22.02.2013 Тырнаҡта бәшмәк булһа
Олоғайғас, тырнағым бигерәк һыныусан булып китте. ҡырҡам тиһәң, онталып, ваҡланып бөтә. Бик оҙаҡ шулай яфаландым. Баҡтиһәң, унда бәшмәк барлыҡҡа килгән икән. Унан өс аҙна эсендә ҡотолдом.
Глицерин һәм 9 процентлы аш һеркәһен тигеҙ өлөштә ҡушып болғатығыҙ һәм шыйыҡсаны яҡшылап ябылған шешәгә ҡойоғоҙ. Мамыҡты ошо ҡатнашмаға манып, көнөнә өс тапҡыр тырнаҡҡа һөртөгөҙ. Ун биш минут самаһы торғас, таҙа ойоҡбаш кейегеҙ. Көн һайын ойоҡбашығыҙҙы яңыһына алмаштырырға онотмағыҙ. Шыйыҡсаны һөрткәндә бик һаҡ булығыҙ, бит-күҙегеҙгә сәсрәмәһен, әгәр ҙә яңылыш тейһә, ағып торған таҙа һыу менән йыуынығыҙ.
Р. КАМАЛОВА.
Илеш районы.