12.02.2013 Бәпестәр тыуһын өсөн…
БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай депутаты, Ғ. ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының баш табибы Ринат Нагаев Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау министры Георгий Шебаев менән дауахананың акушер-гинекология корпусы төҙөлөшөн ҡараны.
Ринат Нагаев һүҙҙәренсә, яңы корпус 120 урынға иҫәпләнгән һәм унда заманса Европа талаптарына, санитар нормаларға яуап биргән шарттар булдырыла. Операция, реанимация, әсәләр ятҡан бүлмәләр һауа әйләнешен көйләүсе, таҙартыусы, стериль һауа биреүсе ҡорамалдар менән йыһазландырыла.
Яңы корпустың асылыуы республикала тыуымдың артыуына килтерәсәк, тип ышана табиптар. Башҡортостанда 2012 йылда – 58 меңдән ашыу, 2011 йылда 55 меңдән ашыу бала тыуған, республикала демографик хәлдең яҡшырыуы күҙәтелә.
Һаулыҡ һаҡлау министры Георгий Шебаев белдереүенсә, балаларға һәм әсәләргә медицина ярҙамы күрһәтеү сифатының яҡшырыуы һаулыҡ һаҡлауҙы модернизациялау программаһын тормошҡа ашырыу менән бәйле. Программаға ярашлы, балалыҡты һаҡлау һәм бала тыуҙырыуға бәйле хеҙмәттәргә дүрт миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән.
Әйткәндәй, яңы корпус төҙөлөшө, Башҡортостан Президенты Указына ярашлы, 2011 йылда башланғайны. Объект 2013 йылдың март – апрелендә файҙаланыуға тапшырылырға тейеш.