«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Балалар өсөн биш сәләмәтлек үҙәге асыласаҡ



02.11.2010 Балалар өсөн биш сәләмәтлек үҙәге асыласаҡ

Йыл аҙағына тиклем Башҡортостанда балалар өсөн биш сәләмәтлек үҙәге ойоштороласаҡ. Икәүһе – Өфөлә, Стәрлетамаҡта, Туймазы һәм Дыуан райондарында – берәр. Хәҙер уларҙы йыһазландырыу буйынса эш алып барыла. Был үҙәктәрҙең барыһын да 1 декабрҙә асыу күҙаллана.
Әле республикала 12 сәләмәтлек үҙәге эшләй. Был үҙәктәрҙе ойоштороу өсөн федераль бюджеттан 9 миллион һум аҡса бүленде. Ошондай уҡ үҙәктәр Бөрө, Белорет, Дүртөйлө, Ишембай, Күмертау, Нефтекама, Сибай, Стәрлетамаҡ ҡалаларында ла асылды.
Өфөлә дүрт сәләмәтлек үҙәге эшләй: Республика табип-физкультура диспансерында, 38-се, 46-сы поликлиникаларҙа, 17-се ҡала балалар клиник дауаханаһында. Быйыл туғыҙ айҙа уларҙа 53 меңдән ашыу кеше тикшерелде һәм сәләмәт йәшәү рәүеше буйынса тәҡдимдәр алды. Шуларҙың яртыһынан ашыуы – 54,7 проценты һау-сәләмәт тип танылды.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға