«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Яҡшы ишетәһегеҙме?



21.02.2014 Яҡшы ишетәһегеҙме?

Түбәндәге һынамыш һеҙгә ишетеү һәләтегеҙҙе асыҡларға ярҙам итер. һорауҙарға эйе, һирәк йәки юҡ тип яуап бирергә кәрәк.

1. Әйткәнде ҡабатлауҙарын һорарға тура килгәне бармы?

2. Шыбырлап һөйләгәнде көскә-көскә генә аңлайһығыҙмы?

3. Өйҙәгеләрегеҙ телевизорҙың тауышын көслө итеп ҡуйыуығыҙға зарланғаны бармы?

4. Телефон шылтырағанын ишетмәй ҡалғанығыҙ бармы?

5. Һеҙҙән тауышығыҙҙы кәметеберәк һөйләшеүегеҙҙе һора­ған­дары бармы?

6. Лекцияларҙа, конференцияларҙа һөйләүсегә яҡыныраҡ ултырырға тырышаһығыҙмы?

7. Кешенең әйткәнен дөрөҫ аңламағандан уңайһыҙ хәлгә ҡалғанығыҙ бармы?

8. Банкыла иҫәп-хисап эштәрен башҡарғанда ҡолағығыҙҙы банк хеҙмәткәре тәҙрәһенә яҡыныраҡ ҡуйырға тырышаһығыҙмы?

9. Ҡатын-ҡыҙҙар йәиһә балалар менән һөйләшкәндә, улар­ҙың телмәрен ирҙәрҙекенә ҡарағанда насарыраҡ аңлайһығыҙмы?

10. Ҡолағығыҙға бөкө тығып ҡуйған кеүек тойғо булғаны бармы?

11. Магазинда һатыусынан һатып алған әйберегеҙҙең хаҡын ҡабатлап әйтеүен һорарға тура килгәне бармы?

12. Һеҙҙеңсә, күптәр ауыҙ эсенән генә мығырлап һөйләгән кеүекме?

Ә хәҙер балдарығыҙҙы иҫәпләгеҙ:
Эйе – 4, һирәкләп – 2, юҡ – 0.
0 – 12 балл. Һеҙ барыһын да бик яҡшы ишетәһегеҙ.
14 – 32 балл. Һеҙ йыш ҡына үҙегеҙҙе нимәнелер ишетеп етмәгән кеүек хис итәһегеҙ. Артыҡ борсолорға урын юҡ, шулай ҙа белгескә күренеү зыян итмәҫ.
33 балдан юғары. Һеҙгә ныҡлы тикшерелеү үтергә кәрәк. Аудиометрия ярҙамында табип һеҙҙең ишетеү һәләтегеҙҙең ниндәй кимәлдә икәнен асыҡлар. Сурдолог, отоларинголог менән кәңәшләшегеҙ. Әгәр ҙә етди проблемаларығыҙ булһа, һеҙгә дауалау курсы үтергә йәиһә операция яһатырға тура килер.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға