«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » “Төнгө концерт”: хырылдау



22.02.2013 “Төнгө концерт”: хырылдау

“Төнгө концерт”: хырылдау
Рәхәтләнеп кенә йоҡлап ятҡанда, хырылдама инде, туҡта, тип йыш уяталармы? Һорауға “эйе” тип яуап бирһәгеҙ, түбәндәге кәңәштәргә ҡолаҡ һалығыҙ.
1. Салҡан ятмағыҙ. Арҡаға ятып йоҡлау ғәҙәтенән ҡотолһағыҙ, хырылдауҙан туҡтарһығыҙ.
2. Тынлы оркестрҙа уйнағыҙ. “Төнгө концерт”тан яҡындарығыҙ яфаланмаһын тиһәгеҙ, уларға көндөҙ үк флейта, ҡурай йә тромбонда уйнап ишеттерегеҙ. Тынлы музыка ҡоралында уйнағанда өҫкө тын алыу юлдары мускулдары нығый.
3. Йоҡлар алдынан иҫерткес эсемлектәр ҡулланма­ғыҙ. Алко­голь тын алыу юлдарын көс­һөҙләндерә, һөҙөмтәлә кеше хы­рыл­дай башлай.
4. Көн һайын күнегеүҙәр башҡарығыҙ. Ауыҙығыҙҙы асығыҙ һәм телде мөмкин тиклем нығыраҡ алға сығарып, уңға-һулға йөрөтөгөҙ. Тағы ла бер күнегеү: тамаҡ төбөнән “и” өнөн сығарырға. Көн һайын утыҙар тапҡыр ошо күнегеүҙәрҙе эшләһәгеҙ, өс-дүрт аҙнанан ың­ғай һөҙөмтәне то­йор­һоғоҙ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға