«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Башҡаларҙа нисек?



02.04.2013 Башҡаларҙа нисек?

Рәсәйҙә

Вологда өлкәһендә ҡан тапшырырға теләүселәр ҡырҡа кәмегәс, урындағы власть муниципаль бюджеттан 1,5 миллион һум бүлгән. Бер донорға 480 һум түләй башлағандар. Пенза өлкәһендә яңы ҡарар ҡабул ителгән, ҡан тапшы­рыу­сыға паектан тыш, 180 һум аҡса тотторалар. Ульяновскиҙа ла, донорҙы ашат­ҡас, 250 һум аҡса бирәләр.
Мәскәү һәм Санкт-Петербургта ҡан һәм уның компоненттарын тапшырыуҙа өҙлөгөүҙәр була башлағас, элекке системаға ҡайтырға мәжбүр булғандар. Бер тапҡыр ҡан биргән өсөн 3 – 5 мең һум түләйҙәр. Ә ҡан ҡойоу станцияһына даими килһәң, компенсация күләме тағы ла арттырыла.

Сит илдәрҙә

70-се йылдарҙа АҡШ конгресы түләүһеҙ донорлыҡ тураһында ҡарар ҡабул итә. ҡан банкы тик үҙ ирке һәм бушлай тапшырылған ҡан менән тулылана. Яҡынса 120 миллион Америка халҡы донорлыҡ өлкәһендәге ҡаты талаптарға яуап бирә. Шуларҙың 25 миллионы ғына “гражданлыҡ бурысын” даими үтәй.
Францияла ла донорлыҡ ирекле һәм түләүһеҙ. ҡан тапшыр­ған һәр кемде тәмле итеп ашаталар, сәй-кофе, һуттар тәҡдим итәләр. Был илдең донорҙар армияһы 1,7 миллиондан ашыу кешене тәшкил итә, йәғни һәр 38-се француз даими рәүештә ҡаны менән “бүлешә”.
Германияла был изге эште ойоштороу менән “ҡыҙыл Тәре” ойошмаһы шөғөлләнә. Улар бушлай ҡан төркөмөн билдәләргә һәм кофе менән ҡабымлыҡтар тәҡдим итә. Әммә ил ихтыяжын университет клиникалары һәм дауаханалар ҡәнәғәтләндерә. Унда ҡан һәм уның компоненттарын тапшырған өсөн 15 – 40 евро түләй­ҙәр. Шуға күрә медицина учреждениеларында донорҙар сиратҡа баҫа.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға