«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Наркоз, ысынлап та, ғүмерҙе ҡыҫҡартамы?



18.10.2013 Наркоз, ысынлап та, ғүмерҙе ҡыҫҡартамы?

Наркоз, ысынлап та, ғүмерҙе ҡыҫҡартамы? Йәки Анестезиология фәне тураһында
Кешелек донъяһында хирургик әмәлиәттәр (операциялар) бик борон замандарҙан уҡ башҡарылып килгән. Уны көтөргә, үткәрергә мәжбүр кешеләр оло ҡурҡыу тойғолары кисергән. Шуға күрә хирургтар меңәр йылдар буйы әмәлиәттәр ваҡытында ауыртыуҙы булдырмау юлдарын эҙләгән. Медицина­ла­ғы был үтә мөһим мәсьәлә фәҡәт ХIХ быуат урталарында ғына ныҡлап сиселә башлаған. Шул быуаттың ҡырҡынсы йылдары уртаһында АҠШ-тың Бостон ҡалаһынан хирург-стоматолог У. Мортон, бер химиктың кәңәше менән, эфир парҙары ҡатыш һауа һулатып, этте йоҡлатыуға өлгәшкән. Ул һуңынан бүтән йорт хайуандары менән дә тәжрибәләр үткәргән. Эфир менән һауа ҡатнашмаһын һулатып, уларға әмәлиәттәр яһап ҡараған. Ҡатнашма менән тын алған һәм йоҡлаған хайуандарға әмәлиәттәр тыныс шарттарҙа үткән. Йоҡлатмайынса тәжрибә үткәрелгән хайуандар­ға ҡарағанда улар күпкә тынысыраҡ булған, тиҙерәк һауыҡҡан.

У. Мортон ватандашы, хирург Уорренға үҙенең тәжрибәһен кешелә һынап ҡарарға тәҡдим итә. Хирург риза була. Ниһайәт, 1846 йылдың 16 октябрендә Уильям Мортон эфир парҙары ҡатыш һауа һулатып сирлене йоҡлатҡан (бындай йоҡо – наркоз ваҡытында тере организм ауыртыуҙы тоймай). Мортон тәжрибә үткәргән тәүге пациентын наркоз хәленә килтереү өсөн үҙе эшләгән ябай ғына ҡулланма аша операция барышында уның тын юлдарына эфир парҙары ебәреп тора. Хирург Уоррен наркоз хәлендәге ауырыуҙың яңағындағы шешен ығы-зығыһыҙ ғына алып ташлай. Шунан алып 16 октябрь анестезиология фәненең тыуған көнө булып иҫәпләнә.
Беренсе профессиональ табип-анестезиолог үҙ ғүмеренең һуңғы йылдарын фәҡәт ошо фәнгә арнаған инглиз ғалимы Д. Сноу (1813 – 1858) булған. Ул наркоздың организмға тәьҫирен, уның ағышын, стадияларын ентекләп өйрәнә һәм яҙып сыға. Наркоздың ул яҙып ҡалдырған стадиялары анестезиология фәнен башлап өйрәнеүселәр өсөн әле лә әһәмиәтен юғалтмаған.
Ә Рәсәйҙә табип-анестезиолог һөнәре йөҙ йылдан һуң ғына таныла. Данлыҡлы хирургтар Н. Пирогов, Ф. Иноземцев, П. Дьяконов һ.б. – наркозды тәүләп ҡулланыусылар.
Советтар Союзында хирургтар С. Юдин, А. Вишневский, А. Бакулев, П. Куприянов, Б. Петровский, Е. Мешалкин, Н. Блохин урындағы анестезияны киң ҡулланған һәм үҫтергән.
А. Вишневский урындағы (сикле) анестезияның бер төрө булған футляр анестезияһын уйлап таба. Ул ысул тән туҡымаларына ҡатламлап, 0,25 процентлы новокаин иретмәһен индереүҙән ғибәрәт. Ошо алым менән табип операциялар ваҡытында ауыртыуҙы тулыһынса баҫыуға өлгәшә.
А. Вишневскийҙың футляр анестезияһы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында миллионлаған совет һалдатының ғүмерен һаҡлап ҡалырға ярҙам итә, күптәрен, яраларын уңалтып, яңынан фронтҡа ҡайтара. Урындағы анестезияның был ысулы совет илендә уйлап табылған тип иҫәпләнә.
Дөйөм анестезия-наркоз иһә Советтар Союзында 1950 йылдар аҙағында ғына киң ҡулланыла башлай. Ул осорҙа наркозды операцияла ҡатнашмаусы хирургтар үткәргән. Был бик уңайһыҙ була. Табип-анестезиолог һөнәрен рәсми булдырыу зарурлығы килеп баҫа.
Ниһайәт, 1966 йылдың 14 апрелендә СССР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы “СССР-ҙа анестезиология-реаниматологияны артабан үҫтереү саралары” тигән ҡарар ҡабул итә. Ошо көндән беҙҙең илдә табип-анестезиолог һөнәре рәсми рәүештә таныла.
Уҡыусыны анестезиология-реаниматология фәненә ҡағылышлы ҡайһы бер терминдар менән дә таныштырып китһәк, зыян булмаҫтыр. Анестезиология, ябайлаштырып әйткәндә, ауыртыуҙы булдырмау юлдарын өйрәнеүсе фән. Латинса “а”, “ан” – кире ҡағыу, “эстезис” – тойоу, һиҙеү; “логос” тәғлимәт, ғилем, фән тигәнде аңлата. Тимәк, һүҙмә-һүҙ тәржемә итһәк, ул һиҙеүҙе, тойоуҙы, шулай уҡ ауыртыуҙы булдырмау тураһындағы фән булып сыға.
“Дөйөм анестезия” һәм “урындағы анестезия” (сикле) тигән төшөнсәләрҙә лә күп кеше буталып китә. Медицинала дөйөм анестезия наркоз хәлендә булыуҙы аңлата, сөнки был ваҡытта организм ауыртыуҙы тоймай, ә кеше, аңын юғалтып, медикаментоз йоҡо хәлендә була. Урындағы анестезия операция яһала торған айырым бер ағзаға, йә кеше тәненең сикләнгән урынына ауыртыуҙан һаҡлаусы дарыу, мәҫәлән, 0,25 – 0,5 процентлы новокаин иретмәһе ебәреп эшләнә.
Дөйөм анестезия ҡатмарлы, ҙур операцияларҙа, ә урындағы анестезия бәләкәйерәк күләмле, мәҫәлән, һуҡыр эсәктең селәүсен һымаҡ үҫентеһен – аппендиксты алғанда, ҡайһы бер бүҫерҙәргә, аяҡ-ҡулдар­ҙың вағыраҡ һөйәктәренә операциялар яһағанда ҡулланыла.
Хәҙерге заман наркозы организм өсөн бөтөнләй зарарһыҙ тип әйтерлек. Сөнки ул, беренсенән, күп компонентлы, йәғни наркоздағы ауырыу организмына әҙләп кенә һәм бүлеп-бүлеп төрлө анестетик һәм наркотик дарыуҙар ебәрелә. Икенсенән, дарыуҙар индереүҙе теләгән ваҡытта туҡтатып була. Өсөнсөнән, анестезиолог һәм уның ярҙамсы шәфҡәт туташтары ла, күҙәтеүсе аппаратура ла наркоз стадияларын даими тикшереп тора. Шулай булғас, “Бер наркоз ғүмерҙе ун йылға ҡыҫҡарта” тигән хәбәргә ышанырға ярамай. Дүртенсенән, наркоз хәленә килтергән дарыу­ҙарҙы зарарһыҙландырыусы (нейтралләштереүсе) дарыуҙар ҙа бар бит. Табип хирургик яраға һуңғы тегемде төйнәгәндә үк пациент наркоздан уяна. Әле әйтелгәндәрҙе сағыштырыу маҡсатында, мәҫәлән, бер шешә сифатһыҙ спиртлы эсемлектән наркоз хәленә етеп уянған кеше бик тәрән стадиялағы наркозда булған кешегә ҡарағанда үҙ организмына күберәк зыян килтерә. Ғөмүмән, һәр шешә араҡы – оло бер наркоз ул. Шулай булғас, уҡыусы үҙе һығымта яһар.
Ауырыуҙар һәм имгәнеүҙәр организмды көсһөҙләндерә, уның тотороҡлоғон ҡаҡшата. Хәҙерге заманда төрлө һәләкәттәр йышайҙы. Мәҫәлән, юл фажиғәләре, ер тетрәү, һыу баҫыу һәм башҡалар кешене йәшәү менән үлем араһында торғоҙоп ҡалдырыуы мөмкин. Бындай осраҡта фажиғәгә тарыған кешенең һөйәктәре һынып, башы бәрелеп, эске ағзалары яраланып, аңын юғалтып, һулышы туҡталып, йөрәгенең эшмәкәрлеге насарайып, ҡан әйләнешенең аҡрынлауы, хатта туҡталып ҡалыуы арҡаһында шок хәленә барып етеүе мөмкин. Шок дүрт дәрәжәгә бүленә, иң ауыры – дүртенсеһе. Ауыр дәрәжәләге шок үлемгә бер нисә аҙым тигән һүҙ. Әле әйтеп кителгән үтә киҫкен шарттарҙа фажиғәгә осраған кеше, әлбиттә, бер ниндәй операцияны ла күтәрә алмаясаҡ. Тимәк, бындай сетерекле хәлдәрҙә табиптар алдында кеше организмын хирургик әмәлиәтте күтәрерлек һәм уны ғүмере өсөн хәүефһеҙ үткәреп ебәрерлек кимәлгә еткереү зарурлығы килеп баҫа. Нәҡ ошо эш менән юғарыла бәйән ителгән фәндең икенсе өлөшө – реаниматология шөғөлләнә лә инде.
Реаниматология – (латинса “ре” – яңынан, “анимаре” – йәшәү, “логос” – тәғлимәт) кешене йәшәү хәленә еткереүҙе өйрәнеү. Клиник медицина фәненә хеҙмәт итеүсе табип анестезиолог-реаниматолог тип атала. Башҡарған эшенә ҡарап, табипты анестезиолог йәиһә реаниматолог тип кенә лә атарға мөмкин. Мәҫәлән, хирургик операция ваҡытында, анестезия йәки наркоз менән шөғөлләнгәндә, ул – анестезиолог. Пациенттың ғүмеренә ҡурҡыныс янағанда, уны ошо хәлдән алып сығыу саралары үткәргәндә, табип реаниматолог була. Дөрөҫ, операция өҫтәле янында ла был өлкәлә эшләүсе табип үҙенең ярҙамсы шәфҡәт туташтары – анестезистар менән бергә һәр ваҡыт уяу тора, наркоз һәм операция дауамында ауырыу организмының һәр үҙгәрешен үҙе лә, приборҙар ярҙамында ла күҙәтеп, тайпылыштар булдырмау сараларын күрә. Ҡатмарлы һәм оҙайлы операциялар ваҡытында ауырыуҙы хатта бер нисә анестезиология һәм бер нисә хирургия бригадаһы бер юлы хеҙмәтләндереүе мөмкин.
Хәҙерге замандың клиник медицинаһын әле беҙ һүҙ алып барған фәндән, бар булмышын ошо эшкә бағышлаған хеҙмәткәрҙәрҙән башҡа күҙ алдына ла килтереп булмай.
“Ә ни өсөн һуң анестезиологтар­ҙы күп кеше белмәй, операция үткәргән пациенттар ҙа уларҙың хеҙмәтен тейешенсә баһаламай?” – тип һорарһығыҙ. Дөрөҫ һорау. Эйе, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың хеҙмәте күләгәлә ҡала килә. Хирургик профилдәге, бигерәк тә кисектергеһеҙ ярҙам алған сирлене аяҡҡа баҫтырыуҙа анестезиолог-реаниматологтарҙың күрһәткән хеҙмәте дөйөм көсөргәнештең яртыһын, ә ҡайһы бер осраҡтарҙа күберәген дә биләйҙер, бәлки. Уларҙың ауыр эше бүтән белгестәрҙең хеҙмәтенә ҡушылып, уларға ҡеүәт өҫтәй. Тик йыш ҡына уларҙың эшмәкәрлеге күләгәлә ҡала. Рәсәйҙән айырмалы, Көнбайыш илдәрендә анестезиолог-реаниматологтарҙың эш хаҡы бүтән табиптарҙыҡынан күпкә юғары. Ә билдәһеҙлеккә килгәндә, уны түбәндәге сәбәптәр менән аңлатып булыр ине. Беренсенән, реаниматологтар ҡабул иткәндә күп сирлеләр үтә ауыр хәлдә, йыш ҡына һушһыҙ була. Икенсенән, медицинаға ҡағылышлы мәғлүмәт кимәленең түбән булыуы, йәғни матбуғат баҫмалары, радио, телевидение медицина хеҙмәтен төплө генә яҡтырта алмай.
Анестезиолог-реаниматологтар­ҙың эшмәкәрлеге фронттағы разведчиктар хеҙмәтенә тиң. Был өлкәлә эшләү күп көс, ныҡлы сәләмәтлек талап итә, шул уҡ ваҡытта ул – мауыҡтырғыс һәм ҡыҙыҡлы хеҙмәт. Үкенескә күрә, анестезиологтар элек тә аҙ ине, әле лә етешмәй. Шуға күрә уларҙың күбеһе, көндөҙгө эштәренән тыш, айына унар мәртәбә дауаханала төнгө дежурҙа була.
Нисек кенә булмаһын, фән үҫеүен, алға барыуын дауам итә. Клиник медицинаның был өлкәһендә лә үҙ ғалимдары, академиктары бар. Медицина институттарында һәм университеттарында, шулай уҡ Башҡорт дәүләт медицина университетында ла был фәндең үҙ кафедралары эшләп килә.
Ауыр, әммә намыҫ һәм батырлыҡ өлгөләре күрһәтеүсе оло һөнәр эйәләре – хеҙмәттәштәремде һөнәри байрамыбыҙ менән ҡотлап, уларға уңыштар юлдаш булһын, тигән теләктә ҡалабыҙ.

Таһир ЛАТИПОВ,
Башҡортостандың тәүге
профессиональ
анестезиологтарынан
ветеран табип,


Ләйлә Кудряшова,
медицина фәндәре кандидаты
.
Өфө ҡалаһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға