«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Нисек донор булырға?



02.04.2013 Нисек донор булырға?

Нисек донор булырға?
Йәшәү менән үлем араһында көрәшеүсе кешегә һеҙ ҙә ярҙам ҡулы һуҙа алаһығыҙ. Бының өсөн район-ҡалағыҙҙағы дауалау учреждениеһына мөрәжәғәт итегеҙ.
18 йәше тулған һәр кем донор була ала. Әммә медицина һәм социаль күрһәтмәләр буйынса һеҙҙән ҡанығыҙҙы алмауҙары ла бар. ҡан биреүсенең ауырлығы 50 килограмдан кәм, тән температураһы 37 градустан юғары булырға тейеш түгел, ҡан баҫымы нормала булыуы шарт. Дауаханаға барғанда паспортығыҙҙы мотлаҡ алығыҙ.
Донор булыр алдынан, ҡан йәки уның компоненттарын бирәсәкһегеҙме – ошо һорауҙы хәл итеп ҡуйығыҙ. Әгәр ҙә ҡан тапшырырға булһағыҙ, иң алда бармағығыҙҙан ҡан алып, экспресс-анализ эшләйәсәктәр. Унда ҡандың резус һәм келл факторы, төркөмө, шулай уҡ гемоглобин кимәле күренәсәк. Әгәр ҙә ҡандың компонентын бирергә теләһәгеҙ, анализды ҡан тамырынан аласаҡтар. Был ВИЧ, сифилис, гепатит сирҙәрен асыҡлау маҡсатында, ҡандың биохимик һәм клиник анализын белер өсөн эшләнә.
Процедураны атҡарғанда бер тапҡыр ҡулланыла торған материалдар һәм предметтар файҙаланыла, шуға күрә ниндәйҙер сир йоҡтороу ҡурҡынысы юҡ.
ҡан тапшырыр алдынан бер сәғәт алда тәмәке тартмағыҙ, ҡыҙҙырылған һәм майлы ризыҡтан баш тартығыҙ. Иртәнге ашты мотлаҡ ашағыҙ, ул еңел һәм тиҙ үҙләштерелә торған булһын. Өс көн алда анальгетик һәм аспирин (был матдәләр ҡан ойошоуын насарайта ) ҡулланмағыҙ.
Әгәр ҙә ниндәйҙер дарыу ҡабул итһәгеҙ йәки үҙегеҙҙе насар тойһағыҙ, был хаҡта ҡан ҡойоу станцияһында әйтегеҙ. Һеҙҙең ҡанды ҡабул итәсәк кешенең сәләмәтлеге өсөн яуаплылыҡ тойорға тейешһегеҙ.
ҡанығыҙ бер мәл кемдеңдер ғүмерен һаҡлап ҡалырға ярҙам итер. Билдәһеҙ кешенең ихлас әйтелгән: “Рәхмәт, донор!” – һүҙҙәрен күңелегеҙ менән тойорһоғоҙ.

Әйткәндәй

Күптәр донорлыҡ тураһындағы яңы законды хупламай. Бөтә Рәсәй йәмәғәт фекерен өйрәнеүсе үҙәк үткәргән тикшеренеүҙән күренеүенсә, һорау алыныусыларҙың 63 проценты аҡса урынына аҙыҡ-түлек биреүгә ҡырҡа ҡаршы. Шуларҙың 45 проценты, ҡан тапшырған өсөн аҡса биреү – ул тағы ла ҡан биреүгә стимул, ти. ҡалған 9 проценты, ҡан – ул тауар, шуға уның өсөн түләргә кәрәк, тигән фекерҙә.
Һорау алыныусыларҙың 22 проценты был закон­ға ыңғай ҡарашта. Улар, хәҙер маргиналдар һәм насар йәшәгәндәр ҡан тапшырмаясаҡ, кешеләр йөрәк ҡушыуы буйынса донор буласаҡ, тигән фекерҙе яҡлай.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға