«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Етәкселәр өлгө күрһәтте



04.06.2013 Етәкселәр өлгө күрһәтте

Етәкселәр өлгө күрһәттеРеспублика ҡан биреү станцияһының ҡан биреү пункты Конгресс-холл бинаһы алдында ғәҙәти булмаған донорҙарҙы ҡабул итте: Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә БР Президенты хакимиәте, республиканың төрлө министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре, унда эшләүсе хеҙмәткәрҙәр балалар өсөн изге акцияла ҡатнашты − ҡан бирҙе.
Республика дауаханаларына йыл һайын ауыр сирлеләр өсөн 42 тонна ҡан талап ителә. Республика балалар клиник дауаханаһына 420 литр ҡан кәрәк.
Акцияға чиновниктар дәррәү ҡушылды, береһе лә саранан ситтә ҡалманы. Хатта тормош иптәштәре менән килеп ҡан биргән етәкселәрҙе лә күрергә була ине. Йыйылған ҡан запасы балаларҙы дауалағанда тотоноласаҡ.
Әминә ШАФИҠОВА, БР мәҙәниәт министры:
− Президент хакимиәте, министрлыҡ-ведомство етәкселәре, уларҙың тотош аппаратының ҡан тапшырыу­ы беҙҙең медицинаға ҡан запасын тулыландырыуға тос өлөш индергәндер, тип уйлайым. Беҙҙең министрлыҡтан донор булырға барыһы ла − 57 кеше килде, − тине.
З. ЙӘһҮҙИНА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға