11.07.2013 Һаҡ булығыҙ: һабын ҡыуыҡтары!
Күптән түгел һөйгәнем менән иң бәхетле миҙгелдәребеҙҙең береһен кисерҙек – сәстәребеҙ сәскә бәйләнде. Барыһы ла яҡшы, бына тигән үтте, Аллаға шөкөр. Байрам аҙағынан туй күлдәгемде йыуып, оҙайлы һаҡлауға йыйырға булдым. Тик ни күрәм…
Күлдәкте һыуға тыҡҡас, атлас итәкте ҡоро сағында бер ҙә күренмәгән бихисап тап ҡаплап алды. Әйтерһең дә, өҫтөмә көнбағыш майы йәки мазут сәсрәгән. Уларҙы һауыт-һаба йыуыу өсөн шыйыҡса менән дә ышҡып ҡараным, һөҙөмтә булманы. Төрлө кер йыуыу порошогы, ағартыу өсөн махсус әйберҙәр бер-бер артлы тасҡа оҙатылды, парашют ҙурлығындай күлдәкте ышҡый-ышҡый хәл ҡалманы… Аптырағас, химчисткаға йүнәлдек.
Унда күлдәктең таҙарасағына шик белдерҙеләр, гарантия бирмәйбеҙ, тигән килешеүгә ҡул ҡуйҙырттылар. Был хәлдең нилектән булыуын аңлар өсөн баш вата торғас, ҡунаҡтарға шылтырата башланым. Баҡһаң, ҡайһы берәүҙәрҙең дә ошондай уҡ проблема, кейемдәрен еүешләү менән унда аңлашылмаған таптар ҡалҡҡан, һис таҙартырлыҡ түгел. Һәм бының сәбәбе … иҫ китмәле йәйғорло матурлыҡ тыуҙырған һабын ҡыуыҡтары булып сыҡты. Эш шунда: еҙнә кеше иң бәләкәй ҡәйнештәренә бүләккә ҡыуыҡтар менән атҡан пистолеттар алғайны. Тегеләр маз килеп шунда уҡ “эшкә” тотондо – шаяра-көлә ҡыуыҡтар сығарып рәхәтләнде. Ә фотограф, был матурлыҡты ҡулдан ысҡындырмаҫ өсөн, малайҙарға пистолеттарын минең яҡҡа төҙәргә ҡушты… Апайым әйтеүенсә, ҡустымдың кейемдәрен сүплеккә ташларға ғына ҡалған, таптарҙы бөтөнләй бөтөрөрлөк түгел.
Ҡыҙғаныс, химчисткала мине ҡыуандыра алманылар. Кисә генә үҙемде донъялағы иң гүзәл, нәзәкәтле кәләш итеп хис иттергән күлдәккә ҡарарлыҡ та түгел ине.
Интернеттан балалар өсөн тәғәйенләнгән был уйынсыҡтың составын эҙләй башланым. Ундағы химик матдәләр исемлеген уҡып, бәләкәстәрҙе үҙебеҙ ағыуланырға дусар итәбеҙ икән, тип бот саптым. Әллә ҡайҙан, алыҫ тарафтарҙан килтерелгән һабын ҡыуыҡтары юлда кипмәһен өсөн барыһын да ҡушалар, ахыры. Ҡытайҙа етештерелгән һабын ҡыуыҡтары, ғөмүмән, уйынсыҡтар менән илебеҙҙең лыҡа тултырылыуын иҫәпкә алғанда, бәләкәстәребеҙгә ҡытай химикаттарынан оло хәүеф янай. Сөнки улар ҙа, беҙ бала саҡтағы кеүек, ҡыуыҡтарҙы ауыҙ менән эләктерергә, йоторға тырышып уйнай.
Иң яҡшыһы, балағыҙ һабынлы шарҙар һорай икән, ҡытайҙыҡын түгеп, урынына үҙегеҙ яһағыҙ. Йәки ANTARI HZL – 1 яҙыулы, йә токсик булмаған һабынлы флакондарҙы һайлағыҙ.
Йорт шарттарында һабын ҡыуығын яһау һис тә ауыр түгел, бының өсөн ҡул аҫтындағы шампунь йәки һауыт-һаба йыуыу өсөн шыйыҡса, ҡыуыҡтар ҡаты һәм оҙағыраҡ һаҡланһын өсөн саҡ ҡына глицерин һалып бутау ҙа етә.
Л. ҒӘЛИМЙӘНОВА.