15.02.2013 “Тиҙ ярҙам” 20 минутта ғына килмәйәсәк
Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы “Тиҙ ярҙам”дың пациентҡа килеп етеү нормаһын бөтөрөргә уйлай. Ведомствола “Тиҙ, шул иҫәптән махсус медицина ярҙамы күрһәтеү тәртибен раҫлау тураһында”ғы бойороҡ проекты әҙерләнгән. Документта “Тиҙ ярҙам”дың ҡасан килеп етергә тейешлеген билдәләгән ҡағиҙә юҡ.
2004 йылда раҫланған бойороҡта иһә ашығыс медицина ярҙамы подстанциялары тейешле урынға 20 минутта барып етеүгә иҫәпләнгән булған. Әле, мәҫәлән, Мәскәүҙә “Тиҙ ярҙам” 16,9 минутта килеп етә икән. Тик коммерция хеҙмәттәренеке генә оҙаҡҡа һуҙылырға мөмкин. Ысынбарлыҡтағы көткән минуттарҙы әлеге бригаданы саҡырыусылар яҡшы белә.
Яңы ҡағиҙәләр раҫланыу менән “Тиҙ ярҙам” үҙенең атамаһы асылын юғалтасаҡ, ти белгестәр. Ауырыуға барып етергә тейешле ваҡыт күрһәтелмәгән, тимәк, ашығырға сәбәп тә юҡ. Бөгөн юлдарҙағы тығынды иҫкә төшөрһәк… Һүҙ юҡ – яуаплы вазифалылар беҙҙе аптыратыуҙан туҡтамай.
“Известия” гәзите сайтынан Айсын АҡБУЛАТОВА әҙерләне.