«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » һорау-яуап



21.02.2014 һорау-яуап

Тәмәке тартыуҙан һуҡыр ҡалырға мөмкинме?

Күптән түгел, эсеү һәм тартыу күҙгә насар йоғонто яһай, тип ишеткәйнем. Эсеүен эсмәйем, ә тәмәкене ташлай алмайым. Хәҙер күҙҙәрем дә насар күрә башланы кеүек. Ысынлап та, тартыуҙанмы икән ул?
А. КИЛДЕҒОШОВ.
Әбйәлил районы.

– Ысынлап та, тәмәке тартыуҙан һуҡыр ҡалырға мөмкин. Беренсенән, тәмәке төтөнөнән күҙ елһенә, әсетә, йәш ҡойола башлай. Икенсенән, ул – көслө ал­лер­ген. Тәмәке тартыусыла йәиһә уның янында торған кешелә аллергиянан конъюнктивит барлыҡҡа килеүе бар: күҙ һәм күҙ ҡабаҡтары ҡыҙара, күҙгә ҡом тулған кеүек тойғо барлыҡҡа килә, әсетә, йәшкәҙәй. Һәм, ниһайәт, ҙур стажлы тәмәкесенең һәм күп тартыусыла аблиопия йәки һуҡырлыҡ барлыҡҡа килә. Йәғни көйрәтергә яратыусының күҙ селтәрендәге һары тап үҙгәрә, боҙола. Һары тап, айырыуса уның үҙәк соҡоро аныҡ күреүҙе тәьмин итә. Тәмәке тартыу шулай уҡ катаракта үҫешенә, йәғни күҙ алмаһының тоноҡланыуына булышлыҡ итә. Шуға күрә сираттағы тәмәкене тоҡандырыр алдынан ныҡ ҡына уйланығыҙ.

Балыҡ майы файҙалымы?

Оло йәштәгеләр бала саҡта нисек балыҡ майы менән интектергәндәрен яҡшы хәтерләйҙер. Һуңынан ул юҡҡа сыҡты. Әле иһә дауаханаларҙа балыҡ майын капсулаларҙа һаталар. Оло йәштәгеләргә уны эсеү кәрәкме?
Гөлфинә.
Баймаҡ районы.

– Ололар өсөн балыҡ майы атеросклероздан файҙалы. Бынан тыш, унда организм өсөн кәрәкле А һәм Д витаминдары бар. Ә инде бауыры һәм ашҡаҙан аҫты биҙе яфалаған кешеләргә майҙы табип менән кәңәшләшеп кенә ҡулланыр­ға ярай.

Ни өсөн аяҡтар тирләй?

Иремдең аяҡтары тирләй. Нимә генә эшләтеп ҡараманыҡ, бер ниндәй дезодорант та, бер нәмә лә ярҙам итмәй. Бәлки, уның сәбәбе бөтөнләй аяҡта ла түгелдер.
Айһылыу.
Белорет районы.

Ысынлап та, аяҡтарҙың тирләүе организмдағы етеш­һеҙлеккә, айырып әйткәндә, эске органдарҙың, ҡан һәм лимфа тамырҙарының, эске һәт тышҡы секреция биҙҙәренең эшмәкәрлеген көйләүсе вегетатив нервы системаһына бәйле. Ире­геҙгә эш һәм ял режимын көйләргә, йоҡоһо туйғансы йоҡларға, тыныс­ландырыусы үләндәр төнәтмәһе эсергә, ныҡ ҡырҡыу ашамлыҡтарҙан һәм алкоголдән баш тартырға кәрәк. Һәм, әлбиттә, гигиена ҡағиҙәләрен үтәргә кәрәк. Аяғына имән ҡайырыһы ҡушылған ванна эшләү ҙә файҙалы. Шулай уҡ эҫе һәм һалҡын һыу менән алмашлап ҡойноу ҙа ярҙам итер.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға