«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Оҙаҡ йәшәгегеҙ киләме?



05.04.2013 Оҙаҡ йәшәгегеҙ киләме?

Түбәндәге һорауҙар­ға яуап биреп, һәр кем үҙенә күпме ҡалғанын яҡынса билдәләй ала. Бында генетик фактор, экология шарттары, тормошҡа ҡараш һ.б. иҫәпкә алынды. Әлбит­тә, тест бары күҙаллау, күпме йәшәрбеҙ – уныһы тик беҙҙең ҡулда түгел. Әммә уға таянып, йәшәйешебеҙ тураһында һығымталар яһарға мөмкин.
Башланғыс һан итеп ҡатын-ҡыҙҙарға – 78 йыл, ир-егеттәр 70 йыл алырға кәңәш ителә. Ошо шартлы һанға алырға, йә ҡушырға кәрәк.

1. Өләсәйегеҙ (олатайығыҙ) 80 йәште уҙҙы + 2
Икеһе лә 80-де үтте; + 5
Өсөһө лә 80 йәште уҙҙы + 8
Дүртеһе лә 80 йәште уҙҙы + 11

2. Атай-әсәйегеҙҙең береһе 80 йәште уҙҙы. + 4
Икеһе лә 80 йәшкә етте . + 9

3. Атай-әсәйегеҙҙең берәүһе 50 йәшкә тиклем инфаркт (инсульт) кисерҙе – 4
Атай-әсәйегеҙҙең икеһе лә инфаркт (инсульт) кисерҙе – 9

4. Атай-әсәйегеҙ, йә бер туғандарығыҙ араһында йөрәк ишемик сире, диабет, яман шеш менән ауырыусы бар – 2

5. Һеҙ халҡы 1 миллиондан ашыу булған ҡалала йәшәйһегеҙ – 2
6. Һеҙ халҡы 10 меңдән әҙ булған ҡалала (ауылда) йәшәйһегеҙ + 2

7. Юғары белемегеҙ бар + 1

8. Ғилми дәрәжәгеҙ бар + 2

9. Өйләнгәнһегеҙ (кейәүгә сыҡҡанһығыҙ) + 5

10. Өйләнмәгәнһегеҙ (кейәүгә сыҡмағанһығыҙ), һәр буйҙаҡ ун йыл өсөн – 1

11. Әҙ хәрәкәтләнәһегеҙ – 3

12. Көн һайын үтә ауыр булмаған физик эш башҡараһығыҙ + 3

13. Аҙнаһына 5 − 7 тапҡыр яртышар сәғәт физик күнекмәләр эшләйһегеҙ + 4
Аҙнаһына 2 – 3 тапҡыр + 2

14. Хаҡлы ялға сыҡҡас та әүҙем тормош менән йәшәйәсәкһегеҙ + 5

15. Яҡшы йоҡлайһығыҙ + 2

16. Һеҙ тыныс, оптимист, ҡыҙыҡһыныусан + 4

17. Һеҙ тиҙ ҡыҙаһығыҙ, тирә-яҡтағылар асыуығыҙҙы ҡабарта – 6

18. Үҙегеҙҙе бәхетле, ә тормошоғоҙҙо уңышлы тип һанайһығыҙ + 4

19. Үҙегеҙҙе бәхетһеҙ, тормошоғоҙҙо уңышһыҙ тип һанайһығыҙ – 2

20. Көнөнә берәр ҡап тәмәке тартаһығыҙ – 4

21. Аҙнаһына 5 – 7 тапҡыр 150 миллиграмдан күберәк
алкоголле эсемлек ҡулланаһығыҙ – 3

22. Тән массағыҙ нормалағынан 20 килограмға күберәк – 8
10 кг күп – 4
5 кг күп – 2

23. Дауаханаға барып, даими тикшереләһегеҙ +3







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға