28.06.2013 нимәнелер ауыҙығыҙға ҡабыр алдынан ҡулығыҙҙы һабынлап йыуығыҙ»
Учалы районының Ҡотой ауылында тыуып үҫкән Фәғилә Ғаяз ҡыҙы ҠОТЛОҒУЖИНА һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә ун биш йыл эшләй. Ул 2009 йылдан Өфө ҡалаһының 4-се инфекциялы сирҙәр дауаханаһының 8-се бүлеге менән етәкселек итә. Юғары категориялы табип йоғошло сирҙәр, йәйге осорҙа йыш осраған ауырыуҙар хаҡында һөйләне.
– Белеүемсә, йоғошло сирҙәргә миҙгеллек хас. Яҙғыһын һәм йәйен, һауа температураһы күтәрелеү менән, беҙҙең республикала ниндәй сирҙәр күпләп теркәлә башлай?
– Иң беренсе сиратта – сысҡан ауырыуы (геморрагик биҙгәк). Уның менән йышыраҡ 20 – 40 йәштәге әүҙем, эшкә яраҡлы ир-ат зарарлана. Сирҙең сығанағы – ҡыр сысҡаны. Уларҙың бүлендектәре аша тирә-яҡҡа вирус сығарыла. Кеше вирус булған һауа парҙарын, саңын һулағанда зарарлана. Сысҡандар бысратҡан һыуҙы эскәндә, аҙыҡты ашағанда ла сирләргә мөмкин. Тәндәге бәләкәс кенә йәрәхәттәр аша ла ауырыуҙы йоҡторорға мөмкин. Шуныһы – был сир кешенән кешегә йоҡмай. Ауырыуҙы кисергәндән һуң ошо вирусҡа иммунитет барлыҡҡа килә.
– Геморрагик биҙгәк республиканың ҡайһы ҡала-районында нығыраҡ таралған?
– Ул Өфө ҡалаһы һәм уға яҡын төбәктәрҙә йышыраҡ теркәлә. Иглин, Ҡырмыҫҡалы, Архангел, Кушнаренко, Нуриман, Мишкә, Бөрө, Благовещен райондарында йыл һайын ауырыусылар була.
Сирҙең яҙ һәм йәй айҙарында күпләп теркәлеүе кешенең нәҡ ошо осорҙа тәбиғәттә булыуы менән аңлатыла. Кемдер баҡса-яланда эшләһә, бәғзеләр ҡырға ял итергә, һунарға, балыҡҡа һ.б. сыға.
– Сирҙең билдәләре тураһында һөйләһәгеҙ ине...
– Инкубацион осор 2 – 3 аҙна тирәһе була. Тән температураһы ҡапыл 38 – 40 градусҡа тиклем күтәрелә һәм 5 – 7 көн буйы юғары була. Баш ауырта, тән һыҙлай, хәл булмай. Кешенең тамағы кибә, күҙ алды томалана, танауынан ҡан китеүе ихтимал. Бер аҙнанан тән температураһы нормаға килә, әммә был, ауырыуҙың торошо яҡшырҙы, тигән һүҙ түгел. Сир өсөнсө стадияһына күсә: эс йәки бил тирәһендә көслө ауыртыуҙар, ҡоҫоу, эс китеү, бәүел күләменең ҡырҡа кәмеүе күҙәтелә. Был бөйөр эшмәкәрлеге боҙолоуы тура-һында һөйләй. Улар ҡабаттан эшләп китмәйенсә, кешенең хәле яҡшырмаясаҡ.
Геморрагик биҙгәк – киҫкен, ҡаты сир. Вирус ваҡ тамырҙарҙы зарарлай, һөҙөмтәлә ҡан әйләнеше боҙола, ҡан һауыуы күҙәтелә. Алдан әйтеүемсә, бөйөрҙәр ныҡ зыян күрә. Кеше бер нисә ай буйы һауыға. Беҙҙең дауаханала сирлеләр уртаса 18 көн күҙәтелә, ауыр хәлдәгеләре – 30 көнгә тиклем. Һауығып сыҡҡас та, бер йыл самаһы йәшәү урыны буйынса поликлиникала иҫәптә торорға кәрәк. Геморрагик биҙгәк өҙлөгөүгә килтереүе менән хәүефле. Сирҙең тәүге ун көнөндә ағзаларға ҡан һауыу, бөйөрҙәр ярылыуы, баш мейеһенең, үпкәләрҙең елһенеү хәүефе бар.
– Был сирҙән нисек үҙеңде һаҡларға?
– Уға ҡаршы вакцина әле уйлап табылмаған. Әммә ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәгәндә, сир урап үтәсәк. Аҙыҡ-түлекте сысҡандар теймәҫлек урында һаҡлағыҙ. Яҙ көнө йәйге йорттарҙы, дачаны саңдан, сүп-сарҙан таҙартығыҙ. Быны эшләгәндә битлек, бирсәткә кейергә онотмағыҙ. Урамда ятҡан сүп-сар өйөмө, бүрәнә-таҡта, бесән сысҡандарҙы йәлеп итә.
Тәбиғәткә ял итергә сыҡҡанда асыҡ урынды һайларға кәрәк. Туҡтаған урын йылғанан, ҡыуаҡлыҡтарҙан арыраҡ булһын. Ауы-ҙығыҙға ризыҡ ҡабыр алдынан ҡулығыҙҙы йыуырға онотмағыҙ.
– Тәбиғәттә ял, тигәндән, талпандар ҙа кешеләрҙең ялын боҙоп ҡуя...
– Апрель – май һәм август – сентябрь айҙарында был бөжәктәрҙең әүҙемләшкән осоро. Улар япраҡлы ҡуйы урмандарҙы, ҡыуаҡлыҡтарҙы ярата. Талпан кеше тәненә шундуҡ ҡаҙалмай, 4 – 5 сәғәт буйына тән буйлап шыуышып, үҙенә уңайлы урын эҙләй. Ул йышыраҡ баш, елкә, ҡултыҡ аҫты, сатыр тирәһенә йәбешә.
Рәсәйҙә йыл һайын 4 – 10 мең тирәһе талпан энцефалиты осрағы теркәлә. Башҡортостанда талпан энцефалиты вирусы һәм боррелиоз бактерияһы осрай.
Кеше талпан ҡаҙалғанда, йә уны тире өҫтөндә иҙгәндә зарарлана. Шулай уҡ вирусты ҡайнатылмаған кәзә йә һыйыр һөтө аша ла эләктерергә мөмкин.
Талпан энцефалитының инкубацион осоро – 7 – 14 көн. Уның билдәләре төрлөсә булыуы мөмкин. Күп осраҡта биҙгәк формаһында үтә. 2 – 3 көндән 8 – 10 көнгә тиклем тән температураһы юғары була. Баш мейеһе һәм уның ҡабыҡтары зарарланһа, көслө баш ауыртыуы, баш әйләнеүе, аң томаланыуы, галлюцинация, аяҡ-ҡул тартышыуы ихтимал.
Тәнгә йәбешкән талпанды бик һаҡ алырға кәрәк, мөмкинлек булһа, травмпунктҡа барыу хәйерле. Шунан уны ҡапҡасы ябыла торған һауытҡа һалып, лабораторияға тапшырырға кәрәк (Өфө ҡалаһы, Шәфиев урамы, 7, 102-се кабинет, телефондар: 237-58-40, 232-84-22). Талпанда энцефалит асыҡланһа, кешегә иммуноглобулин препараты бушлай эшләнә. Әгәр ҙә ниндәйҙер сәбәп менән бөжәкте тикшертеп булмаһа, кеше үҙенең ҡанын тикшертә ала (тәүҙә талпан тешләгәндән һуң 10 көн үткәс, унан 3 – 4 аҙнанан һуң).
Талпан энцефалиты тураһында йыш һөйләнелһә лә, боррелиоз тип аталған сир йышыраҡ осрай. Ул да талпан тешләүенән барлыҡҡа килә. Инкубация осоро – 2 – 32 көн. Талпан ҡаҙалған урында тире түңәрәкләнеп ҡыҙарып сыға, тәүҙә ҡысыта, унан һыҙлай башлай. Артабан ул киңәйә, 20 – 30 сантиметрға тиклем йәйелә. Уның үҙәге яйлап уңала бара, ә ситтәре ҡып-ҡыҙыл булып ҡала. Дауаланмаған хәлдә, был таптың икенсе урынға күсә башлауы бар. Шул уҡ ваҡытта кешенең башы ауырта, температураһы юғары була, хәлһеҙлек күҙәтелә. 1 – 3 айҙан сирҙең икенсе осоро башлана: нервы, йөрәк-ҡан системалары зарарлана. Сирҙең өсөнсө осоро уртаса 10 процент осраҡта теркәлә. 6 – 24 айҙан һуң быуындар, тире, нервы системаһы ауырыуҙары барлыҡҡа килә.
– Талпан тыуҙырған сирҙәргә ҡаршы вакцинаны ҡасан эшләтергә кәрәк?
– Талпан энцефалитына ҡаршы вакцинаны теләге булған һәр кем эшләтә ала. Ул өс тапҡыр һалынырға тейеш, һуңғыһы талпандар әүҙемләшкән осорға 1 – 1,5 ай ҡалғас эшләнә. Ә бына боррелиоз бактерияһына ҡаршы әлегә вакцина юҡ.
– Йәйгеһен халыҡты тағы ла ниндәр сирҙәр яфалай?
– Ашҡаҙан-эсәк юлдарының йоғошло сирҙәре йыл әйләнәһенә теркәлә, әммә иң күп өлөшө йәй айҙарына тура килә. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәте буйынса, йыл һайын Ер шарында 1 миллиард кеше был сирҙе кисерә, шуларҙың 70 проценты – биш йәшкә тиклемге балалар.
Көҙ, ҡыш айҙарында эсәк инфекцияһын вирус барлыҡҡа килтергән булһа (ротавирус, норовирус, астровирус), яҙ-йәй айҙарында уны бактериялар тыуҙыра (сальмонеллез, дизентерия, эшерихиоз һ.б.).
Бындай ауырыуҙарҙың сығанағы – сирле кеше һәм хайуандар (бик һирәк осраҡта ҡоштар). Сәләмәт кешенең дә төрлө бактерия-вирустар бүлеп сығарыуы ихтимал.
Ашҡаҙан-эсәк юлдарының йоғошло сирҙәре зарарланған көнкүреш әйберҙәре, аҙыҡ-түлек аша кешегә йоға. Ҡайһы бер вирустар һауа аша ла күсә.
Инфекцион агенттар ашҡаҙан-эсәк юлдарының лайлалы өлөшөн зарарлай. Шул арҡала ҡоҫоу, эс китеү, эс ауыртыуы, хәлһеҙлек, кинәт тән температураһы күтәрелеүе күҙәтелә. Кешегә һыу һәм микроэлементтар етешмәү сәбәпле, ҡан әйләнеше боҙола, был эске ағзаларҙың эшмәкәрлегенә кире йоғонто яһай. Организмда һыу дефициты бигерәк тә бәләкәй балалар өсөн хәүефле.
– Фәғилә Ғаяз ҡыҙы, ашҡаҙан-эсәк сирҙәренә дусар булмаҫ өсөн ябай, шул уҡ ваҡытта һәр кемдең хәленән килерлек кәңәштәр бирһәгеҙ ине.
– Бөгөн төрлө ашхана, кафе-ресторан, тәғәмханалар күбәйҙе. Унда туҡланыусылар һаны артҡан һайын эсәк инфекцияларына дусар булыусылар ҙа күбәйә. Йәмәғәт туҡланыуы урындарында аҙыҡ-түлектең сифатын, унда эшләүселәрҙең һаулығын, әлбиттә, тулыһынса контролдә тоторлоҡ түгел.
Магазинда ризыҡ һатып алғанда ҡулланыуға яраҡлы ваҡытын ҡарарға онотмағыҙ. Ит аҙыҡтарын әҙерләү, һаҡлау талаптарын теүәл үтәргә кәрәк. Емеш-еләк һатып алғанда, йыумайынса, урында уҡ тәмләргә ашыҡмағыҙ. Күп емеш-еләкте беҙгә Урта Азиянан, ғәрәп илдәренән килтерәләр, ә унда ябай эсәк инфекциялары ғына түгел, хатта холера ла теркәлә.
Алтын ҡағиҙә – ауыҙға нимәнелер ҡабыр алдынан ҡулды һабынлап йыуығыҙ.
Балаларҙың туҡланыу рәүеше ололарҙыҡынан айырыла. Беҙҙең дауаханаға шешлек, ыҫланған ит, балыҡ ашаған, газлы һыу, кеүәҫ эскән балалар эләгеп тора.
– Сит илдә сәйәхәт итеүселәргә ниндәй йоғошло сирҙәр янай?
– Хозур йәйге көндәрҙә сит илгә сығып ял итеүселәр һаны арта. Үкенескә күрә, улар араһында эсәк инфекцияһы менән сирләп китеүселәр ҙә осрай. Был хәл, бер яҡтан, аҙыҡ-түлектең сифатһыҙ булыуына бәйле, икенсенән, ашҡаҙаныбыҙға ғәҙәти булмаған ризыҡтың килешмәүе бар.
Африка һәм Көньяҡ Америка илдәрендә йышыраҡ һары биҙгәк осрай (ул – геморрагик биҙгәктең бер төрө). Был сир серәкәй тешләүенән башлана. Унан үлем осрағы 50 процентҡа тиклем етә. Уға ҡаршы Өфөлә вакцина эшләтергә мөмкин.
Денге киҙеүе лә серәкәй тешләгәндә йоға. Ул Африка, Көньяҡ Азия, Америка илдәрендә теркәлгән. Ҡырым геморрагик киҙеүе – Ҡырымда, Краснодар, Дондағы Ростов, Волгоград өлкәләрендә, Урта Азия, Африка, Көнсығыш Европа илдәрендә йыш осрай. Талпан тешләүе аша йоҡҡан сирҙән үлем осрағы юғары. Уға ҡаршы вакцина табылмаған. Шулай уҡ Ласс, Марбург, Эбол киҙеүҙәре ҡомаҡ, маймыл аша кешегә йоғоп, ауыр сиргә дусар итә. Малярия тигән киҫкен ауырыу таралған. Йыл һайын донъяла унан 150 миллиондан ашыу кеше яфалана.
Һуңғы йылдарҙа Көнбайыш Нил киҙеүе тураһында йыш ишетергә тура килә. Был сир хатта Татарстанда, Свердловск өлкәһендә теркәлгән. Вирусты ҡоштар йөрөтә, ә кешегә серәкәйҙәр аша күсә. Вирус нервы системаһын зарарлай.
Сит илгә юлланыусы, эш сәфәре булһынмы, туристик сәйәхәтме, үҙенә янаясаҡ хәүефтәр тураһында белергә, тейешле прививкалар эшләтергә тейеш. Ә урында мөмкин тиклем үҙеңде ҡурҡыныстарҙан араларға кәрәк.
– Фәғилә Ғаяз ҡыҙы, әңгәмә өсөн рәхмәт! Гәзит уҡыусылар фәһемле кәңәштәрегеҙгә, моғайын, ҡолаҡ һалыр.
Гүзәл БИКМӘТОВА
әңгәмәләште.