«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Көн үҙәгендә – демография һәм һаулыҡ һаҡлау



12.02.2013 Көн үҙәгендә – демография һәм һаулыҡ һаҡлау

БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова муниципаль берәмектәр башлыҡтары менән демография мәсьәләләренә һәм улар­ҙы хәл итеү юлдарына арналған селектор кәңәшмәһе үткәрҙе.
Демографик күрһәткестәр буйынса ыңғай динамика күҙәтелә. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 2012 йылда тыуым 5,1 процентҡа артҡан, үлем 2,2 процентҡа кәмегән, халыҡтың тәбиғи артыуы 5,6 мең кеше тәшкил иткән.
Лилиә Ғүмәрова яҡшы һөҙөмтәләр нигеҙендә социаль фактор ятыуын билдәләне, шунлыҡтан урындағы властарға социаль ауырыуҙарҙы иҫкәртеү, имен булмаған ғаиләләрҙе асыҡлау буйынса эшмәкәрлекте көсәйтергә кәрәк.
Миҫалдар етерлек. Мәҫәлән, Архангел районы башлығы Александр Комзалов, сабыйҙар үлеменең 95 проценты ғаиләләге проблемаларға бәйле, тип һанаһа, Ғафури районы башлығы Рәмил Бохаров һүҙҙәренсә, ғаилә уңышһыҙлығының төп сәбәбе – ата-әсәнең эсеүендә. Тап эскән ата-әсәләр менән эшләү алымдары Ғафури районында күсмә кәңәшмәлә тикшереләсәк.
Кәңәшмәлә бушлай медицина хеҙмәттәре күрһәтеү һәм “Ауыл табибы” программаһын тормошҡа ашырыу тикшерелде.
Вице-премьер әйтеүенсә, быйыл 270 йәш табип ауыл ерендә эшләргә теләк белдергән. Программаны ҡушып финанслау тәртибендә аҡса федераль һәм республика бюджеттарынан йәлеп ителәсәк. Урындарҙа тейешле шарттар булдырмайынса тороп, аҡса менән генә белгестәрҙе ауылда тотоп булмаясаҡ. Тәү сиратта, шарттар торлаҡ менән тәьмин итеү йәки ер бүлеү мәсьәләһенә ҡайтып ҡала. Шулай уҡ йәштәргә социаль мәсьәләләр­ҙе – балалар баҡсаларында урындар бүлеү, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәре өсөн түләү буйынса ташламалар булдырыу кеүек һорауҙарҙы – хәл итеүҙә ярҙам күрһәтергә кәрәк.
Социаль сәйәсәттә алымдар тамырынан үҙгәрә, әммә бында дөйөм тырышлыҡһыҙ, дөрөҫ йүнәлешһеҙ һәм муниципалитеттарҙың берлектәге эшенән тыш мәсьәләләрҙе хәл итеү ауыр.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға