«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Үткер күҙ сере



22.02.2013 Үткер күҙ сере

Үткер күҙ сере
Күреү һәләтен яҡшыртыу өсөн бер нисә кәңәшемде яҙып ебәрергә булдым. Петрушканы ит турағыс аша үткәрегеҙ, шул уҡ миҡдарҙа бал һәм лимон һуты ҡушығыҙ. Аш алдынан бер балғалаҡ ашағыҙ.
Кишер күҙгә бик файҙалы, тиҙәр. Уны сей килеш мөмкин тиклем күберәк ашағыҙ. Кишерҙең япрағын ташларға ашыҡмағыҙ, ул да бик файҙалы. Мин уны айырым да, салатҡа ҡушып та ашайым.
Ә ҡышҡыһын түбәндәге дарыуҙы ҡулланам. Энәлектең кипкән емешен ваҡлайым да, 1:1 нисбәтендә бал ҡушам һәм көнөнә өс тапҡыр ашайым.

Әлфирә ВӘЛИТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға