«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Варикоздан ҡотолдом



05.04.2013 Варикоздан ҡотолдом

Варикоздан ҡотолдом
Яратҡан гәзитем аша үҙемдең рецебым менән уртаҡлашырға теләйем. Аяғымдағы ҡан тамырҙары киңәйеүенән яфаландым. Бигерәк тә яҙғыһын ауырға тура килде. Рекламаланған төрлө майҙарҙы ҡулландым, тик файҙаһын тойманым. Шунан баҡсамда үҫкән күк сирень япрағын киптереп, шуны төнгөлөккә варикоз төйөнөнә һала башланым. Биш тапҡыр һалғас, шеш бер аҙ ҡайтып, йорт эштәре менән булышырға мөмкинлек бирҙе.

“ЗОЖ” гәзитендә варикозды дауалау ысулын күреп ҡалдым да шуны ҡуллана башланым. Эмаль кәстрүлгә бер стакан көнбағыш майы, шырпы ҡабы ҙурлығында балауыҙ һалығыҙ һәм ул ирегәнсе талғын утта тотоғоҙ. ҡаты итеп бешерелгән йоморт­ҡа һарыһын сәнске менән иҙеп, кәстрүлгә һалығыҙ. ҡайнар май күбекләнә башлаясаҡ, ҡапыл ташып ҡуймаһын! Әгәр ҙә күбек “ҡаса” башлаһа, кәстрүлде йәһәт кенә уттан ситкә алығыҙ, шунан ҡабат ултыртып болғатығыҙ. Өс тапҡыр шулай эшләгәс, утты һүндерегеҙ. Май әҙер! Уны һөҙөргә кәрәк. Балауыҙҙы марля аша һөҙөп булмай, шуға мин ике тапҡыр бөкләнгән капрон тюлде ҡулландым. Майҙы быяла шешәгә ҡоям да һыуытҡыста һаҡлайым. Йоҡлар алдынан аяҡтарыма һөртөп, бинт менән урайым, өҫтөнән целлофан ҡапсыҡ ябам. Был дарыуҙы ноябрҙә ҡуллана башлағайным, февраль башында туҡтаттым. Әле аяғымда шундай еңеллек тоям, ҡан тамырҙары бүлтәйеп тормай. Бынан тыш, көн һайын аяҡтарымды һалҡынса һыу менән йыуам. Тағы ла әстерхан сәтләүеге ашайым, ул тамырҙар­ҙы нығыта, тиҙәр.

Миңнур Х.
Әбйәлил районы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға