«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » һаумыһығыз!



22.02.2013 һаумыһығыз!

Уйҙырма һәм ысынбарлыҡ
Әгәр ҙә кешенең бөйөрөндә таш тапһалар, ул хирург бысағы аҫтына ятҡансы, таштарҙан икенсе юл менән ҡотолорға теләй. Интернет селтәрендә, йәнәһе, тиҙ арала уны иретеп сығарыу ысулдары бар.


Ғәҙәти һыу ярҙамында таштарҙы иретеп була

Өлөшләтә дөрөҫ. Әгәр ҙә кеше күберәк һыу эсһә, һейҙектәге тоҙ кимәле кәмей һәм ҙур булмаған таштар иреп сыға. Әммә шуны иҫтә тоторға кәрәк, ҡайһы бер таштар хатта дарыуҙар ярҙамында ла иремәй.

Лимон йә мүк еләге һуты эсергә кәрәк

Лимон кислотаһы ашҡаҙан-эсәк трактында кальцийҙы үҙләштереүгә ҡамасаулай. Әммә таштарҙы бер ҡасан да иретмәй. Оҙайлы ваҡыт әсе һут эскән кеше гастрит, ашҡаҙандың сей яраһы кеүек сирҙәр “хужаһы” буласаҡ.

Бәүел ҡыуыусы үләнле сәйҙәргә пихта майын ҡушып эсһәң, таштар бөтә

Дөрөҫ түгел. Ғөмүмән, бөйөрҙә таш булғанда ундай сәй менән артыҡ мауығырға ярамай. Таш тик ятҡанда дауалау талап ителмәй, бары даими тикшерелеп торорға һәм махсус диета тотор­ға кәрәк. Ә һәр саҡ бәүел ҡыуыусы үләндәр эсһәң, таштың урынынан шыуыуы ихтимал. Был көслө ауыртыуҙар тыуҙыра, елһенеү процесы башлана.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға