«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Яҙ тик яҡшы кәйеф килтерһен!



05.04.2013 Яҙ тик яҡшы кәйеф килтерһен!

Яҙ тик яҡшы кәйеф килтерһен!
Ниһайәт, яҙ етте! Шатлыҡлы миҙгел ул, әммә тап шул мәлдә авитаминоз башлана. Тиҙ арыу, хәлһеҙлек, “ауыр баш” ололарҙа ғына түгел, бәләкәстәрҙә лә күҙәтелә. Мәктәп уҡыусыларына бигерәк тә ауырға тура килә, үҫеүсе организмға көн һайын яңы белем үҙләштерергә кәрәк бит.
Шыттырылған бойҙай – авитаминозға ҡаршы шәп дауа. Унда бик ҙур энергия запасы бар, биологик әүҙем матдәләр тупланған, шул иҫәптән микроэлементтар, ферменттар, витаминдар һ.б. бар. Шулай уҡ һоло, ҡарабойҙай, борсаҡты ла шыттырып ашарға мөмкин.
Иген культураһын шыттырыр алдынан яҡшылап таҙартығыҙ, “шикле” күренгәндәрен ташлағыҙ. Һалҡынса һыуҙа бер нисә тапҡыр йыуығыҙ һәм 5 сәғәткә һыуҙа ҡалдырығыҙ. Шунан һыуҙың бер тамсыһын да ҡалдырмай түгегеҙ, тәрилкә өҫтөн марля менән ҡаплағыҙ. Тиҙҙән йәшел ҡыяҡсалар барлыҡҡа килер. Уны ашар алдынан сайығыҙ.
Тағы ла бер тәмле генә ҡатнашма бар. Ит турағыс аша 300-әр грамм йөҙөм, өрөк, таҙартыл­ған әстерхан сәтләүеге һәм ҡабығы менән бергә өс лимонды ла үткәрегеҙ. Шунан бер стакан бал ҡушығыҙ. Көнөнә өс тапҡыр берәр ҡалаҡ ашарға, ә балаларға балғалаҡ менән бирегеҙ. Дарыуҙы һыуытҡыста һаҡлағыҙ.
Иммунитетты нығытыу өсөн көн һайын С витамины ҡабул итегеҙ. Физик эш, гимнастика ла организмдың һаҡлаусы көсөн арттыра, сыныҡтыра.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға