«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Кешегә кеше кәрәк



02.04.2013 Кешегә кеше кәрәк

Кешегә кеше кәрәк
Изге эш өсөн хаҡ һорайҙармы?
Былтыр йыл аҙағында “ҡан һәм уның компоненттары донорлығы тураһында” законы үҙ көсөнә ингәс, донорҙарға аҡса урынына бер тапҡыр ашау өсөн талон бирелә башланы. РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығы фекеренсә, был пациент­тар­ға тик файҙаға ғына. Сөнки кешегә ҡан ҡойғанда төрлө инфекция эләктереү ҡурҡынысы бар. Ә бына түләүһеҙ, ирекле тапшырылған ҡан күңелһеҙ мәлдәр­ҙән аралай, йәнәһе, кеше йөрәк ҡушыуы буйынса ғына донор була. Аҡса түләнмәгәс, түбән социаль ҡатлам вәкилдәре донор булмаясаҡ.
Күптәрҙә яңы закон хәүеф тыуҙырҙы, ҡан дефициты барлыҡҡа килеүе мөмкин бит. ҡайһы бер төбәктәрҙә әле үк хәлдәр шәптән түгел. Ә бына беҙҙә нисек икән? Республика ҡан ҡойоу хеҙмәтенең баш табибы Урал СОЛТАНБАЕВ ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап бирҙе.
– Юҡ, беҙҙә донорҙар кәмемәне. Шул уҡ кимәлдә ҡалды, хатта бер аҙ артыу күҙәтелә. Элек ашау өсөн 220 һумлыҡ компенсация түләнде, ә хәҙер ашауға талон бирелә. Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларында донорҙар ныҡ кәмене, сөнки унда ҡан тапшырыу түләүле ине.
Беҙгә килгән донорҙар ике төркөмгә бүленә. Тәүгеләре – бәләгә тарыған туғанына (танышына, дуҫына, хеҙмәттәшенә һ.б.) ҡан биреүсе. Икенселәр – “алтын фондыбыҙ”. Улар ысын донорҙар, ихлас ярҙам итергә теләй. Белмәгән-күрмәгән кешеләрҙең ғүмерен ҡотҡарыу өсөн ҡан бирәләр. Уларҙы аҡса ҡыҙыҡтырмай.

– Ашауға талон бирелә, тинегеҙ...
– Эйе. Кеше ҡан йәки уның компоненттарын тапшырғас, уға талон бирелә һәм ул станция эргәһендәге Гигиена һәм туҡланыу үҙәгенә бара. Ашатыу яҡшы ойошторолған. Салат, аш, “икенсе” блюдо, ветчина һәм ҡыҙыл балыҡтан ҡабымлыҡ, сәй-кофе тәҡдим ителә. Тағы ла өҫтәмә паек – минераль һыу, шоколад, алма бирелә. Уныһын ҡан биреүсе үҙе менән алып ҡайта. Быға тиклем түләнгән 220 һумға яҡын тирәләге бер кафела ла туйғансы ашап булмай. Яңы ҡағиҙә бик уңайлы.

– Урал Сәхийәрович, республикала ҡанға ҡытлыҡ бармы?
– Республикала йыл һайын 42 тоннанан ашыу ҡан әҙерләнә. Ул ситкә ебәрелмәй, тик республика халҡы өсөн генә ҡулланыла. Бөгөнгө запас күләме ҡәнәғәтләнерлек. Әммә иртәгә ни булырын әйтеп булмай. Эйе, медицина үҫә, шарттар яҡшыра. Әммә төрлө фажиғәләр, ауыр хәлгә тарыған кешеләр һаны бер ҙә кәмемәй.

– Боронғолар ҡан ебәреү ысулы менән киң ҡулланған. Исламда ла шул рәүешле дауалайҙар. ҡан биреүҙең организмға ниндәй ыңғай йоғонтоһо бар?
– Медицинала, ҡан биреү организм­ға зарарлы түгелме, тигән күҙлектән сығып эш ителә. Донор булыу организмға насар тәьҫир итмәй. Кеше, ғәҙәттә, күтәренке кәйеф менән китә, ул иҫ киткес ҙур ҡәнәғәтләнеү ала. ҡаның кемделер үлемдән һаҡлаясаҡ, тимәк, һин – ҡотҡарыусы, тигән уй күңелде күтәрә, ҡанатландыра.
Реаниматологтар әйтеүенсә, гел ҡан тапшырып килгән кеше үҙе ауыр хәлгә тарыһа, уның организмы, башҡалар­ҙыҡы менән сағыштырғанда, күпкә көслөрәк, ул тиҙерәк шәбәйә. Шулай уҡ был процедуранан һуң юғары ҡан баҫымынан яфаланғандарҙың хәле бер аҙ яҡшырыуы күҙәтелә.

– “Почетлы донор” исемен нисек алырға һәм уларға ниндәй ташламалар ҡаралған?
– ҡырҡ тапҡыр ҡан, йә алтмыш мәртәбә плазма тапшырған кешегә ошо исем бирелә. Уларға ай һайын бер мең һумға яҡын аҡса түләнә. “Почетлы донор”ҙар сиратһыҙ путевка алыу, дауаханала планлы тикшереү үткәндә сиратһыҙ дауаланыу хоҡуғына эйә.
Бөгөн республикала 10,5 мең “Почетлы донор” бар.

– Урал Сәхийәрович, сәләмәт кеше йылына күпме ҡан тапшыра ала?
– Плазманы өс аҙна һайын бирергә мөмкин, ир-егеттәр – 12, ҡатын-ҡыҙҙар 10 литрға тиклем бирә ала. ҡанды иһә ир-егеттәр – биш, ҡатын-ҡыҙҙар дүрт тапҡыр тапшыра ала.

– ҡан тапшырырға килгән кеше ниндәй тикшереүҙәр үтә?
– Беҙҙә берҙәм база булдырылған, унда төрлө сирҙәр менән иҫәптә торғандарҙың исемлеге бар. Иң алда һәр кем шул база аша тикшереү үтә (әгәр ҙә ВИЧ, венерик сирҙәр, туберкулез һ.б. менән ауырыуы асыҡланһа, ҡанын ҡабул итмәйҙәр). Шунан уны трансфузиолог ҡарай. Саҡ ҡына тайпылыштар табылһа ла, хатта тәнендә яңыраҡ эшләнгән татуировка булһа, унан ҡан алмайҙар.

– Донорлыҡ тураһында төрлө имеш-мимештәр йөрөй. Йәнәһе, эскеселәр, наркомандар, асарбаҡтар ҡан тапшырырға килә...
– Ундайҙарҙан ҡабул итмәйбеҙ, шундуҡ кире борабыҙ.

– Әгәр ҙә һирәк осрай торған ҡанлы кеше ауыр хәлдә дауаханаға эләкһә, түләүле медицина хеҙмәте сиктәрендә ҡанды һатып алырға мөмкинме?
– Юҡ, ҡан һатылмай. Ул дауахананың һорауы буйынса билдәле бер ауырыу кешегә бирелә.

– Халыҡҡа әйтер һүҙегеҙ?
– Әлеге мәлдә 46 ил түләүһеҙ донорлыҡҡа күскән. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы ҡарары буйынса, 2020 йылға тиклем бөтә дәүләттәр ҙә түләүһеҙ донорлыҡҡа күсергә тейеш. Матди байлыҡтан алда, кешегә йәшәү мөмкинлеге биреү хаҡында уйларға тейешбеҙ.
Яңыраҡ БЮТ-та ошо темаға дискуссия ойошторолғайны. Шунда бер дин әһеле: “ҡан биреп, һин сауап­лы эш башҡараһың, ә изге эш өсөн хаҡ һорарға тейеш түгелһең бит”, – тине. Ошо һүҙҙәр менән тулыһынса килешәм. ҡан һәм уның компоненттары етерлек булһын өсөн түләүһеҙ донорлыҡты популярлаштырырға кәрәк. Бары­ғыҙҙы ла юғары әхлаҡлы эшкә ҡушылырға саҡырам!

Гүзәл БИКМӘТОВА әңгәмәләште.
Автор фотоһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға