«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Һыуыҡтан нисек һаҡланырға?



21.02.2014 Һыуыҡтан нисек һаҡланырға?

Һыуыҡтан нисек һаҡланырға?Быйыл ғинуар бығаса булмаған ҡаты һыуыҡтары менән ҡурҡытып алды. Үҙебеҙ ҙә һиҙмәҫтән ҡайҙалыр төпкәрәк тығып ҡуйылған быймаларҙы, мамыҡ шәлдәрҙе, йөн ойоҡбаш менән ҡалын свитерҙарҙы эҙләп алдыҡ. Әле лә тыныс­ланырға иртәрәк. Сөнки февраль дә иң һыуыҡ айҙарҙың береһе. Табиптар фекеренсә, тап ошо ике айҙа өшөүҙән, аяҡ-ҡулдарҙы, битте туңдырыуҙан һаҡланырға кәрәк.

Битеңде йә ҡулыңды өшөтөүҙе шунда уҡ асыҡларға була. Туңған урын, ғәҙәттә, ағарыңҡырап тора, бер аҙ ауыртыу ҙа һиҙелеүе ихтимал. Тора-бара ауыртыу көсәйә башлай, ә һыуыҡтан йәрәхәтләнгән урын аҡ төҫкә инә. Ҡан әйләнеше насар булғанлыҡтан, зыян күргән урын йоҡоға талған кеүек тора ла, күпмелер ваҡыттан һуң бөтөнләй һәләк үлә.
Тән туҡымаһы ни тиклем тәрәнерәк йәрәхәтләнә, шул тиклем янған урынға нығыраҡ оҡшай. Айырыуса тәүге ярҙам дөрөҫ күрһәтелмәһә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йыш ҡына тәүге ярҙам дөрөҫ күрһәтелмәй. Иң киң таралған хата – туңған урынды ҡар йә бейәләй менән ыуыу. Был осраҡта тиренең тағы ла нығыраҡ зыян күреүе бар. Сөнки ышҡыған ваҡытта ул һыҙырыла, елһенә, төрлө инфекция эләгеүе лә мөмкин. Ҡар өшөгән урынды тағы ла нығыраҡ өшөтә.
Ә инде өшөгән аяҡ-ҡулдарҙы эҫе һыуға тығып, йә ут өҫтөндә тотоп йылытырға тырышыуҙан да насарырағы юҡ, сөнки туңған тирелә түбән температура һаҡлана, уның айырмаһы хатта йылымыс һыу менән дә 20 градус булыуы ихтимал. Инде терелеп барған күҙәнәктәр ҙә етерлек кимәлдә ҡан менән тәьмин ителмәй, тиҙ үк һәләк була. Бына ни өсөн һалҡынға бирешкән туҡымаларҙы эстән, яйлап ҡына йылытырға кәрәк. Тик шул осраҡта ғына туңған аяҡ-ҡулдарҙы яйлап кире тергеҙергә һәм ампутациянан һаҡлап алып ҡалырға була.

Нимә эшләргә?

Иң беренсе туңдырған ерҙе ҡотҡарыу өсөн шул урынға шәл, шарф кеүек йылы нәмә бәйләргә кәрәк. Уның аҫтына ҡалын ғына мамыҡ ҡатламы, өҫтөнә клеенка йәиһә 2 – 3 ҡат полиэтилен һалырға ярай. Тәндең туңған өлөшөнә ҡағылырға ярамай, айырыуса 2-се һәм 3-сө дәрәжә туңыу булғанда. Бындай осраҡта тире генә түгел, мускулдар, һеңерҙәр, ҡан тамырҙары, нервылар ҙа зыян күрә. Тәндең теге йәки был өлөшөн туңдырыуҙан тотош организмға һыуыҡ тейеү һәм бөйөргә, үпкәгә зыяны булып, өҙлөгөүгә килтереү ихтималлығы арта. Шуға күрә зыян күреүсене тиҙ арала йылы бүлмәгә күсереп, ҡурай еләге, бал, бальзам менән сәй бирергә тәҡдим ителә. Дарыуҙарҙан ҡул аҫтында папаверин йә аспирин булыуы һәйбәт.
Әгәр ҙә өшөгән урында ауыртыу, ҡысытыу йә еңелсә сәнсеп алыу кеүек тойғо барлыҡҡа килһә, иң ауыры артта ҡалған тип иҫәпләргә мөмкин, тимәк, ҡан әйләнеше көйләнә, тигән һүҙ. Бер нисә сәғәттән тирене һыу ҡушылған спиртҡа йә араҡыға маныл­ған мамыҡ менән һөртөргә мөмкин. Һуңынан йәрәхәтләнгән урынды бәйләп, йылы юрған аҫтына сумырға була. Шулай ҙа, үтер әле, тип ҡул һелтәп ҡуймағыҙ, табипҡа күренегеҙ, тирелә үҙгәрештәр көнөндә генә түгел, һуңынан да башланып ҡуя. Ул саҡта бер ниндәй табип та һеҙгә ярҙам итә алмаҫ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға