«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » «Үҙебеҙҙе кеше итеп тоябыҙ!»



05.04.2013 «Үҙебеҙҙе кеше итеп тоябыҙ!»

Учалы үҙәк ҡала дауаханаһында гемодиализ бүлеге уңышлы эшләй
«Үҙебеҙҙе кеше итеп тоябыҙ!»
Үтенес менән күпме хат, ялыу яҙа торғас, ниһайәт, Учалы үҙәк ҡала дауаханаһында ғинуарҙа гемодиализ бүлеге асылды, һәм бөйөрҙәре эшләмәгән Учалы пациенттарының хәле бермә-бер яҡшырҙы.
– Элек Белоретҡа таң менән сығып китеп, кисен генә арман­һыҙ булып ҡайтып йығыла торғайныҡ (ә бит унда аҙнаһына өс тапҡыр барырға кәрәк ине!), хәҙер гемодиализға дүрт сәғәт ваҡыт китә, магазинға барып әйләнгән һымаҡ, – ти Миләүшә Ғатауллина. – Һау кешеләрҙең башына ла инмәгән михнәттәр­ҙән һуң хәҙер үҙебеҙҙе кеше итеп тоябыҙ.
– Мин элек, бөйөрҙәр эшләмәй башлағас, бөтөнләй ҡаҡ һөйәккә ҡалдым, сөнки нимә ашаһаң да, үлемесле кеүек ине. Учалыла бү­лек асылып, гемодиализға йөрөй башлағайным, нимә теләйем, шуны ашай алам, шуға шөкөр итәм, – тип, Ғилман Абдуллин да ҡыуанысы менән бүлеште.
– Беҙгә бында бөтә уңайлы шарттар тыуҙырылған, хатта теле­ви­зорыбыҙ ҙа бар! – һүҙебеҙгә өсөнсө аппаратта ятҡан йәш ҡыҙ ҡушыла. – Мин бит һа­манғаса иптәштәремдән гемодиализға йөрөүемде йәшерәм, шуға ла ҡала дауаханаһында гемодиализ бүлегенең асылыуы минең өсөн айырыуса мөһим.
Ринат Абдрахманов етәкләгән гемодиализ бүлегенә ҡан таҙартырға ун дүрт кеше йөрөй (өс сменаға). Компьютерға тоташтырылған япон аппаратын пациенттарҙың һәр береһенең организмына яраҡлаштырып көйләргә мөмкин.
– Компьютер аша һәр ауы­рыу­ҙың хәл-торошон күҙәтеп тороуы яйлы, – ти шәфҡәт туташы Рәзилә Рябкова. – Табиптар, мониторҙа сағылған күрһәткестәрҙән сығып, тиҙ генә яһалма бөйөрҙөң эшен көйләп ебәрә ала.
Шәфҡәт туташы әйтеүенсә, сит ил аппараттарын төшөнөү өсөн уға тиҙ арала инглиз телен өйрәнергә тура килгән. Әммә ул быға һис тә зарланмай, күҙ алдымда сирлеләрҙең хәле яҡшырыуын күрәм дә инде ҡыуанам, ти: «Хоҙай уларға сабырлыҡ бирһен, ә һау кешеләр бөйөрҙәрен һаҡлаһын ине, тип теләйем, бында эләгергә ҡушмаһын».
Әйткәндәй, гемодиализ бүлеген асыу – Учалы ҡала дауахана­һының баш табибы булып эшләп киткән һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Тимур Әбдрә­шитовтың идеяһы. Ме­ди­цина ҡорамалдары етештереүсе «Дель­рус» компанияһы ошо изге идеяны тормошҡа ашырҙы. Йәғ­ни дәүләт менән бизнестың үҙ-ара килешеүе бик киҫкен социаль проблеманы хәл итергә мөмкинлек бирҙе.
Тиҙҙән Салауат ҡалаһында ла гемодиализ бүлеге асыласаҡ. Ә был тиҫтәләрсә кешенең ғүмере һаҡланып ҡаласаҡ тигән һүҙ – гемодиализ үҙәктәренә сират ҙур булып ҡала бирә.

Баныу ҡАҺАРМАНОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға