22.02.2013 Йөрәк ҡаҡҡанда
Әгәр ҙә арыһаң, йә саҡ ҡына асыуланһаң, йөрәк ҡаға башлай. Был тойғо минең йәштәгеләргә таныштыр, моғайын. Ураған һайын дарыу ҙа йотҡо килмәй, һуңынан ашҡаҙан әсетеп йонсота. Телевизорҙан бер дауа ишеттем, ул миңә бик килеште. Шуны һеҙгә кәңәш итәйем. 3 – 4 таҙартылған әстерхан сәтләүеген ваҡлап, шуға бер ҡалаҡ бал ҡушам. Төнгөлөккә шуны ашап ятам. Бер ай ҡабул иткәс, ун биш көн ял итәм һәм тағы бер ай ҡулланам.
Тағы ла бер рецепт бар. Тик мин уны файҙаланғаным юҡ. Һеҙгә файҙаһы тейер, тип ышанам. Бер стакан ҡайнар һыуға бер ҡалаҡ кипкән бесәй үләнен һалырға һәм бер сәғәт төнәтергә. Унда ике тамсы бөтнөк майы тамыҙырға, бер балғалаҡ бал һалырға. Йоҡлар алдынан эсеп ятырға. Һау-сәләмәт булығыҙ!
В. ҒӘЙЕТБАЕВА.
Ауырғазы районы.