«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Битарафлыҡ табиптарға хас булыр­ға тейеш түгел



22.01.2013 Битарафлыҡ табиптарға хас булыр­ға тейеш түгел

Башҡортостан Прези­денты Рөстәм Хәмитов Стәрлетамаҡтың һаулыҡ һаҡлау идаралығы на­чальнигын һәм 1-се ҡала дауаханаһының баш табибын тикшереү эштәре алып барылған ваҡыт­ҡа вазифаларынан бу­шатыуҙы талап итте.
Табиптарҙың эшкә һалҡын ҡарашта булыуы һәм ваҡытында тейешле медицина ярҙамы күрһәтмәүе арҡаһында дауалау учреждениеларында ике үлемесле фажиғә була.
Үткән йылдың авгусында 1-се дауаханаға “бөйән эсәгенең сей яра ауырыуы, ҡан килеү” диагнозы менән бер ир килтерелә. Клиникала пациенттың йәнә ҡаны килә башлай, әммә операцияны уға ныҡ һуң эшләйҙәр. Һөҙөмтәлә 5 сентябрҙә ир үлә. Был факт буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Фажиғәле осраҡтарҙың икенсеһе 2012 йылдың октябрендә була − 25 йәш­лек ҡатын бала табыр­ға тип 3-сө ҡала дауаханаһына килә. Әммә табиптар 40 − 41 аҙналыҡ ауыры булған ҡатынды, барлыҡ тейешле документтары булһа ла, дауаханаға һалыуҙан баш тарта. Икенсе тапҡыр дауаханаға килгәнендә ул үле бала таба. ҡатындың ире хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итә. Тикшереү эштәре дауам итә, дауаханаға һалыуҙан баш тартыу сәбәптәре һәм ваҡиғаға ҡағылышы булған кешеләр асыҡлана.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға