26.04.2013 Психиатрға күренеүҙән ҡурҡмағыҙ
Депрессия һүҙен ятлап алғанбыҙ ҙа, кәйеф-сафа ҡороуҙан тыш, бөтә хәлде шул термин менән атарға күнеккәнбеҙ. Ғөмүмән, нимә ул депрессия? Ул һаулыҡта ниндәй эҙ ҡалдыра? Медицина-социаль экспертизаның 13-сө бюроһы етәксеһе, психиатр Әлфиә НУРУЛЛИНА менән кешенең психик хәле, инвалидлыҡ алыу һәм башҡа һорауҙар хаҡында һөйләштек.
– Депрессия – ул бик ауыр психик сир. Интеллект шул килеш ҡала, әммә кешенең эске донъяһы үҙгәрә. Ул рәхәтләнеп көлә-шатлана алмай, йәшәү ҡыҙығын юғалта, эшендә һәм өйөндә төрлө проблемалар башлана. Йоҡо һәм аппетит боҙолоуы, йән һыҙлауы, күкрәк тирәһендә ауыртыуҙар депрессия тураһында һөйләй. Әгәр ҙә кеше ваҡытында был хәлдән сығарылмаһа, уның үҙ-үҙенә ҡул һалыуы ла ихтимал.
Шундай статистика бар: депрессия ир-егеттәрҙә – 12, ҡатын-ҡыҙҙарҙа – 25, ә йәштәр араһында 35 – 40 процент йышлығы менән була.
– Ә кемдәр депрессияға тиҙерәк бирешә? Ижад кешеләре, эшселәр, әллә хәрбиҙәрме?
– Баш менән эшләүселәр араһында ул йышыраҡ осрай.
– ... сөнки баш мәғлүмәт менән тула?
– Тормош иҫ киткес ҙур темп менән алға елә, көн һайын мейебеҙгә күп яңылыҡты эшкәртергә тура килә. Тормош көндән-көн ҡатмарлаша, күпкә өлгөрөргә, күпте башҡарырға тейешбеҙ, әммә ваҡытыбыҙ етмәй. Һөҙөмтәлә кеше тиҙ арый, хәүефләнә, юҡ-барға шомлана башлай. Ә шом – ул депрессияның бер туған апаһы.
– Депрессия үҙе үтәме?
– Юҡ, дауалауһыҙ үтмәй. Стресс арҡаһында барлыҡҡа килгәне еңелерәк дауалана, ике ай тирәһендә кеше тулыһынса һауыға. Ә бына үҫмерҙәрҙә бер нисә йылға һуҙылыуы ихтимал.
Әгәр ҙә кешенең берәй ере ауыртһа, ул табипҡа бара һәм дауалау курсы үтә. Ә бына ниңәлер “психолог”, “психиатр” һүҙҙәренән ҡурҡалар. Үкенескә күрә, ҡайһы берәүҙәр хатта етди психик ауырыуы булған ғаилә ағзаһын, балаһын табиптан табипҡа йөрөтөр урынға, киреһенсә, йәшерә, халыҡ һүҙенән ҡурҡа. Һөҙөмтәлә сирленең хәле йылдан-йыл насарая. Гәзит уҡыусылар аңлаһын ине, психолог һәм психиатр дошман түгел. Ваҡытында күрһәтелгән медицина ярҙамы пациенттың хәлен күпкә яҡшырта, тулыһынса һауығыусылар ҙа бар.
– Психиатрға барыуы нисектер ҡурҡыныс бит...
– Әгәр ҙә һин психиатрға барһаң, тимәк, тилергәнһең, аҡылдан яҙғанһың, тигән уйҙырма йәшәй. Юҡ! Психиатр төрлө патологиялар өҫтөндә эшләй, шул иҫәптән невротик хәл менән дә.
1992 йылда Рәсәйҙә ҡабул ителгән психиатрия тураһындағы закон донъялағы иң йомшаҡ ҡанундыр, моғайын.
Психиатрға барыу бер ниндәй ҙә ғәҙәттән тыш хәл тыуҙырмай, күптән инде ауырыуҙарҙың бөтәһе лә иҫәпкә ҡуйылмай. Хәҙер психик ауырыуҙарҙы көсләп дауаламайҙар. Психиатрик дауалау өсөн пациенттың яҙма рәүештә ризалығы кәрәк (бәлиғ булмаған булһа, ата-әсәһенең, йә булмаһа, законлы вәкиленең).
– Медицина-социаль экспертизаның 13-сө бюроһы нимә менән шөғөлләнә?
– Беҙ психик сирлеләргә инвалидлыҡ тәғәйенләү, реабилитация программаһын тормошҡа ашырыу менән шөғөлләнәбеҙ. Инвалидлыҡ алыу өсөн иң алда үҙ төбәгеңдәге медицина учреждениеһына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Ҡайһылар, тиҫтә йылдар сирләһә лә, бер ҡайҙа ла күҙәтелмәй, ә үҙе туп-тура бында килә. Уларҙы ҡабул итмәйбеҙ, беҙ район-ҡала психиатры әҙерләгән документтар буйынса ғына эшләйбеҙ, ул сирлегә йүнәлтмә бирергә тейеш.
Кеше, инвалидлыҡ алғас, реабилитациялау программаһында ҡатнаша. Мәҫәлән, өсөнсө төркөм инвалидын эшкә алһындар өсөн Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгенә рекомендация бирәбеҙ. Беренсе төркөм инвалидтарҙың ҡайһы берҙәре коляска, подгузник, махсус матрацҡа мохтаж. Ошо категорияны дәүләт бушлай тәьмин итә.
Мин бында 11 йыл эшләйем. Ошо ваҡыт эсендә ниндәй үҙгәрештәр булды һуң? Дәүләт йылдан-йыл инвалидтар проблемаһына күберәк иғтибар бирә. Беренсенән, реабилитация программаһы конкретлаша һәм халыҡҡа яҡыная. Социаль хеҙмәттәр, йәмәғәт ойошмалары булдырыла, эш сифаты яҡшыра. Элегерәк инвалидтарҙың проблемаһы ситтә ҡала ине, ә бөгөн күп сара күрелә, яңынан-яңы уңайлыҡтар булдырыла. Был, әлбиттә, һөйөнөслө. Тиҙҙән беҙҙә күрһәтелгән хеҙмәт Көнбайыштағынан кәм булмаҫ, тип өмөтләнәбеҙ.
– Үҙ аллы йөрөй алмаған, яңғыҙ ҡалған оло йәштәге сирлегә һеҙгә нисек эләгергә?
– Ғәҙәттә, ундайҙар янына махсус бригада сыға, сирленең хәле менән таныша. Бындай бригадалар һәр дауалау учреждениеһында бар. Табиптар уның амбулатор картаһына яҙмалар индерә, беҙгә шул картаны килтерергә кәрәк. Шунан уға инвалидлыҡ тәғәйенләнә һәм, кәрәк икән, коляска, подгузник, махсус матрац (оҙаҡ ятыуҙан тәне боҙолмаһын өсөн) бирелә.
Әгәр ҙә сирлене ҡарарға кеше булмаһа, уны психиатрия дауаханаһына һалалар һәм ул тулыһынса тикшереү үтә. Ә инде кәрәк тип табылһа, артабан уны психоневрология интернатына урынлаштыра алалар. Әйткәндәй, унда тәрбиәләү шарттары йылдан-йыл яҡшыра. Бөтә ерҙә таҙа, яҡты, туҡланыу һәйбәт.
Мейе бик серле ағза, ул һаман да өйрәнеп бөтөлмәгән. Кеше олоғайған һайын мейе күҙәнәктәре элекке функцияларын юғалта. Оло кеше тәүҙә хәтерһеҙлектән йонсой, яңылыша башлай, һуңынан хатта үҙен тәрбиәләй алмай. Шул саҡта уны терапевҡа күрһәтәләр, ул төрлө витамин-дарыуҙар эсә, әммә хәле яҡшырмай. Ваҡыт сарыф иткәнсе уны психиатрға алып барырға кәрәк. Ул беҙгә йүнәлтмә бирәсәк. Шул саҡта элементар реабилитация әйберҙәрен бушлай алырға мөмкин.