«Йәшлек» гәзите » Һаулыҡ һаҡлау » Донорҙарға аҡса түләнмәйәсәк



22.01.2013 Донорҙарға аҡса түләнмәйәсәк

Бынан ары ҡан тапшырыусыларға компенсация түләнмәйәсәк. 20 ғинуарҙан шундай закон үҙ көсөнә инде. Хәҙер донорҙарға аҡса урынына аҙыҡ-түлек тәҡдим итәләсәк. Һирәк төркөмдәге ҡан йәки уның компоненттарын тапшырыу­сы ғына аҡсаға өмөт итә ала.
Донор булыу – гражданлыҡ бурысы, тип һанаусылар бар арабыҙҙа, әммә ундайҙар бик әҙ. Түбән социаль ҡатлам кешеләре, бер аҙ аҡса эшләү маҡсатында, күпләп ҡан тапшыра. Ләкин уларҙың ҡаны сифатһыҙ, ошо төркөм араһында брак проценты юғары. Тимәк, донорлыҡ өсөн бүленгән аҡсаның байтаҡ өлөшө елгә оса, тип иҫәпләй чиновниктар.
Табиптар иһә был законды хупламай. Йәшәү менән үлем араһында ҡалған пациентҡа ҡан булмауы ихтимал, тип хафалана улар. Әгәр ҙә халыҡ йөрәк ҡушыуы буйынса ҡан тапшыра башламаһа, ҡытлыҡ, ысынлап та, тыуасаҡ.

Г. ЙОСОПОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға