«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Күҙҙәрҙән нур һибелһен



26.04.2013 Күҙҙәрҙән нур һибелһен

Күҙҙәрҙән нур һибелһенКүҙҙәр − күңел көҙгөһө, тиҙәр халыҡта. Ғалимдар билдәләүенсә, күңел көҙгөһө булыу менән бер рәттән, баш мейеһенең дауамы ла. Сөнки кеше мәғлүмәттең 90 процентын нәҡ күҙҙәр аша ҡабул итә. Шуға ла уларҙы һаҡлау айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә. Әммә, статистика дәлилләүенсә, һуңғы осорҙа өлкәндәрҙең генә түгел, хатта йәштәрҙең дә күреү һәләте насарайыуы күҙәтелә. Күҙҙәрҙе дауалау бары тик табиптар ярҙамында ғына мөмкин булыуын да әйтәйек. Дауалау, кәрәк осраҡта операция яһау − ныҡлы белемле, заманса һөнәри әҙерлекле, тәжрибәле табиптар ғына башҡара ала торған бурыс. «РИА − Медоптик» офтальмология үҙәге белгестәре нәҡ шундай сифаттарға эйә. Медицинаның заманса ҡаҙаныштарына нигеҙләнеп эшләүсе үҙәк ошо көндәрҙә үҙенең 15 йыллыҡ юбилейын билдәләй.
Үткән быуаттың 90-сы йылдарында илдә, шул иҫәптән республикала ла медицина тармағында тәүге шәхси клиникалар ойошторола башлай. Нәҡ шул мәлдә медицина фәндәре кандидаты Рәшит Искән­дә­ровта ла күҙҙәрҙе дауалау буйынса хужалыҡ иҫәбендәге үҙәк асыу ниәте тыуа. Шул маҡсатта ул бер нисә хеҙмәттәше менән шәхси клиника ойоштора. Әйткәндәй, Рәшит Хөсәйен улы күҙ ауырыуҙары йүнәлешендә 80-се йылдарҙа, Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлағас, эшләй башлай. Беҙҙең республикала ул осор­ҙа уҡ офтальмология көслө үҫеш алған була. Рәшит Искәндәров Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтында эшләү осоронда белемен һәм хирург оҫталығын камиллаштыра, тәжрибә туплай. Бында ул бүлек мөдиренән директор урынбаҫары кимәленә күтәрелә.
Бар яҡлап та әҙерлекле Рәшит Искәндәров үҙенә таяныс булған хеҙмәттәштәре менән үҙәкте ойоштороуҙы матди нигеҙҙе ҡороуҙан башлай. Тәүге осорҙа ҡуртымға алған бинала эшләйҙәр. Халыҡҡа түләүле хеҙмәттәр күрһәтеп тапҡан аҡсаға йыһаздар һатып алалар. Үҙәкте Европа стандарттарына яуап бирерлек клиника кимәленә күтәреү өсөн ҙур көс һалалар. «РИА − Медоптик» белгестәре тәүге көндән үк заман менән бергә атлай. Белгестәр күҙҙәрҙе дауалауға ҡағылышлы яңылыҡтарҙы әүҙем үҙләштерә, бер үк ваҡытта яңы ысулдар менән дауалау өсөн заман талаптарына һәм ҡалыптарына тап килгән яңы ҡорамалдар һәм технологияларҙы индерәләр. Бына шуға ла офтальмология хеҙмәтенә ихтыяжы булған ауырыуҙар үҙенең һауығыуына ҙур ышаныс менән «РИА − Медоптик» үҙәгенә килә. Клиникала өлкәндәргә һәм балаларға дауалау-консультация хеҙмәттәре, катаракта, глаукома һәм башҡа ауырыуҙарҙы хирургия ысулы менән дауалау, яҡындан, алыҫтан насар күреүселәргә, астигматизмға лазер коррекцияһы, күҙлектәр һайлау һәм етештереү, контактлы линзалар һайлау хеҙмәттәрен күрһәтәләр.
Бөгөн клиниканың туғыҙ филиалы бар. Төп иғтибар, әлбиттә, үҙебеҙҙең республика халҡына йүнәлтелә. Филиалдар офтальмология хеҙмәтен халыҡҡа яҡынайтыуҙа ҙур әһәмиәткә эйә. «РИА − Медоптик»тың филиалдары республиканан ситтә, әйтәйек, Краснодар крайында, Татарстанда ла уңышлы эшләй. Уларҙың һәр ҡайһыһында тәжрибәле табип-офтальмологтар хеҙмәт һала. Үҙәктең медицина директоры, медицина фәндәре докторы, профессор, БР-ҙың атҡаҙанған табибы Рауил Аҙнабаев, балалар үҙәге мөдире, медицина фәндәре кандидаты Гөлнара Бәхтийәрова, катаракта хирургияһы клиникаһы мөдире, офтальмохирург, медицина фәндәре кандидаты Дилә Ҡыуандыҡова, күҙҙе лазер ярҙамында коррекциялау мөдире, табип-офтальмолог Рита Хөсәйенова, Шишмә филиалы етәксеһе, табип-офтальмолог Наталья Миңләхмәтова, Анапа ҡалаһының «Нур» клиникаһы филиалы мөдире Инна Черкасова, Яр-Саллы ҡалаһының «Нур» клиникаһы филиалының баш табибы, медицина фәндәре кандидаты Әлфиә Дәүләтшина – ҙур тәжрибә туплап, юғары оҫталыҡҡа өлгәшкән, бөгөнгө көндә Рәшит Хөсәйен улының терәк-таянысы булған белгестәр.
Уҙған йыл офтальмология үҙәге 30 меңдән ашыу пациентты ҡабул иткән, 1400-ҙән ашыу операция эшләнгән. Күпселекте катаракта булғандар, яҡындан, алыҫтан насар күреүселәр тәшкил итә. Мәҫәлән, йәштәр араһында күрәшлек йыш осрай, был диагноз бигерәк тә хоҡуҡ һаҡлау органдарына эшкә урынлашҡанда кәртә булып тора, тормошта ҙур ҡыйынлыҡтар тыуҙыра. «РИА − Медоптик» офтальмология үҙәгендә лазер коррекцияһы эшләтеп, күрәшлектән сағыштырмаса еңел ҡотолорға мөмкин. Операция эшләү өсөн файҙаланылыусы эксимер-лазер аппараты донъя офтальмологияһында уникаль булып иҫәпләнә.
«РИА − Медоптик»тың хеҙмәт төрҙәре лә, хеҙмәтләндереү географияһы ла киңәйгәндән-киңәйә. Әйтәйек, бында консультация алыу һәм дауаланыу өсөн илдең башҡа төбәктәренән, хатта Ҡаҙағстандан да киләләр.
«РИА − Медоптик» офтальмология хеҙмәте күрһәтеүҙә республиканың һәм илдең ҡеүәтле сәнәғәт предприятиелары менән уңышлы хеҙмәттәшлек итә. Улар рәтендә «Газ­пром добыча Урен­гой», «Баш­кир­энерго», «Не­фАЗ», «Өфө агрегат производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәттәре һ.б. бар. Хеҙмәттәшлек ике яҡ өсөн дә файҙалы килешеү нигеҙендә ғәмәлгә ашырыла. «РИА − Медоп­тик»тың эш принцибы офтальмология хеҙмәтен халыҡҡа яҡынайтыуға ҡоролған. Шул маҡсатты күҙ уңында тотоп, улар республиканың төрлө райондарына сыға. Ә үҙ хеҙмәтенең һөҙөмтәһен күреү күҙ табиптары өсөн иң ҙур баһа. Үткән йылдарҙа үҙәктә дауаланып, яҡшы күреү һәләтенә эйә булған пациенттарҙың һаны тиҫтә меңгә етә. Бына шулай улар кешеләргә донъя матурлығын камил ҡараш менән күрергә, сәләмәт булып, тулы ҡанлы тормош менән йәшәргә булышлыҡ итә.

Гөлназ АСАИНОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға