«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Тонзиллитты дауалау



22.02.2013 Тонзиллитты дауалау

Тонзиллитты дауалау
Ике ҡалаҡ кипкән меңъяпраҡ үләненә бер стакан ҡайнар һыу ҡойорға, һыуытып һөҙөргә. Көнөнә дүрт тапҡыр тамаҡты сайҡарға кәрәк. Картуфтың кипкән сәскәһенән эшләнгән төнәтмә лә яҡшы ярҙам итә. Бер ҡалаҡ сәскәне бер стакан һыуҙа бешерегеҙ. Төнәтмә менән көнөнә өс тапҡыр ун көн буйы тамағығыҙҙы сайҡағыҙ. Бер айҙан дауалау курсын тағы ҡабатлағыҙ.
Алоэ һәм балды 1:3 нисбәтендә ҡушып, көн һайын тамаҡ төбөнә 14 көн буйы һөртөгөҙ. Был процедураны ас ҡарынға үткәреү яҡшыраҡ һөҙөмтә бирер.

Р. ӘХТӘМОВ.
Белорет районы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға