«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Цунг шкалаһы Психик торошто билдәләү



26.04.2013 Цунг шкалаһы Психик торошто билдәләү

Цунг шкалаһын Дюк университеты психиатры Уильям Цунг уйлап тапҡан. Был тест ярҙамында табиптар пациенттың психик торошон, депрессия кимәлен асыҡлай. Һеҙ ҙә үҙ аллы эмоциональ хәлегеҙҙе белә алаһығыҙ.
Һорауҙарға, бик һирәк, һирәк, йыш, һәр ваҡыт, тип яуап бирергә кәрәк. 1, 2, 3, 4, 6, 7, 8, 10, 11, 12, 14, 15, 16, 18, 20 пункттарында “бик һирәк” яуабына – 1 балл, “һирәк” – 2 балл, “йыш” – 3 балл, “һәр ваҡыт” яуабына 4 балл ҡуйығыҙ.
Ә 5, 9, 13, 17, 19 пункттарында балдарҙы киреһенсә ҡуйығыҙ (йәғни “бик һирәк” – 4 балл, “һирәк” – 3 балл, “йыш” – 2 балл, “һәр ваҡыт” – 1 балл).

1. Әлеге мәлдә элеккегә ҡарағанда тыныс­һыҙмын.
2. Бер сәбәпһеҙ ҡурҡыу хисе кисерәм.
3. Күңелем тиҙ ҡырыла, паникаға тиҙ биреләм.
4. Үҙ-үҙемде ҡулға ала алмайым кеүек.
5. Миндә тулы именлек тойғоһо, минең менән бер ниндәй ҙә насарлыҡ булмауына ышанам.
6. Аяҡтарым һәм ҡулдарым ҡалтырай.
7. Йыш ҡына башым ауырта, муйын һәм арҡа тирәһендә ауыртыуҙар һиҙәм.
8. Быуынһыҙ ҡалам, тиҙ арыйым.
9. Мин тыныс, бер ауырлыҡһыҙ оҙаҡ ваҡыт бер урында тыныс ҡына ултыра алам.
10. Йөрәгемдең шәп-шәп типкәнен тоям.
11. Башым әйләнеү өйәнәге була.
12. Хәлһеҙләнәм.
13. Мин ирекле тын алам.
14. Аяҡ-ҡул бармаҡтарының ойоуын, сәнсеүен тоям.
15. Ашҡаҙанда ауыртыуҙар була, ашҡаҙан-эсәктәрҙең функцияһы боҙола.
16. Гел бәҙрәфкә барғым килә.
17. Ғәҙәттә, ҡулым йылы һәм ҡоро.
18. Йөҙөм ҡыҙара һәм яна.
19. Еңел йоҡлап китәм һәм тәрән йоҡоға талам.
20. Төндә һаташам.

Һөҙөмтәләр:
20 – 44 балл – хәлегеҙ яҡшы.

45 – 59 балл – еңелсә депрессия кисерәһегеҙ. Яҡшы туҡланығыҙ, спорт менән шөғөлләнегеҙ, йоҡоғоҙ туйғансы йоҡлағыҙ, тынысландырыусы үлән сәйҙәре эсегеҙ, саф һауала күберәк йөрөгөҙ. Өс-дүрт аҙнанан хәлегеҙ яҡшырыр.

60 – 74 балл – уртаса кимәлдәге депрессия. Табипҡа күренергә кәрәк, ул соматик һәм психоэмоциональ хәлде еңеләйтеү өсөн дауалау курсы тәғәйенләйәсәк.

75-тән юғары – ауыр депрессия. Психотерапевҡа йә психиатрға мотлаҡ күренегеҙ, стационарҙа дауаланыу талап ителә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға