«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Гел булмай – бер була



31.05.2013 Гел булмай – бер була

Гел булмай – бер булайәки Балаларға прививкалар эшләүҙең ҡайһы бер яҡтары тураһында бер нисә һүҙ
Был сетерекле темаға мөрәжәғәт итеүемә етди сәбәптәр булды. Халыҡ, теге йәки был гәзиткә ҡағылышың булыуын ишетһә, үҙенең проблемаларын һөйләй, ниндәй­ҙер ярҙам өмөт итә башлай. Сираттағы танышым менән дә шундай уҡ хәл ҡабатланды: Ольга Юрченко исемле апай, Рәсәйҙең икенсе яғында йәшәһә лә, үҙенең хәлен гәзит аша халыҡа еткереүемде үтенеп, сат йәбеште. Мөрәжәғәтен тулыһынса килтергәндә хәл-әхүәле яҡшыраҡ аңлашылыр, моғайын.
“Канск ҡалаһында йәшәйбеҙ. 2002 йылғы ҡыҙым Анастасияға 2 йәшендә АКДС һәм ҡыҙылсанан бер-бер артлы ике прививка эшләнеләр. Һау-сәләмәт, ҡәҙимге үҫеп килгән, тиҫтерҙәренән бер нәмә менән дә айырылмаған балаҡайым ошо прививканан һуң ауырыуға әйләнде. Тәүҙә, прививка эшләткәндән һуң, температураһы 38,8-гә тиклем күтәрелде, уҡшып, ҡоҫоп ауырыны. Тәне тартышты, аяҡтары алынды. Табип­тарға мөрәжәғәт итһәм, реакция булыуына аптырарға ярамай, үтә ул, тигән яуап алдым. Үтмәне. Настенькам балалар баҡсаһына ла йүнләп йөрөй алманы, гелән илап, танауынан ҡан китеп, бәүелен тота алмай үҫте. Мәктәпкә барғанда ла шул уҡ хәл ҡабатланды. Ул ғына ла түгел, аҡыл үҫеше, йәшенә сағыштырғанда, түбән ҡала килде. Хәҙер килеп, 12 йәшлек балам үҙен 5 йәшлек балалай хис итә. Ошоға тиклем мәктәптә бөтәһе 5 айҙай ғына уҡыны. Ахырҙа, табиптар аҡыл кимәле мәктәптә уҡырға мөмкинлек бирмәй, тип, уҡыуҙан арын­дыр­ҙы. Канск ҡалаһында та­бип­тарға йөрөп-йөрөп, файҙа булмағас, Мәскәүгә алып барҙым. Психик сирҙең классификацияһын F72, 02 тп билдәләнеләр, бала саҡта ҡуйыл­ған прививка сәбәпле барлыҡҡа килгәнен билдәләнеләр. Йәғни һау-сәләмәт баламды көсләп ауырыу иттеләр. Ул ғына түгел, мин, ҡыҙым ауырый бит, тип ғауғалашһам да, һүҙҙәремде инҡар иттеләр, балаға бер ниндәй тикшереү үткәрмәнеләр, ҡараманылар. Мәскәү табиптары, ҡыҙығыҙға ваҡытында дауалау үткәргәндә, бындай хәлгә барып етмәҫ ине, тине. Бөгөн хәлебеҙ аяныслы: ҡыҙым аҡыл үҫеше яғынан инвалид, төндә йөрөй, юҡ-барға илай, әҙ генә кисереш тә уны сығырынан сығара. Бушлай ҡиммәтле дарыуҙар бирәләр, әммә уларға аллергияһы бар. Уларҙы кешеләргә бушлай таратабыҙ, ә үҙебеҙгә тағы ла ҡиммәтерәк, әммә бушлай бирелергә тейеш тигән исемлеккә индерелмәгән аналогтарын һатып алабыҙ. Мәскәүгә ай һайын барырға кәрәк, әммә аҡсабыҙ етмәй. Нимә эшләргә лә белмәйем. Мин үлеп китһәм, Настенькам нимә эшләр, тигән һорау ғына йәшәтәлер үҙемде, ахыры...”
Ольга Юрченконы интернет селтәрендәге сираттағы аферист тип уйлар инем, барлыҡ документтарын, справка, консультация һөҙөмтәләрен ебәр­ҙе. Былтыр Андрей Мала­ховтың “Пусть говорят” исемле ток-шоуында ҡатнашҡандар икән. Унда тап шул прививкаларҙан барлыҡҡа килгән ғә­рип­лектәр хаҡында һүҙ барған. Инәлеп, аҡса һорап та түбән­һенмәне, тик ҡайғыһына һыҡранды ғына ғорур апай кеше.
Мотлаҡ прививкалар хаҡында үҙем белгәндәрҙән. Бала­лар бәләкәй булғас, белеп торам: һорап-нитеп тормай­ҙар, “шап” иттереп тейешле прививканы һалалар ҙа, факт­ты һиңә еткерәләр. Әлеге бәләгә осраған ҡыҙҙың әсәһе Ольга апай, башынан үткәс, тәртибен белеп бөткән:
– Һәр прививканы һалыр алдынан табиптар баланы ентекләп күҙәтергә тейеш: аллерголог, невролог, ортопед, иммунолог. Прививка эшләр алдынан, ата-әсәһен яҙма рәүештә прививка һөҙөмтәһендә баланың теге йәки был ауырыуға дусар булыу мөмкинлеге, хатта үлеү ихтималлығы хаҡында ла иҫкәртеп, прививкаға рөхсәт алырға тейештәр. Мине был хаҡта берәү ҙә иҫкәртмәне, табиптар ҡыҙымды дебилға әйләндерҙе.
Балаларҙы яҡлау көнө, тигән булып, формаль календарь датаһын билдәләгәнсе, һәр ата-әсә (шул иҫәптән үҙем дә), прививкалар яһауҙың ыңғай яҡтарын ғына түгел, кире яҡтарын да өйрәнһен ине, тигән фекерҙәмен. Табиптарға, әл­биттә, ата-әсәләрҙең артыҡ һорау биреп, артыҡ мәшәҡәт тыуҙырыуы кәрәкмәй, шуға ла улар был теманы сурытып тороуҙы кәрәк тип тапмай. Мәҫәлән, минең үҙемдән, дүрт балам була тороп, бер тапҡыр, күңел өсөн булһа ла, тигәндәй, прививкаларға бала организмы кире реакция биреп, сиргә юлығыу мөмкинлеге барлығын аңлатып, ҡултамға алғандары юҡ әле. Уның ҡарауы, теге йәки был прививка булмаһа, балалар баҡсаһына йә мәктәпкә алмаясаҡтарын аҙым һайын ҡабатлайҙар. Ольга ханым әйтеүенсә, был дөрөҫ түгел икән.
Теге йәки был ауырыуҙан прививкалар, әлбиттә, кәрәктер. Украина табиптары, әйтеүҙәренсә, мотлаҡ прививкалауҙан баш тартырға кәрәклеген дәүләт кимәлендә тикшерәләр икән. Беҙҙә, баш тартмаһалар ҙа, һәр баланы ентекләп тикшереп, прививканан зарар булмаҫмы, тигән һорауҙың яуабын тапҡас ҡына эшләһәләр ҙә, ҡалай шәп булыр ине. Гел булмай бит – бер була...

Илшат ҠАНСУРИН.

Әлиә КИМАЛОВА, 3 йәшлек малай һәм 7 айлыҡ ҡыҙ әсәһе:
− Прививкаларға ыңғай ҡараштамын – табиптар ҡушҡан һәр береһен эшләп барам. Үткән аҙнала ҡотто алдылар – ҡыҙым донъяға килгән бала табыу йортонда беҙ ятҡан ваҡытта эшләгән санитар ҡатын туберкулез менән сирләгән булған. Саҡыртып алып, сабыйҙарҙы ентекле тикшерҙеләр. Әсәләрҙең асыуының иге-сиге юҡ, етмәһә, бер бала шунда туберкулез эләктереп, үлгән икән, тигән хәбәр таралды. Бик хәүефләнеп үттек инде медицина тикшереүен. Ярай әле ҡыҙым был сирҙе йоҡтормаған булып сыҡты.
Билдәле булыуынса, сабый тыуыу менән беренсе тәүлектә үк туберкулезға ҡаршы прививка эшләнә. Ул булмаһа, сирле санитар арҡаһында нисәмә бала бәләгә тарыр ине. Мотлаҡ эшләнергә тейешле (уларын һәр әсә белә − дауаханаларҙа аңлаталар) бер генә прививканан да баш тартырға йыйынмайым. Аҡса түләп эшләтелгән ҡайһы бер прививкалар ҙа кеше өсөн кәрәк, тигән ҡараштамын. Мәҫәлән, һыу сәсәгенә ҡаршы.

Аэлина ЛОТФУЛЛИНА, 5 йәшлек бала әсәһе:
− Прививкаларҙың балаларға ла, ололарға ла бер генә кәрәге юҡ. Аллаға шөкөр, улыма бер прививка ла эшләнмәгән, әммә ул башҡа балаларҙан артығыраҡ сирләй тип әйтеп булмай. Барыһы ла Хоҙай Тәғәлә ҡулында. Ниндәй прививкаларға ышанырға мөмкин?
Улымды балалар баҡсаһына ла урынлаштыра алманым. Дөрөҫөн генә әйткәндә, прививка эшләнмәгән баланы башҡаларҙан айырым тоторға тырышыуҙың логикаһын күрмәйем. Уйлап ҡарағыҙ: башҡаларға прививка эшләнгән, тимәк, сир уларҙы урап үтәсәк. Минең баламдың уларға ни зыяны бар һуң? Ул ауырыһа ла, ауырымаһа ла, сир башҡаларға йоғорға тейеш түгел бит. Ошо хәл дә прививка эшләтеүҙең бер файҙаһы ла булмауын асыҡ күрһәтеп тора.

Лилиә МОЗАФАРОВА, күп балалы әсә:
− Прививкаларҙы һайлап ҡына эшләтәм. Минеңсә, туберкулез, дифтерия, столбняк, паротит кеүек сирҙәргә алдан уҡ ҡаршы тороу мөмкинлеге бар икән, быны файҙаланырға кәрәк. Хәҙер йәш әсәләр түләүле поликлиникаларға барып, балаларына, кәрәкме-юҡмы, әллә ниндәй прививкалар эшләтә башланы. Һыу сәсәге кеүек кенә сирҙәргә ҡаршы, баланы йонсотоп, укол эшләтеп тороуҙы хупламайым. Балалар прививкаларҙы төрлөсә кисерә. Минекеләрҙең барыһы ла ике-өс көн буйы сирләп ятты. Ҡыш һайын яфалаған киҙеүгә ҡаршы прививка эшләтеү ҙә кәрәкмәйҙер: ул үҙгәреп кенә тора бит әле – йә сусҡаныҡы булып китә, йә ҡоштоҡо. Шуға ла мин бушлай эшләнгән һәм табиптар тарафынан мотлаҡ ҡушылған ғына прививкалар яҡлымын. Табиптарҙан аҡыллыраҡ түгелбеҙҙер инде. Был прививкаларҙың барыһының да организмға йоғонтоһо ныҡлы тикшерелгән.

Л. СОЛТАНОВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға