«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Тире – организмдың көҙгөһө



22.02.2013 Тире – организмдың көҙгөһө

Йәшәү рәүеше, ғәҙәттәр, туҡланыу тәү сиратта тиребеҙҙә сағылыш таба. Мәҫәлән, тәмәке тартҡан кешене тартмағанынан бер ҡараштан айырырға була. Организм теге йә был көйһөҙлөк тураһында ла иң алда тире аша сигналдар бирә. Ғ. ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының табип-дерматовенерологы Рөстәм ҡотошев менән тире сәләмәтлеге тураһында һөйләштек.
– Руслан Рөстәм улы, папиллома нилектән барлыҡҡа килә?
– Папиллома – тәндәге шеш, төрлө формала, төҫтә һәм ҙурлыҡта була. Уның йөҙгә яҡын төрө бар, күбеһе хәүефһеҙ, ҡайһы берҙәрен сөйәл һәм миң тип беләбеҙ. Папилломаның хатта әсә ҡарынында ятҡан сабыйҙа ла барлыҡҡа килеүе ихтимал.
Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы классификацияһына ярашлы, папиллома вирусһыҙ һәм вируслыға бүлеп йөрөтөлә. Тәүгеһенә эсәклек полипозы, артыҡ тән массаһы йә оҙон буй сәбәпсе. Ул муйын, ҡултыҡ аҫты, сатыр, түш тирәһендә күпләп “оялай”. Вирус папилломаһы сирле кешенән йоға һәм тире туҡымаһының үҫешендә үҙгәрештәр тыуҙыра. Уларға ғәҙәти сөйәл, табан аҫты кондиломаһы, яҫы кондилома һәм осло мөйөшлө кондилома инә.
– Папилломанан мотлаҡ ҡотолорға кәрәкме?
– Юҡ, бөтәһенә лә тейергә ярамай. Әгәр ҙә ул һәр ваҡыт ышҡылһа, уңай­һыҙлыҡтар тыуҙырһа, ҙурайып китһә, йә төҫөн үҙгәртһә, иң алда онколог менән кәңәшләшегеҙ. Ул папилломаның (миңдең, сөйәлдең) тәбиғәте онкологиялымы-юҡмы икәнлеген асыҡлағас, артабанғы сара күреләсәк. Уны дауалау юлдары төрлөсә (хирургик, лазер, коагуляция, шыйыҡ азот менән), табип һеҙгә кәрәклеһен үҙе тәҡдим итер. Бер ҡасан да уны үҙегеҙ ҡырҡмағыҙ, соҡомағыҙ, юғиһә инфекция эләгеүе йәки яман шешкә әйләнеүе ихтимал.
– Ниндәй йоғошло тире ауырыуҙары йышыраҡ осрай? Уларҙан үҙеңде нисек һаҡларға?
– Йәшәйешебеҙ ни тиклем алға бармаһын, әммә ҡысытма һәм беттән арына алмайбыҙ. Улар беҙҙең социаль тормошҡа тығыҙ бәйләнгән. Тағы ла демодекоз, ҡылйылан (волосатик) ауырыуҙары йыш осрай.
Демодекоз сирен 0,2 – 0,5 мм ҙурлыҡтағы микроскопик бөжәк тыуҙыра. Ул сәс фолликулдары, тире аҫтында үрсей, бит тиреһен, күҙ ҡабағын, ҡолаҡ юлдарын, һирәк осраҡта түш һәм арҡа тирәһен зарарлай. Сирленең күҙ тирәһендә эрен йыйыла, ҡаш-керпеге ҡойола, ваҡ ҡына һытҡылар сыға.
ҡылйылан рәшә себене арҡаһында тарала. Ул кеше тиреһенә күкәй һалһа, кескәй генә йәрәхәттәр аша тире ҡатламына үтеп үрсей башлай. Селәүсен май һәм эпидермис ҡатламы менән туҡлана, уның эҙе юлаҡ-юлаҡ йә зигзаг рәүешендә ҡала. Бер аҙҙан шул урында ваҡ ҡына күбектәр барлыҡҡа килә, шунан шул тирә түңәрәкләнеп, соҡорланып ҡала. Был сир бер нисә айҙан йылдарға тиклем һуҙыла.
Әгәр ҙә үҙегеҙҙә йә яҡындарығыҙҙа йоғошло тире ауырыуҙары билдәһе күренһә, кисекмәҫтән табипҡа күренегеҙ. Ул тап һеҙгә тура килгән дауалау терапияһын билдәләр. Бер үк ваҡытта көнкүреш әйберҙәрен, түшәк кәрәк-яраҡтарын, кейем-һалымды дезинфекциялар­ға кәрәк.
Ябай эшсе булһынмы, әллә министрмы, йоғошло тире ауырыуын теләһә кем эләктерә ала. Унан үҙеңде һаҡлар өсөн ябай ғына гигиена ҡағиҙәләр­ен үтәргә кәрәк. Тыштан ингәс, дөйөм ҡулланыуҙа булған әйберҙе тотҡас (ишек тотҡаһы, лифт төймәһе һ.б.), ҡулығыҙҙы яҡ­шылап йыуығыҙ. Бер ҡасан да икенсе кешенең кейемен кеймәгеҙ, тараҡ-теш щеткаһы ме­нән ҡулланмағыҙ, үҙегеҙҙекен дә биреп тормағыҙ. Тәртипһеҙ енси бәйләнеш – венерик сир менән бер рәттән, тире ауырыуҙары сығанағы ла.
– Баштағы ҡауаҡты тулыһынса дауалап буламы? Мотлаҡ табип­ҡа күренергәме?
– Гормональ үҙгәрештәр йәки эндокрин системаһында проблемалар арҡаһында баш тиреһендә ҡауаҡ барлыҡҡа килә. Ул айырым сир түгел, ә организмдағы берәй тайпылыштың билдәһе. Шуға күрә уға ҡаршы шампундар эҙләгәнсе, табипҡа күренегеҙ һәм анализдар бирегеҙ. ҡауаҡтың сәбәбен асыҡлап, сирҙе дауалағас, йә профилактик сара үткәргәс, ғәҙәттә, баш тиреһе һауыға.
Үҫмерҙәрҙә һәм йөклө ҡатын-ҡыҙҙарҙа ошо күренеш йыш күҙәтелә. ҡайғырырға кәрәкмәй, гормональ фон нормалләшһә, ҡауаҡ та бөтә.
Айырым шарттарҙа баш тиреһендә бәшмәктәр күбәйә, тире бүлеп сығарған май ферменттары серей һәм ул бәшмәктәргә “ем” була, тиҙҙән улары ла серей һәм яңыларына “ризыҡ бирә”. Бына шундай өҙлөкһөҙ цикл барлыҡҡа килә. Составында дегет, кетоконазол булған шампунь менән башты йыуыу, А витамины ҡулланыу ыңғай һөҙөмтә бирер.
– ҡауаҡтың сәс ҡойолоуға сәбәпсе булыуы ихтималмы?
– Юҡ.
– Псориаз хәүефлеме? Уны нисек дауаларға?
– Иң алда шуны әйтәм, псориаз йоғошло түгел. Ул тирене генә түгел, тырнаҡтарҙы һәм быуындарҙы зарарлай. Был сирҙән тулыһынса дауаланып булмай, ә бына ремиссия ваҡытын оҙонайтырға мөмкин.
Сирлеләргә алкоголле эсемлек ҡулланыу, майлы, ыҫланған, тоҙло-боросло ризыҡтар ашау тыйыла. Йылына ике мәртәбә табипҡа күренергә, бер тапҡыр стационарҙа дауаланыр­ға кәрәк. Мөмкинлеккә ҡарап, санатор-курорт дауаланыуы үтергә кәңәш итәм. Әгәр ҙә быуындарығыҙ һыҙлаһа, ревматологҡа күренегеҙ. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: псориаз менән сирләгән кеше бөтөнләй дауаланмаһа, инвалид булып ҡалыуы ихтимал, уның быуындары эшлектән сыға. Һәм иң мөһиме – стрестан һаҡланығыҙ. Саҡ ҡына көйәләнеү ҙә ауырыуҙы көсәйтә.
Был сир нәҫелдән күсә. Әгәр ҙә ата-әсәнең береһе булһа ла псориаздан яфаланһа, сабый­ҙарын даими тикшереп тороу зарур. ҡалҡан аҫты биҙе, шәкәр диабеты менән ауырыусы­лар­ҙың ошо сиргә дусар булыуы ихтимал.
– Руслан Рөстәм улы, кәңәштәрегеҙ өсөн рәхмәт!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға