«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Киҙеү янай!



18.10.2013 Киҙеү янай!

Киҙеү һауа температураһы төшөү менән үҙе хаҡында иҫкәртә һала. Көндәрҙең кинәт һалҡынайыуы һәм көслө ел иҫеүе, һуңынан температураның күтәрелеүе, дымлылыҡтың артыуы киҙеү вирусына әүҙемләшеп, үрсеп китеү өсөн уңайлы шарттар тыуҙыра.
Белгестәр белдереүенсә, республикабыҙҙа әлегә тиклем киҙеү менән сирләүселәр һаны күҙәтелмәй, әммә шулай ҙа һалҡын алдырып, тымау тейҙереп, йүткереп, ОРВИ менән сирләүселәр бихисап. Бөгөн табиптар бөтә донъя буйлап киҙеүҙең йөрөшөн, үҙ-үҙен тотошон күҙәтә. Өфө ҡалаһы ла Санкт-Петербургтағы Киҙеү институтының терәк пункты булып тора. Республикала киҙеү менән сирләүселәр даими күҙәтелә, мониторинг уҙғарыла һәм барлыҡ мәғлүмәт институтҡа тапшырыла.
Йылдан-йыл киҙеү “яуызлана”, вирустың мәкерле составы, кеше организмын тубыҡландырыу өсөн, ҡатмарлаша бара, тип билдәләй белгестәр. Быйыл Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы киҙеүгә ҡаршы вакцинаға өс штамм индерергә ҡарар иткән (штамм – бер төрлө микроорганизмдарҙың таҙа культураһы). Уларҙың тәүге икәүһе беренсе йыл ғына ҡулланылмай – А1 “сусҡа киҙеүе” һәм А2 (“Виктория”) киҙеү вирустары. Уҙған йылдарҙа киҙеүгә ҡаршы вакциналарҙа был штамдар булғанлыҡтан, халыҡтың уларға ҡаршы иммунитеты бар. Ә бына өр-яңы штамм – В киҙеү вирусы яңы төркөмгә ҡарай. Уны тәү тапҡыр асыҡланған урыны менән бәйләп, “Массачусетс киҙеүе” тип тә йөрөтәләр.
Бер яҡтан уйлап ҡараһаң, кеше өсөн ниндәй штамм вирусын йоҡтороуы мөһим түгел, был белгес өсөн, сирҙең үҫеш юлын аныҡлау өсөн кәрәк. Ауырыу билдәләре шул уҡ – хәлһеҙлек, манма тиргә батыу йәки өшөү, юғары температура, баш, быуындар ауыртыуы.
В төркөмөнә ҡараған штамға ҡаршы көрәшеүҙә берҙән-бер ысул – ауырыуҙы алдан профилактикалау йәки прививка эшләтеү тип һанай табиптар. Сирләгән мәлдә табиптарға мөрәжәғәт итеү мотлаҡ, сөнки барлыҡ үлем осраҡтары кешенең сирҙе ныҡ аҙҙырыуы арҡаһында була.

Л. ҒӘЛИМЙӘНОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға