«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Бушлай күренергә мөмкин



22.02.2013 Бушлай күренергә мөмкин

Республика дауаханаһына йүнәлтелгән пациентҡа йыш ҡына сиратын аҙналар, ә ҡайһы осраҡта айҙар буйы көтөргә тура килә. Быға, бер яҡтан, аҡлау ҙа бар кеүек: ауырыуҙар күп, ә табиптар барыһын да ҡарап өлгөрә алмай. Тик сир тигәнең сабыр түгел шул, ваҡыт уҙған һайын ул тағы ла көсәйә, өҙлөгөү хәүефе ҙур. ҡайһы саҡ кеше тиҙ арала операция яһауға мохтаж, тик әлеге лә баяғы сират...
Килеп тыуған көсөргәнешлекте бер аҙ кәметеү мөмкинлеге барлыҡҡа килде. Өфө ҡалаһының 6-сы дауаханаһы нигеҙендә булдырылған Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһы ҡала пациенттарын ғына түгел, республика, хатта ил халҡын да ҡабул итә.
Дауахананың дауалау-диагнос­тика комплексы медицина өлкәһенең төп йүнәлештәре − хирургия, дөйөм терапия, акушер-гинекология, педиатрия, неврология йүнәлешендә йылдан-йыл камиллаша. Клиникала махсуслаштырылған һәм юғары технологиялы медицина ярҙамы күрһәтелә.
2 мартта иртәнге сәғәт 9-ҙан төшкө сәғәт 3-кә тиклем клиника Асыҡ ишек көнө уҙғара. Был сара социаль ауырыу­ҙарҙы профилактикалау, кешеләрҙе сәләмәт тормошҡа ылыҡтырыу ниәтендә ойошторола. Башҡортостандың бөтә төбәгендә йәшәүселәр клиникала бушлай тикшереү үтә ала.
Үҙегеҙ менән паспорт, мотлаҡ медицина страховкаһы полисы, амбулатор картаһынан өҙөмтә, анализдар һәм СНИЛС таныҡлығын алырға онотмағыҙ.
Республика халҡы 8 (347) 223-11-29, 223-15-08, Өфөлә йәшәүселәр 276-13-03 телефоны аша яҙыла ала. Клиниканың сайтында ҡабул итеү ваҡыты менән танышырға мөмкин: www.kbgmu.ru. Дауалау учреждениеһының адре­сы: Өфө ҡалаһы, Шәфиев урамы, 2.
Гүзәл БИКМӘТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға