«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Яратҡан табибың кем, бәләкәс?



16.04.2013 Яратҡан табибың кем, бәләкәс?

22 апрелдә Башҡортостанда “Беҙҙең яратҡан табибыбыҙ” конкурсы башлана. Бында дәүләт медицина учреждениеларының һәм коммерция клиникаларының төрлө специальностағы балалар табиптары ғына ҡатнаша ала, тип хәбәр иттеләр БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.
Бәйге шарттарына ярашлы, балалар табиптарының эшмәкәрлеген баһалап, халыҡ улар өсөн http://НашЛюбимыйВрач.рф. сайтында тауыш бирә ала. Ә кескәй пациенттар үҙҙәренең яратҡан табибына һүрәт төшөрөп, электрон почта аша ебәрә ала. Ирекле тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса – иң яҡшы табиптар һәм балалар араһында иң оҫта һүрәт төшөрөүселәр асыҡланасаҡ.
“Беҙҙең яратҡан табибыбыҙ” конкурсының бүләкләү тантанаһы 1 июндә, Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә уҙасаҡ.
2012 йылда бындай ярыштар Санкт-Петербург, Ҡазан, Яр Саллы, Әлмәт ҡалаларында уҙған, быйыл иһә илленән ашыу ҡалала ойоштороласаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға