«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Яңы йөрәкле пациент үҙен яҡшы тоя



13.09.2013 Яңы йөрәкле пациент үҙен яҡшы тоя

Ошо көндәрҙә Башҡортос­танда беренсе мәртәбә йөрәкте күсереп ултыртыу буйынса операция үтте. Ул республика кардиология үҙәгендә эшләнде.

52 йәшлек Олег Зыряновтың ғүмере ҡыл өҫтөндә була – унда миокардтың ауыр сире табыла. Йөрәге бик яй тибә, камералары киңәйгән була. Бындай “мотор” менән ул тулы тормош менән йәшәй алмай. Ир бер йыл самаһы донор йөрәген көтә. Һәм, ниһайәт, ауырлығына һәм йәшенә, ҡан төркөмөнә тура килгән ағза табыла. Уны Стәрлетамаҡтың беренсе клиник дауаханаһынан санавиация ярҙамында Өфөгә килтерәләр.
– Операция 27 августа эшләнде. Был мәғлүмәтте беҙ сер итеп тоттоҡ, – тине БР һаулыҡ һаҡлау министры Георгий Шебаев журналистар менән осрашҡан ваҡытта. – Бөгөн пациенттың хәле тотороҡланды, ул үҙ аллы тын ала, палата буйлап йөрөй, һауыҡтырыусы физик күнекмәләр эшләй башланы. Был операция − беҙҙең кардиоүҙәктең академик В. Шу­маков исемендәге Трансплан­тология һәм яһалма ағзалар федераль фәнни үҙәге менән тығыҙ эшләү емеше ул.
Операцияны яҡташыбыҙ, үрҙә әйтелгән федераль үҙәк етәксеһе Ринат Сәйетгәрәев үткәргән (әйткәндәй, Ринат Шәкирйән улы былтыр Ҡазан ҡалаһында йөрәкте күсереп ултыртыу операцияһын уҙғар­ған, унда ла бындай сара беренсе мәртәбә булған). Уға табиптар Владимир Сурков, Илгиз Нагаев, Андрей Коляскин һәм башҡалар ярҙам итә. Операция биш сәғәт тирәһе дауам иткән, йөрәктең үҙен тегеү сәғәт ярым ваҡытты алған.
икенсе кардиохирургия бү­леге мөдире Владимир Сурков әйтеүенсә, операция барышында көтөлмәгән ауырлыҡтар тыумаған, бригада үҙ эшен бик яҡшы башҡарған. Георгий Шебаев белдереүенсә, был ҡатмарлы операцияла ҡатнаш­ҡан белгестәргә дәүләт тарафынан дәртләндереү ҡаралған.
– Йөрәк “яңы хужа”ның организмында эшләп киткән мәл бик илаһи булды, – тине кардиоүҙәктең баш табибы Ирина Николаева. – Пациент бик ҡәнәғәт, яңы йөрәк менән үҙемде күпкә яҡшыраҡ тоям, ти.
Пациент өс ай стационарҙа дауаланасаҡ, шунан һуң да кардиолог һәм терапевт күҙәтеүе аҫтында буласаҡ. Күсереп ултыртылған ағза яҡшы эшләһен өсөн уға ғүмер буйына ҡиммәтле дарыуҙар ҡабул итергә тура киләсәк.
Бөгөнгә Башҡортостанда ундан ашыу кеше яңы йөрәккә мохтаж. Трансплантация бу­йынса бар сығымды дәүләт үҙенә ала. Операция, унан һуң ун көн реабилитация, дарыу-ҡорамалдар һ.б. өсөн яҡынса миллион ярым һум аҡса бүленә. БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 2013 йылда өс кешенең йөрәген күсереп ултыртыуға федераль квота бүленгән. “Бындай кимәлдәге операцияға тулыһынса әҙербеҙ. Бары донор ағзаһы булыуы шарт”, – ти Өфө табиптары.
Рәсәйҙә йөрәкте күсереп ултыртыу менән шөғөлләнгән туғыҙ үҙәк бар. Иң күп операция Мәскәүҙә һәм Крас­нодарҙа уҙа. Башҡортостанда 1996 йылдан бөйөрҙө күсереп ултырталар, бөгөнгә шундай 235 операция эшләнгән. Быйыл тәүге тапҡыр бауыр һәм хәҙер йөрәк күсереп ултыртылды.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға