«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Киҙеүгә – “ЮҠ!”



28.01.2014 Киҙеүгә – “ЮҠ!”

Киҙеүгә –  “ЮҠ!” Киҙеүҙең төп билдәләре йыл һайын бер үк килеш ҡала. Улар – юғары тән температураһы, хәлһеҙлек, баш ауыртыуы, тымау, тамаҡ шешеүе, быуындар һыҙлауы, күҙ ҡыҙарыуы. Сирҙең еңел формаһы ла, үтә ауыры ла осрай. Киҙеү өҙлөгөүҙәре, хроник ауырыу­ҙарҙы ҡуҙғытыуы менән ҡурҡыныс, шуға күрә уны бер ҡасан да аяҡ өҫтө үткәрергә ярамай.

2014 йылда Рәсәйҙә өс типтағы вирус “A – California/7/2009” (H1N1), “В – Massachusetts/2/2012”, “A – Victoria/361/2011” (H3N2) таралыуы ихтимал. Көҙ аҙағы – ҡыш башында ҡайһы берҙәр ротовирус кисерҙе. Уларҙа күңел болғаныуы, хәлһеҙлек, артыҡ юғары булмаған температура кеүек билдәләр күҙәтелде.
Ауырып китһәгеҙ, бар эштәрегеҙҙе ситкә ҡуйығыҙ һәм табипҡа мөрәжәғәт итегеҙ. Ул диагноз ҡуйыр һәм йәшегеҙгә, хәлегеҙгә тура килгән дауаны билдәләр. Уның талаптарын ваҡытында үтәгеҙ. Киҙеүгә ҡаршы ни тиклем иртәрәк көрәшә башлаһағыҙ, шул тиклем шәберәк аяҡҡа баҫырһығыҙ. Йортта сирле кеше булғанда башҡалар медицина битлектәрендә йөрөргә тейеш. Уның ҡулланған әйберҙәрен, һауыт-һабаһын яҡшылап йыуырға кәрәк.
Нисек киҙеүгә бирешмәҫкә һуң? Профилактика менән шөғөлләнергә кәрәк! Ҡайһы берҙәр, инфекциянан ҡотолоп булмай, эләкһә, эләгә инде, тип уйлай. Юҡ, һаҡланыу саралары күргәндә киҙеүҙең һеҙҙе урап үтеүе бар. Тәү сиратта, шәхси гигиенаны теүәл үтәргә кәрәк. Өйгә ҡайтҡас та ҡулығыҙҙы һабын менән яҡшылап йыуығыҙ. Киҙеү вирусының молекулаһы организмға шундуҡ үтеп инмәй, тәүҙә ул бер аҙ танау ҡыуышлығында “йәшәй”. Әгәр ҙә диңгеҙ тоҙо (бер үк миҡдарҙа алынған аш тоҙо менән сәй содаһы ла ярай) иретмәһе менән танауығыҙҙы даими сайҡатып торһағыҙ, вирусты йыуып төшөрөүегеҙ ихтимал.
Йортоғоҙҙо йыш елләтегеҙ. Киҙеү вирусы һалҡын, саф һәм дымлы һауанан “ҡурҡа”. Саңды дымлы сепрәк менән һөртөгөҙ, аҙнаһына бер тапҡыр булһа ла химик таҙартҡыс сара һалынған һыу менән бүлмәләрҙе йыуып сығығыҙ.
Урамда танау-ауыҙ тирәһен ышҡымағыҙ. Махсус майҙар (оксолин, бор вазелины һ.б.), спрейҙар ҡулланығыҙ. Өшөмәҫкә тырышығыҙ, кейемегеҙ көн торошона тура килһен. Матур күренәйем тип, берүк яланбаш йөрөмәгеҙ. Бина эсендә һаҡлаусы медицина битлеге кейергә мөмкин (сәйер ҡараштарҙан тартынмағыҙ, иң мөһиме – һаулыҡ). Ғөмүмән, киҙеү эпидемияһы ваҡытында халыҡ күпләп йыйылған урындарҙа сәбәпһеҙ йөрөмәгеҙ. Йәмәғәт туҡланыу урындарын, дөйөм бәҙрәфтәрҙе урап үтегеҙ.
Даими стресс, йоҡо туймауы, насар туҡланыу иммунитетты ҡаҡшата. Ә хәлһеҙләнгән организм сирҙәргә тиҙ бирешеүсән. Иртәнге һәм төшкө ашты ҡалдырмағыҙ, ризығығыҙ витаминға бай булһын. Һуған, һарымһаҡ, цитрус емештәр өҫтәлегеҙҙән өҙөлмәһен. Витаминдар комплексын көҙҙән үк эсмәгән булһағыҙ, хәҙерҙән башлағыҙ. Табиптар киҙеүгә ҡаршы прививка яһатырға өгөтләй. Был һәр кемдең шәхси эше, уны эшләтеү-эшләтмәү – үҙ ихтыярығыҙҙа.
Күренеүенсә, киҙеүҙән һаҡланыу саралары бик ябай. Уларҙы үтәү һеҙгә күпмелер мәшәҡәт өҫтәр. Сирҙән яфаланғансы, уны булдырмау менән шөғөлләнеү күпкә еңелерәк түгелме ни?







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға