«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Медицина тикшереүе үтеү һүлпән бара



02.08.2013 Медицина тикшереүе үтеү һүлпән бара

Республикала быйыл 570 833 кеше диспансерлаштырыу үтергә тейеш. Әлегә уларҙың 60 меңдән ашыуы ғына тикшерелгән. Эштең һүлпән барыуына Хөкүмәттә лә борсолоу белдерәләр. Муниципалитет башлыҡтары ҡатнашлығындағы селектор кәңәшмәһендә вице-премьер Лилиә Ғүмәрова медицина тикшереүе үтеүгә етди иғтибар бирергә кәңәш итте. Бындай битарафлыҡ булырға тейеш түгел. Халыҡ иһә поликлиникаларҙағы сиратҡа, үҙҙәренең эше күплегенә һылтана.
‒ – Медицина учреждениеларында диспансеризация үтеүселәргә уңайлы график төҙөлмәгән, – тине Премьер-министр урынбаҫары.
Лилиә Ғүмәрова фекеренсә, медицина тикшереүен коллектив менән бергә үтеүҙе тәьмин итергә лә мөмкин. Урындағы хакимиәттәр диспансерлаштырыуҙың әһәмиәтен халыҡҡа аңлатырға бурыслы.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ – диспансеризацияны 21 йәше тулған һәр кеше өс йылға бер үтергә хоҡуҡлы. Тикшереү ике этапта уҙа. Тәүгеһе – кешелә сир билдәләрен, хәүефен асыҡлау. Икенсе этап – диагноздарҙы раҫлау, тәрәнерәк тикшереү.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға