйәү йөрөргә, гимнастика эшләргә кәңәш ителә. Шулай уҡ йөҙөүҙең дә ярҙамы ҙур. Кискеһен ашауҙан тыйылып тороу ҙа яҡшы.
8. Бер юлы бер нисә эш менән булыу
Был нервы системаһы өсөн бик ауыр. Айырыуса ир-егеттәр өсөн. Бигерәк тә яҙғыһын белгестәр бер юлы бер нисә эш менән шөғөлләнергә кәңәш итмәй. Әйтәйек, телевизор ҡараған ваҡытта телефондан һөйләшергә, йә кем менәндер әңгәмәләшкәндә документтар менән эш итергә ярамай.
Нимә эшләргә?
Психологтар фекеренсә, кеше нимәнән башларға белмәгәндә бер юлы бер нисә эшкә тотона. Шуға күрә ниндәй эштәр эшләргә кәрәклеген билдәләү өсөн алдан исемлек төҙөп ҡуйығыҙ.

9. Ҡара төҫтәге кейем
Күп кенә ҡатын-ҡыҙ һомғолораҡ күренеү өсөн ҡара төҫтәге кейем кейергә тырыша. Ысынлап та, ҡара төҫ һомғолораҡ күрһәтә, әммә ул кәйефте күтәрмәй. Ҡара төҫкә өҫтөнлөк биреүселәр башҡаларға ҡарағанда ике тапҡыр нығыраҡ арый.
Нимә эшләргә?
Ҡыҙыл төҫтәге кейем һайлағыҙ – ул һеҙгә көс һәм энергия өҫтәр. Эш күплектән өлгөрә алмай өтәләнеп, тиҙ генә ҡыҙып барған осраҡта йәшел йә зәңгәр төҫтәге кейем һайлау файҙалы. Улар тыныслыҡ өҫтәр. Туғандарығыҙ һәм бергә эшләгән кешеләр менән аралашыуҙан арып киткәндә асыҡ һоро төҫтәге кейемдәрҙе һайларға кәрәк, улар мөнәсәбәттәрегеҙгә йылылыҡ өҫтәр.

10. Тәмәке тартыу
Никотин ҡан тамырҙарын ҡыҫа һәм организмға кислород етмәй башлай. Һөҙөмтәлә кеше арығанлыҡтан йонсой. Шуға күрә тәжрибәле белгестәр тәмәкеселәрҙе астениянан дауаларға ла тырышмай, сөнки бының бушҡа ваҡыт үткәреү икәнен яҡшы аңлай.
Нимә эшләргә?
Тәмәкене ташлағас та көс инеп китер тип көтөргә ярамай. Тәүге аҙнала арығанлыҡ көсәйә генә. Никотин нервы системаһына допинг кеүек йоғонто яһай, унан ҡотолғансы бер ни тиклем ваҡыт кәрәк буласаҡ.

11. Компьютерҙа эшләү
Көнө буйы мониторға текәлеп ултырыуҙан күҙҙәр тала, баш ауырта башлай. Эш аҙағына хәлһеҙлек тотош организмды солғап ала. Өйгә ҡайтҡас та бер нимә лә эшләмәй, ятып ҡына торғо килә.
Нимә эшләргә?
Күҙҙәр талғанда йылы компресс ярҙам итә. 2 мамыҡ йомғағын ҡайнар һыуҙа сылатып, һыуын һарҡытып, 10 – 20 минутҡа күҙ ҡабаҡтарына ҡуйығыҙ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға